08.01.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!
Ололар ҡыш бабайға ышанмай. Улар көн торошо фаразына ышана һәм һайлауҙарға йөрөй.
***
– Минең йөрөгән ҡыҙым кеҫә телефоны кеүек, – ти бер егет дуҫына.
– Әллә телефон кеүек бик бәләкәй, заманса һәм ныҡ кәрәклеме?
– Юҡ, аҡсам бөтһә, минең менән бөтөнләй һөйләшмәй ҙә ҡуя.
***
– Руль артында хәүеф тыуһа, ҡатын-ҡыҙ нимә эшләй?
– Уның артына йәшенә.
***
Әгәр ҙә һеҙгә яҡындарығыҙ, туғандарығыҙ, дуҫтарығыҙ бик оҙаҡ шылтыратмай икән, тимәк, уларҙың тормошо яҡшы.
***
– Атай, – ти бер малай, – бөгөн мәктәптә ҡыҫҡартылған ата-әсәләр йыйылышы була.
– Нисек инде ҡыҫҡартылған?
– Һин, мин һәм директор.
***
– Һәм һуңғы аттестация һорауы – юл ҡағиҙәһен боҙоусы һеҙгә 5000 һум аҡса бирә. Һеҙ нимә эшләйәсәкһегеҙ?
– Алам, әлбиттә, алам, полковник әфәнде, һәм яртыһын һеҙгә килтерәм.
– Һеҙ полицияға ҡабул ителдегеҙ. Әммә теорияны практика менән иҫбатлап ҡуйырға кәрәк булыр, – ти полковник.
***
Йыйылыш бара. Рәйес:
– Йәмәғәт, себендән фил яһамайыҡсы! Беҙҙең коллективҡа ул тиклем ҙур себендең кәрәге юҡ.
***
– Кисә буласаҡ кәләшемә үҙемдең бөтә гонаһтарым хаҡында һөйләнем! – ти бер егет.
– Шунан? – ти танышы.
– Эй, ярҙам итмәне, уйынан кире ҡайтманы, ике аҙнанан туйыбыҙ.