RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Балдан татлы тиһәләр ҙә...

04.12.2012 Балдан татлы тиһәләр ҙә...

Ул үлтерергә теләне

Карауат шығырлап ҡуйҙы. Өй эсендә нух заманынан ҡалған берҙән-бер карауат ул. Оҙаҡ файҙаланыуҙан тимер селтәрҙәре бөгөлөп-һығылып һуҙылып, ергә тиклем етеп ҡуя ҡайһы саҡта. ҡайһы саҡта түгел инде, ауыр ғына кәүҙәле ике кеше ятһа. Тумалаҡланып төрлө тау түбәләрен хәтерләткән матрасы менән булһа ла был карауат һуңғы арала малайға тәтей. Икәү булғас, улар бында һыймай. Юрған булмаһа ла, бында йылыраҡ. Малайҙың урыны элек гел карауат аҫтында ине. Көҙөн-яҙын, ҡышын ғына түгел, хатта йәйен дә ниңәлер һыуыҡ ел килә шул карауат аҫтынан, күпме генә бөршәйһәң дә, иҫке куртка ябынһаң да, өйҙәге берҙән-бер юрған да һаҫыҡ еҫтәр менән уҡмашып, танау ярсыҡтарын ғына түгел, тамаҡ төбөн, күҙҙе әсеттерһә лә, иҙәндәгеләр уны һиҙмәй.
Шәфҡәтйән төштө, аяҡ осона ғына баҫып, ишек алдына сыҡты. Хәҙер ул өҫтәл өҫтөнә күҙ йүгертмәй. Бынау яңы ағай килгәс, ашарға бер нәмә ҡалмай башланы. Кәүҙәгә сибек кенә, үҙе күпме ашағанын да белмәй. Үҙе шәп итеп сәйнәй, үҙе, кемдер килеп ҡулынан тартып алыр тип ҡурҡҡан кеүек, тегеләй-былай ҡарана.
Тышта рәхәт, саф һауа, ҡояш йылыта. Һауа һулап ҡына туймай бит әле ул бала кеше, үҫер, йәшәр өсөн уға ашарға ла, эсергә лә кәрәк, витамин да талап ителә. Тыуғандан бирле витаминдың ни икәнен белмәй был бала. Күрше Хәбирә инәй иҫән саҡта рәхәт ине, ул алып инеп ашатып, сәй эсереп, печенье-кәнфит, алмаһын да бирә торғайны. Гүр эйәһе булды шул ҡапыл ғына. Бала тәгәрмәстәре ҡойолоп ватылған уйынсыҡ машинаһы һалған тупраҡ өйөмөнә килеп ултырҙы. Ас кешенең уйнағыһы киләме һуң инде?!
ҡояш ете ҡарыш күтәрелһә лә, иҙәндәгеләр ҡуҙғалманы. Берәй сәғәт ваҡыт үткәндер, тишкеләнеп бөткән тәҙрә ҡорғаны аша төшкән ҡояш нурҙары Кинйәбикәнең күҙенә төштөмө, әллә хәжәте борсоп уяттымы, ҡатын тәүҙә дүрт аяҡланды, шунан тәнтерәкләп барып соланға сыҡты. Солан иҙәненең ҡаҙағы ҡупҡан бер таҡтаһын ышырып, еңел хәжәтен үтәне лә кире өйгә инде. Шунда ғына гармун телдәре кеүек бөтәрләнеп өҫкә күтәрелгән күлдәк итәген һыпырғылап шымартҡыланы. Ләкин кер, тир менән уҡмашып ҡатҡан сепрәк үҙгәреш­һеҙ ҡалды. Төбөндә генә ҡалған йылынып бөткән һыуҙы күнәге-фәләне менән күтәреп эсте. Өҫтәл эргәһендәге ултыр­ғысҡа килеп ултырҙы, ә күҙе, салҡан төшөп, әкрен эшләп ултырған трактор кеүек хырлап йоҡлап ятҡан сираттағы бергә йәшәүсегә төштө. «Нисәнсе ир икән был?» − тигән уй килде уға, бик теләп тә бөтмәй, күңелен һалып һанап ултырмағас, һанаһа ла, иҫенә төшөрә алмаҫ ине. Зөбәйер исемлеһе былтыр әрәм булып ҡуйҙы шул. ҡулы балта-сүкеш тота белгәс, эше лә табылып тора ине. Аҡса булғанда ярма-фәлән, май-шәкәрен тултырып алып ҡуйһаң, хәтһеҙгә етә ине. Аҙна-ун көн самайҙа йөҙһәләр ҙә, етә ине. Эсһә, төндәр буйы йоҡлатмай, әле сәй, әле аш, тәмәке таптырып йөҙәткәне онотолған инде. Йәш көйөнсә әрәм булды шул уйламағанда. 23 февраль көнө ине. Ирҙәрҙе күккә сөйөп маҡтап, үҙен Ер кендеге итеп һиҙгән мәлендә туңып үлде. Күп тә эскән кеүек түгел ине. Кемде эҙләп, юллап сыҡҡандыр инде ауыл араһынан ситләшеп ферма яғына? Һалам, бесән кәбәндәре араһында аҙашып йөрөгән, трактор ышыртҡан көрт өйөрмәһенә сумып бөткән. Төн әллә ни һыуыҡ та түгел, 24 − 25 градус булғандыр. Тәүҙә аяҡтары туңған, атлай алмай башлағас, күпмелер ара шыуышып килгән эҙе бар. Күршеһенең аҙбарына 5 − 6 аҙым ғына етмәй туҡтап ҡалған.
Үлгән һыйыр һөтлө була, тигәндәй, мәрхүм булған ирен шулай иҫкә төшөргәс, Кинйәбикәнең иҙәндә йоҡлап ятҡан иргә асыуы килде.
− Тор, ни эшләп төш еткәнсе йоҡлап ятаһың, бар, берәйһенә эш эшләп ҡайт. Ашарға бер нәмә лә юҡ бит, − тип ул йән көсөнә тегенең ботона типте.
− Ниңә, ниңә миңә тибәһең, ипләп әйтеп булмаймы ни?
− Ипләп? Һин ипләпте аңлайһыңмы ни?
Кинйәбикә шунда ғына шемәкләнеп күгәреп асылмаған бер күҙенең һаман да һыҙлауына иғтибар итте. Өйө эсендә көҙгө ғәләмәте юҡ инде. Нисә айҙар, бәлки, йылдар, йыуылмаған тәҙрә эргәһенә килеп, үҙ шәүләһенә баҡты:
− Был күҙ өсөн һинең үҙеңдең күҙеңде ҡарға булып суҡырға кәрәк! − Кинйәбикә иргә тағы бер тапҡыр тибергә уйлағайны ла, шул минутта уҡ был уйынан кире ҡайтты. «ҡуй, инә-атаны белмәй, бигерәк ҡаты ҡуллы нәмәкәй, бәләһенән баш аяҡ», − тип ултырғысына барып ултырҙы.
… 30-ҙы саҡ үткән әле ул. Күҙ тирәһе уның һәр ваҡыт шулай күкһел-йәшел, ҡайһы саҡта ҡутырлап та ҡуя. Ата-әсәһе фермала эшләне. Ул заманда ни, эше лә, аҡсаһы ла булды. Хатта яҡшы эшләгән өсөн премия ла бирәләр ине. Өлкән балалар төрлөһө төрлө яҡҡа сығып китеп, теләгән һөнәргә уҡыны, үҙ һыңарҙарын табып, ғаилә ҡорҙо. Кинйә ҡыҙ Кинйәбикә генә башҡаларына оҡшамағайны. Ул һәр саҡ әсәһенән шоколад, кәнфит таптырҙы, ситтә йөрөгәндәр кейеп ҡайтҡан кейемде һорап маҙаһына тейҙе. Ул иҫ белә-белгәндән бирле өйҙә гел ҡунаҡ булды, өлкәндәр иҫереп йоҡлап китһә, ҡыҙ өҫтәлдә нимә ҡалған, шуны ашап, эсеп ҡуя торғайны. Эсһәң, йоҡлауы рәхәт, тигән уй уның күңеленә бәләкәйҙән шулай һеңде. Иртән торғанда баш ауыртыуын ниңәлер тиҙ онотто ул. Башы ауыртҡас, мәктәпкә бармаҫҡа, ауырыуға һалышырға өйрәнде. Тәмәке һурырға ла тиҙ күнекте. Этеп-төртөп һигеҙенсене бөтөрттө уҡытыусылар. Ауылда ҡалды Кинйәбикә. Көҙ көнө армиянан ҡайтҡан егеттәрҙе аҙҙырып йөрөй башлағанын ишеткән өлкән ағаһы ҡайтып, уны ҡалаға алып килеп, һөнәрселек училищеһына урынлаштырҙы. Өс йыл ғүмере шунда үтте, урта мәктәпте тамамлау тураһында өлгөргәнлек аттестаты бирҙеләр. Көсләп бирҙе инде уҡытыусылар. Теләмәгән кешенең башына ярып һалаһыңмы ни?! Әҙерәк кенә үҙенең һәләте, теләге булмағас. Уҡып бөткәс, төҙөлөшкә эшкә урынлашты. Көн оҙонона баҫып тороп стена шымартыу, буяу еҫе һеңгән ауыр кейемдә йөрөү рәхәт түгел шул. Ике көн ял булғас, йома кис башлайһың да өс көн буйы эсеп-типтереп ятыу ғына уның тормошон «биҙәй» ине. Аҡса булғас, дуҫтары ла табыла. Кем әйтмешләй, булғанда бүреләй, булмағанда шүреләй, шулай ғүмер үткәне һиҙелмәй ҙә икән ул. Һәр нәмәнең сиге була бит. Кинйәбикә ауырға ҡалды. ҡасан, кемдән икәнен дә иҫләй алманы. Ни эшләгән ул, һиҙгерлеге самалан­ғанмы, тәүгеһе түгел бит. Элек ни, миниаборт тип, йәтеш кенә бара ла ҡайта ине. Табиптарға ни, бер тауыҡ та бер һауыт етә, йә коньяҡ менән ҡаплы шоколад тоттора ла, шул уҡ көндө ҡайғыһыҙ, байрамды дауам иттерә торғайнылар. Ә был юлы барһа, балаға йән ингән, тип алманылар. Тапмай сараһы ҡалманы Кинйәбикәнең. ҡалала дөйөм ятаҡта ҡала алмай ине ул. Ауылға ҡайтып, баланы тыуҙырып, йылға яҡын ары бәрелеп, бире һуғылып йөрөнө-йөрөнө лә, баланы әсәһенә ташлап, ҡалаға кире йүнәлде. Тормош ҡалала ла йәмле түгел ине хәҙер. Эш юҡ, төҙөлөштәр туҡтаған, торорға урын юҡ, «ап» итеп торған «әшнәләре» лә һабын күбеге кеүек әллә ҡайҙа юҡҡа сыҡҡан. Элек тә, хәҙер ҙә ниңәлер береһе лә уға өйләнергә уйламаны ла. ҡайҙа барһаң да, ҡара сәкмәнең артыңдан эйәрә шул. Эсеп, тәмәке тартыу ғәҙәтен ташламаны Кинйәбикә, ташларға теләмәне лә. Ауылына кире юлланды ҡатын. Әсәһе лә ныҡ бирешкән. Ауырып та тормай, кинәт кенә үлде лә ҡуйҙы. Япа-яңғыҙы ҡалды Кинйәбикә. Иптәшкә әлдә анау бала бар. Шәп кенә бит, атлай ҙа башланы, һөйләшергә лә самалай. ҡатын күңеле килеп, ятыр-торор урынды елләтеп, иҫке кейемдәрҙе сығарып, өйҙө һөртөп алды. Тәҙрә ҡорғандарын йыуып-үтекләп элде, йәм инеп китте донъяға. Әсәй юҡ, уның пенсияһы юҡ, нисек көн итергә? Исмаһам, бала аҡсаһы тип 86 һум бирәләр, әҙәм мәсхәрәһе. Балаға ярарлыҡ бер ыштан 100 һум тора бит, ил башында ултырғандар магазинға йөрөмәй, күрмәй-белмәйме икән, тип уйлайһың.
Кәстрүле булһа, ҡапҡасы табыла инде. Кинйәбикәнең өйө ҡунаҡхананы хәтерләтте. Зөбәйерҙе иҫәпләмәгәндә, ниңәлер, береһе лә шул баланы үҙһенмәне. Ир-ат бала ярата, тигән булалар бит әле. Берәүһе: «Анау күҙле бүкәнеңде (бүкәнме һуң инде, ябыҡ ҡына) ниңә берәй ергә оҙатмайһың, бөткәнме ни балалар йорто», − тиһә, икенсеһе: «Мәңге туймаҫ әрәм тамағың, ниңә кәрәк ул башыңа бәлә», − тиер ине. Шул Зөбәйер генә ашатып-кейендерҙе инде. Барған еренән берәй уйынсыҡ-маҙар, вафли-печенье кеүек әйбер ҙә ала белә торғайны. Әрәм булды шул. Зөбәйер алған кейемдәре лә туҙҙы, ҡыҫҡарҙы шул хәҙер баланың. Ашарға юҡ, ул кейемде нисек һатып алмаҡ кәрәк? Мал тотмағас, эш тә юҡ, аш та. Тапҡан-таянған эскегә китеп торғас. Кем арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырлайһың. Кинйәбикә лә әшнәләренең көйөн көйләне, кем эсергә алып килһә, шуның менән эсте, типтер­ҙе. Кешенең мөгәрәбенән урлап алып, картуф һатып та эсте. Өлкәнәйеп көсө-кәре бөткән инәйҙәргә эшләп алған аҡсаһына араҡы алды. Күҙгә төшкән сүп бер туҡтамай ҡырып торған кеүек, әлеге бала Кинйәбикәгә гел ҡамасаулаған төҫлө булды. Һәр ваҡыт ашарға һорай, гел күҙ алдында. Тәүҙә килгән-киткән кешенән яҡлап маташты әсә, аҙаҡ үҙе лә уларға ҡушылып әрләргә тотондо. Бөтә бәләнең башы ошо балала кеүек тойолдо. Кис ятҡанда ла шул бала ашарға һорай, иртән дә ас. Бүлмә берәү генә бит, «дуҫтар»ының нимә менән шөғөлләнгәнен ҡарап яталыр әле суҡынмыш малай аҡтығы. «Бер ҙә ҡанмаған ниндәй хайуани нәфсе икән быларҙа», − тип уйлап ҡуяһың.
«Елдән тыуған шул бала изгелек күрһәтер тиһеңме ни? Мейеңде серетеп нимәгә кәрәк булды ул? «Етем бала аҫрағансы, етем быҙау аҫраһаң, ауыҙың тулы май булыр», − тип боронғолар дөрөҫ әйткән инде», – сираттағы ир ана шулай утҡа кәрәсин һипте. Тәүҙәрәк балаға берәй нәмә бирә лә, һиҙҙермәй генә күҙенән йәш (күҙенән генәме?!) сыҡҡансы башына бер сиртә, ашарға бирмәне тимә, бесәй кеүек, тип шарҡылдап көлә. Бигерәк миһырбанһыҙ, ҡаты ҡуллы нәмәкәй.
… Атайҙан ҡалып, ергә һеңеп, емерелеп бөткән аҙбарҙан иҫке арҡан тапҡан ҡатын өйгә ҡыуанып килеп инде.
− Әйҙә, − тине ул өйҙәшенә, − тегенән ҡотолайыҡ, урман сикһеҙ, берәү ҙә күрмәҫ.
− Кит бынан, балаң бит, йәлләмәйһеңме ни? − тине тегеһе, һәйбәт булырға тырышып. Шунан әҙерәк торғас:
− Иң йәтеше шулай шул, урамда ла берәү ҙә күренмәй, урманда эт тә йөрөмәй. Иркенләп ҡалырбыҙ. Можыт, мин дә берәй эш табырмын. Тапҡан-таянғаныңды шул асарбаҡтың тамағына тыҡмаҫһың, мәшәҡәтең кәмер, − тип өҫтәне.
− Шәфҡәтйән, әйҙә урманға еләккә барайыҡ, бешкәндер инде еләк, − тип баланы алдатыуы ҡыйын булманы.
Шатланды бала. ҡыҫҡараҡ булһа ла уға трикоһын, иҫке футболкаһын кейҙерҙе «әсә». Ысынлап та, урамда ла, урманда ла этле йән дә күренмәне. Бейек кенә ҡарағайҙың ботағы ла йыуан күренә.
− Ағас башына менәһеңме, улым? − тип өндәште әсә хәстәрлекле тауыш менән үҙ ғүмерендә әллә беренсе тапҡыр. Бала шатланып ризалашты. «Дуҫы» тейен кеүек артынан менде, әсә уға арҡанды һондо. Ир баланың муйынына бау һалды.
− ҡурҡма, ҡурҡма, ауыртмай ул, хәҙер бөтә, тиҙ генә бөтә, − тине әсә.
Бала ҡысҡырырға ла өлгөрмәне, бау уның тын юлын быуҙы. Сабый ике ҡуллап арҡанға йәбеште.

***

− ҡустым, мин дауаханаға барам, зинһар, туҡтат әле автобусты, ағас араһына барып киләйем, − тине Нәзилә апай ҡыйынһынып ҡына.
− Ярай, ярай, апай, зыян юҡ, ял итеп, урман һауаһы һулап алырбыҙ, барығыҙ, − тип яуапланы шофер. Урман ҡуйы түгел бында, әммә төрлө ҡыуаҡтар, бейек үҫкән үләндәр осрай. Көн кискә лә һарҡтымы икән ни, ниңә шулай ҡараңғыланып китте?
ҡапыл Нәзилә туҡтап ҡалды.
− Нимә күрәм мин?! Уф, аллаҡайым, килегеҙ, кешеләр, ҡустым, шофер ҡустым, бында килегеҙ, – ул йомошон да онотто, бер нисә аҙым кире йүгерҙе, әммә тыны бөтөп туҡтап ҡалды.
− Бысаҡ, йә балта ал, ҡустым, тиҙ булығыҙ, бала бит, бала!
ҡарағай ботаҡтары аша туп-тура һуҙылған киске ҡояштың һарғылт нурында сабыйҙың йөҙө үтә күренмәле ҡағыҙ менән ҡапланған кеүек күренә.
Шофер аяҡ аҫтында ятҡан балтаһын эләктереп йүгереп килде, һеләүһен тиҙлегендә ағасҡа үрмәләне. Бер һелтәүҙә арҡанды ҡырҡып ебәрҙе. Аҫҡы яҡтан баланы тотоп алдылар. Тәрән итеп тын алды сабый, сит-ят кешеләрҙе күргәс, иларға итте, иламаны. Үҙен ҡотҡарыусылар икәнен аңлағайнымы, әллә эргәһендәге кешеләрҙең яғымлы йөҙөн, матур кейемдәрен күреү уны шулай тиҙ тынысландырҙымы. Автобусҡа ултырғас, кемдер уға һыу бирҙе, һут та һондолар, печенье-кәнфит, алма биреүселәр ҙә табылды.
Автобус ҡуҙғалып, бер-ике саҡрым да үтмәгәндер (юл тау түбәненә төшә), юлда ир менән ҡатын осраны. ҡул күтәрмәне улар, юлдан ситкә генә тайпылды. Туҡтап, ултыртып алды уларҙы шофер. Күҙ күтәреп улар салонға ҡараманы. Арттараҡ ултырған бала шул саҡ:
− Инәй, һин, ауыртмай, тигәйнең, минеке ауыртты, ныҡ ауыртты, − тине.
Кем ниндәй тойғо кисергәндер ошо минутта?! Әҙәм балаларын Алла йәшәр өсөн яралтҡан бит.
…ҡалала автобусты хоҡуҡ һаҡсылары ҡаршы алды.

Нәркәс ХАММАТОВА.
(Аҙағы. Башы 90-сы һанда).










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)