RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Милләт тамырҙары ауыл булғас, Тамырһыҙ ҙа халыҡ ҡайҙа барыр?!»

14.12.2012 «Милләт тамырҙары ауыл булғас, Тамырһыҙ ҙа халыҡ ҡайҙа барыр?!»

«Әйтер һүҙем – шиғыр һөйләйем»
«Милләт тамырҙары ауыл булғас, Тамырһыҙ ҙа халыҡ ҡайҙа барыр?!»
Кемдәрҙер, шиғырҙы һәр теләгән кеше лә яҙа ала инде ул, рифмаһын тура килтерәһең дә, һүҙҙәрен теҙәһең, тип уйлайҙыр. Һүҙҙәр теҙмәһе генә шиғыр була алмай, минеңсә, кеше күңеленең иң нескә ҡылдарын тибрәтерҙәй ысын шиғырҙы Хоҙай тарафынан ошондай һәләт бирелгән кеше генә яҙа ала. Хатта уның кем булыуы ла мөһим түгел, һауынсымы, һатыусымы йәиһә ташсымы, шиғри күңелле кеше икән, тап улар ғына йөрәккә үтеп инерҙәй, тәрән уйҙарға һалырҙай, тел шартлатып уҡырҙай шиғыр яҙырға һәләтле. Бындай шиғыр бер кемде лә битараф ҡалдырмай, уның яҙғандарын уҡыған һайын уҡығы килә. Шул тиклем дөрөҫ яҙылған, килешле һүҙҙәрен дә тапҡан, образлы сағыштырыуҙары ла етерлек, йырлап тора тип, һоҡлана-һоҡлана уҡыйһың.
Яңыраҡ тыуған ауылыма ҡайтҡанда тап ошондай шиғырҙарға юлыҡтым. Уның авторы – беҙҙең ауыл килене Фирҙәүес Мырҙабулатова. Ауылдаштарым, шиғырҙары шул тиклем матур, төрлө ваҡиғаға ҡарата тиҙ генә оҫта итеп яҙып ҡуя, тип маҡтап һөйләгәс, миндә лә уның шиғырҙарына ҡарата ҡы­ҙыҡ­һыныу уянды. Ә инде әхирәтенең уның шиғыр­ҙарын айырым дәфтәргә яҙып барыуын күргәс, бөтөнләй аптырап ҡалдым. Ғәҙәттә, беҙ бөйөк шағирҙарҙың шиғырҙарын ғына шулай үҙебеҙгә күсереп алабыҙ. Бәлки, шиғырҙарын гәзиттә баҫтырып булыр, тигән ниәттән, дәфтәрҙе һорап алдым. Әммә бер көн үтеүгә Фирҙәүес апай үҙе килеп инде. Оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Ул үҙенең яҙмышын һөйләне, мине иһә уның ҡасан шиғырҙар яҙа башлауы ҡыҙыҡһындырҙы.
Һәр кемдең яҙмышы китап яҙырлыҡ. Баймаҡ районының Алғазы ауылында тыуып үҫкән Фирҙәүес апай Мырҙабулатова ла үҙе хаҡында шулай ти. Бәләкәй саҡтан китаптар уҡырға ярата ул. Бигерәк тә Әнғәм Атнабаевтың шиғырҙарын яратып уҡый, күптәрен яттан белә. Шиғыр яҙырға уны бер кем дә өйрәтмәй, китап уҡырға яратыуынанмы, мәктәптә уҡыған сағында үҙенән-үҙе шиғырҙар яҙа башлай. Был шиғырҙар, әлбиттә, барыһы ла үҙе өсөн генә яҙылғанлыҡтан, бер кем дә күрмәй ҙә, белмәй ҙә. Һуңынан иһә бик оҙаҡ йылдар күңеленә ятҡан шөғөл онотолоп тора. Йәшлек йылдары Сибай ҡалаһында үтә. Тегенсегә уҡып, һигеҙ йыл фабрикала һөнәре буйынса эшләй. Шул йылдарҙа үҙенең буласаҡ тормош иптәше менән таныша һәм оҙаҡламай Бөрйәнйылға ауылына килен булып төшә. Улдары Амур, Азат тыуа, тик ғаилә нығынып, берегеп китә алмай. «Улдарымдың атаһын бер ҙә насар кеше тип әйтә алмайым, тик беҙҙең күңел берлеге булманы, шунлыҡтан юлдарыбыҙ айырылды», – тип иҫкә ала Фирҙәүес апай тормошоноң был һынылышлы осорон. Әлбиттә, яңғыҙына өр-яңынан тормош башлап ебәреүе еңел булмай. Балаларын үҫтереү өсөн йәшәргә урыны ла, эше лә кәрәк. Өҫтәүенә, үҙең эштә булғанда улдарың ҡараулы булһын. Шулай эҙләй торғас, Комсомолға (хәҙерге Сәйғәфәр ауылы) килеп юлыға ул. Йәшәргә торлаҡ та бирәләр, фермала эше лә табыла, балаларын да балалар баҡсаһына урынлаштыра. Ниндәй эш ҡушһалар ҙа, баш тартмай, тырышып эшләй: быҙау ҡараусы ла, һауынсы ла була, мәктәптә төрлө эштәр­ҙә йөрөй. Үҙенең бәхетен дә тап ошо ауылда таба. Бөгөн иһә Фирҙәүес апай – өс бала әсәһе. Ике улы ла юғары белем алып, эшләп йөрөй, күптән түгел өйгә килен төшөргәндәр. Бәләкәйҙәре быйыл мәктәпте тамамлай. Бына ошолай тормошо көйләнеп, күңеле бөтәйгәс, йәнә яратҡан шөғөлөнә – шиғырҙар ижад итеүгә тотонған.
– Олоғая барған һайын йәшәйешебеҙ, беҙҙе уратып алған донъя һәм башҡалар хаҡында нығыраҡ уйлана башлайһың. Тәбиғәтем менән баҙнат­һыҙ кеше булараҡ, бына шул күңелемдәге уйҙар­ҙы, әйтер һүҙҙәремде кешеләргә шиғыр аша еткерәм. Йәш саҡта шиғырҙарҙы үҙем өсөн генә яҙа инем. Кемгәлер күрһәтеү, уҡыу теләге лә булманы. Хәҙер иһә үҙең өсөн генә яҙыу әҙ кеүек. Ғөмүмән, ижад итеү ҡомары – барыһы ла Хоҙай ҡөҙрәтелер, – ти ул үҙенең шиғыр яҙыуға әүәҫлеге хаҡында.
«Кешеләргә әйтер һүҙем барға
Шиғриәттән рөхсәт һораным.
Туң түгелдәр аңлар шиғыр телен,
Шиғриәттә − хаҡлыҡ ораны.

Тәбиғәтем шундай: аҡыл һатып,
Ялтыр һүҙҙәр һөйләй белмәйем,
Ләкин һүҙем әйтмәй ҡалалмайым,
Әйтер һүҙем – шиғыр һөйләйем».
ҡалын ғына дәфтәрҙә Фирҙәүес Мырҙабу­латованың йөҙҙән ашыу шиғыры теркәлгән. Редакцияға алып килеп күрһәткәс тә хеҙмәттәштәремдә был шиғырҙар оло һоҡланыу уятты. Хәҙер иһә уларҙы гәзит уҡыусылар хөкөмөнә тәҡдим итәбеҙ.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.

Ауыл
«Милләт тамырҙары ауыл булғас, Тамырһыҙ ҙа халыҡ ҡайҙа барыр?!»

Көйлө генә тормош көткән
илдең
Өҫтөн тапап, иҙеп үтте
дауыл.
Ил ҡалҡынып ҡалаларҙы
ҡосто,
Онотолоп ситтә ҡалды ауыл.

Хәстәрлектәр, ҡурсалауҙар
көттөң
Күшектергән саҡта ҡарлы
яуын,
Ил-әсәйгә өмөт менән
баҡҡан
Һин һаман да үгәй бала,
ауыл!

Һинең өлөш – ҡала
кеҫәһендә,
Үҫтерһәң дә илгә ризыҡ
тауын.
Һиңә ярҙам юҡтың иҫәбендә –
Бигерәк инде бер ҡатлыһың,
ауыл…

Үҙ ерендә йырлап йәшәр
өсөн,
Йәшәр саҡта һиңә баҫып
бауыр,
Ауыл ҡото – аҫыл ирҙәреңде
Ят тарафтар йолоп алыу –
ауыр.

Йәштәр ынтылалар
ҡалаларға.
Аһ! Улар бит унда телдән
яҙыр.
Милләт тамырҙары ауыл
булғас,
Тамырһыҙ ҙа халыҡ ҡайҙа
барыр?!

Оҙайлы юл

Тотош йәмдән торған ошо
Донъяларҙа
Күптәребеҙ йәм табалмай
Йәмһеҙләнә.
Хоҙай ҡушҡан юлдан яҙа
Йөрөгәндә,
Һөйөү һүҙе һөйләр телдәр
Тәмһеҙләнә.

Бар үҙҙәрен табалмайса
Аҙашҡандар.
Үҙ-үҙеңә барыр юлда
Күп ҡыйынлыҡ.
Ваҡыт инде, ваҡыт беҙгә
ҡуҙғалырға.
Битарафлыҡ йоҡоһонда
Күп ойоноҡ.

Юлға сығам

Тәүәккәлләп мин оҙайлы
Юлға сығам.
Аҙаштырғыс томан йырып
Юл ярырға.
Уйлар өсөн тыуып та һис
Уйланмаған
Уйһыҙҙарҙың күңеленә
Уй һалырға.

Тәүәккәлләп мин оҙайлы
Юлға сығам.
Ғәрһеҙгә – ғәр, сәмһеҙҙәргә
Сәм яғырға.
Ил ғәмдәрен ғәмләр булып,
Үҙ ғәмен дә
Ғәмләмәгән ғәмһеҙҙәргә
Ғәм һалырға.

Мин бит әсәй

Март бураны аҡман-тоҡман
ҡырҡ ураны сәсәй-сәсәй.
Шул бурандай уй солғаны:
Мин – ҡатын ҡыҙ, мин
бит әсәй.

Өйҙөң һауа-тын алышын
Ыңғай көйләй бисә-бейсә.
Ғаиләм хәле – минең ҡулда,
Мин – ҡатын-ҡыҙ, мин
бит әсә.

Яман үрнәк бирмәйемме?
ҡылыҡтарым ниҙәр сәсә?
Хоҡуғым юҡ яңылыштарға,
Мин – ҡатын-ҡыҙ, мин
бит әсә.

Мин – донъяны ҡотҡарыусы,
Бар изгелек минән үҫә.
Булалмайым мин бүтәнсә,
Мин – ҡатын-ҡыҙ, мин
бит әсә.

Бөрйәнйылға

Яҙмыш ғүмер юлғынамды
ҡарурманға әйҙәп барған,
Күрәһең дә, ейер ризыҡ,
Эсәр һыуым тартып торған.

Күрәһең дә, тыуыр йәндәр –
Ғәзиз йәндәр саҡырғандыр.
Киләсәкте күрмәй булмай,
Йөрәк шуға атылғандыр.

ҡарурманда ҡарағайҙар,
Имән, йүкә, миләш, саған…
Кем һағынмаҫ үткәндәрен,
Йәш киленкәй – кәләш
сағын.

Унда – һауа һуш юйҙырыр,
Бал һәм ҡайын еҫкәйҙәре.
Һыуға төшкән һуҡмағымда –
Күк миләүшә сәскәләре.

Унда – өкө, ҡыр күгәрсен...
Кәкүктәрҙең моңо тынмай.
Ауыр саҡтар онотолдо,
Тик йәшлегем онотолмай.

Бөрйәнйылға, Бөрйәнйылға,
Үҙең ожмах мөйөшөндәй.
Һиндә ҡалған ғүмеремде
Үттем сират күперендәй.

Бәхет эҙләп әҙәм
илдәр гиҙә

Бәхет эҙләп әҙәм илдәр гиҙә,
Себер тайгаларын ҡыҙыра.
Заманаға эйәрә алмағандар
Өй артында арҡа ҡыҙҙыра.
Тормош өсөн һынау кәрәктер
шул
Һәр замандың быуын
һерлеген.
Һөҙөп алып ҡалаларға
ташлай
Ауыл йәштәренең
«һөҙлөгөн».

ҡайтып китсе, балам,
ялҡытҡандыр
Ҙур ҡаланың шаулы тиҙлеге.
Йөрәгеңә дауа, һауа бирер
Ауылымдың талғын һиллеге.

Ахырызаманғаса һынар
тормош
Ирмен тигән ирҙең ирлеген.
Юғалмаҫһың, балам, һаҡлай
алһаң
Иман менән ғәмәл берлеген.

Әсәй, һиңә аят
бағышлайым

Әсәй, төҫөң һаман
Күҙ алдында,
Баҡый донъяларға
Күсһәң дә.
Хушлашҡанда әйтеп
Аманатың,
Фатихаңды биреп
Китһәң дә.
Һинең рухың һынсыл
Күҙәткәндәй,
Хата аҙымымды
Төҙәткәндәй.
Күңелем төшһә, кәрәк
Һүҙ әйткәндәй.
Ауыр саҡта арҡа
Терәткәндәй.
Һинең рухың мине
Киҫәтә лә,
Шөкөр итеремде
Иҫләтә лә.
Һинең тәрбиәңдән –
Уңышҡайым,
Тормошомда һәр бер
Табышҡайым.
Күҙ йәшемә тула
Һағышҡайым,
Әсәй, һиңә аят
Бағышлайым.

Тәүбәгә кил

Теҙгә сүгеп
Һине һөйҙөләр.
Сәскә ташып
Бүләк өйҙөләр.
Алдарыңа килде –
Кәрәгең,
Гел үтәлә торҙо
Теләгең.
Шулай тейеш, тиеп
Аңланың.
Ирҙең хаҡын һанға
Алманың.
Яҡты сырай йөҙөң
Онотто.
Аҡса тиеп, күҙең
Тоноҡто.
Йөрәгеңде асыу
Ялманы.
Үсегеп тә үсең
ҡанманы.
Тәкәбберлек текә
Үҙеңдән,
Күңел ҡатыр ҡаты
Күҙеңдән.
Усағыңда утың
Янманы,
ҡаҙан аҫып аш та
Һалманың.
Был холҡоңдан һөйөү
Оялды.
Өйҙөң ҡото шулай
Юғалды.
Аңлаһаңсы – әле
Һуң түгел.
Тәүбәгә кил! Хоҙай
Киң күңел
Ярлыҡаһа, һөйөү
Терелер.
Һөйөү барҙа, тормош
Йәнләнер.

Ваҡыт

Елә генә ваҡыт арғымағы,
Әкренәйтеп булмай,
Тотоп та.
Әүрәтеп тә булмай
Алдаштырып,
ҡурҡытып та булмай,
Отоп та.

Бер кемдең дә ерҙә
Көсө етмәй
Уның етеҙлеген сикләргә.
Уны уҙып
Үтеп китеп булмай
Йәки бороп булмай
Үткәнгә.

Уны тыйып торор кәртәләр юҡ
Һәм шулай уҡ
Бикләр биктәр ҙә.
Ваҡыт-арғымаҡта елдерәбеҙ,
Ә Хакимы уның күктәрҙә.

Мөғжизәләр
генә көтөрлөк

ҡарлы ҡыштар оҙаҡ һуҙылһа ла,
Йәмле йәйҙәр үтә тиҙерәк.
Мөхәббәт тә бәхетенән
бигерәк
Ғазаптарын һала күберәк.

Мәрхәмәтһеҙ тормош
ҡаға-һуға,
Гел-гел бармай алға тәгәрәп.
Һөйөнөстәр бер мәл
күккә сөйә,
ҡолап төшһәң – һалҡын
мөгәрәп.

Шаңҡыта ла һуҡҡан
яҙмышыңдан
Иҫ йыйғансы иҫең китерлек.
Ә шулай ҙа тормош
мауыҡтырғыс
Мөғжизәләр генә көтөрлөк.

Атай аты арбаһы

Төйнәнешеп тейәлештек –
Һәнәк-салғы ҡалмаһын.
Бесәнлек юлынан юрта
Атай аты арбаһы.

Юл буйынса ҡарап туймаҫ
Урман-ҡырҙар, сағылдар,
ҡарт ҡартатайҙарҙан ҡалған
Бесәнлектәр, сабындар.

Атамаһында сер һаҡлай
Һәр төпкөлө, ҡолағы.
Әсәй хикәйәте аса
Бикле тарих йоҙағын.

Тағанда ҡаҙан боҫратып,
Күңелле усаҡ яныу,
Ярышып күбә күбәләү,
Теҙелеп бесән сабыу.

Хәтер йышыраҡ яңыра,
Нисек алыҫ ҡалмаһын,
Һағынам бар ғаилә һыйған
Атай атын, арбаһын.

Фирҙәүес МЫРҘАБУЛАТОВА.
Баймаҡ районы,
Сәйғәфәр ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)