14.08.2010 Үәт, ҡыҙыҡ!
Белдереү: «Йәш директорға тәжрибәле секретарь кәрәк». Йылдар үткәс: «Тәжрибәле директорға йәш секретарь талап ителә».
* * *
– ҡыҙым, – ти атаһы бәләкәй ҡыҙына, – бына мин һиңә бер алма бирәм, әсәйең менән өләсәйең дә берәрҙе бирһә, һиндә нисә алма була?
– Әйтмәйем, – ти ҡыҙ.
– Ниңә?
– Сөнки һеҙ ысынлап та миңә алма бирәһегеҙ икән, тип уйланым, ә һанарға өйрәтер өсөн түгел.
* * *
Бер бик әҙәпле түрә секретаршаһын эштән ебәрергә теләй. Тик быны нисек башҡарырға белмәй. Һәм бер көндө ул:
– Гөлгөнә һылыу, эшеңде бик яҡшы үтәйһең, беҙ һинән башҡа ни эшләр инек икән, белмәйем. Әммә дүшәмбенән шулай ҙа һинән башҡа эшләп ҡарарға булдыҡ, – тигән.
* * *
Сират ул шундай нәмә – кешеләр бер-береһен юғалтыуҙан ҡурҡа.
* * *
Ике программист һөйләшә.
– Минең тормошомда, – ти береһе, – зыян килтерә торған программа барлыҡҡа килде.
– Ниндәй программа?
– ҡатыным.
* * *
Ике әхирәт ҡала буйлап китеп бара. Бер витрина эргәһендә туҡталалар.
– ҡара әле, хаҡтар ниндәй? – ти береһе, – салбар – 500, пальто – 750, ә костюм – 1250! Әйҙә әле, инеп, яҡынданыраҡ ҡарайыҡ.
– Тыныслан, – ти икенсеһе, – был бит химик таҙартыу ательеһы.
* * *
География уҡытыусыһы табипҡа килә.
– Нимәгеҙ ауырта? – ти табип.
– Аяғым.
– ҡайһы ере?
– Тубығымдың Себер яғынан көнбайышҡа ҡараған өлөшө, – тигән уҡытыусы.