RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Геройҙары – тыуған яғында

04.12.2012 Геройҙары – тыуған яғында

Геройҙары – тыуған яғында
Ижад кешеһе өсөн үҙ яғыңда һынау тотоуҙан да ауыры юҡтыр, моғайын. Бында һиңә ғүмер биргән атаң-әсәң, һәр ҡылығыңды белгән тиҫтерҙәрең, туғандарың, мәктәп йылдарында белемеңә баһа биргән уҡытыусыларың, урамдағы холоҡ-фиғелеңде һынап, күреп торған аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр йәшәй. Улар алдында бер нисек тә ялғанлай, икенсе ҡиәфәткә инә алмай­һың, нисек барһың, шулай алдарына килеп баҫаһың. Хаҡ баһаны ла һиңә улар бирә. «Тәңре өрөк ҡапҡанда» китабының исем туйын үткәрергә тип тыуған ауылы ‒ Сәйетбабаға юлланған яҙыусы Мөнир ҡунафинды ла шундай уйҙар борсомай ҡалмағандыр.
Яҡташтары менән осрашыуға ҡәләм­дәштәре – «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире Азамат Юлдаш­баев, «Йәншишмә» гәзитенән билдәле шағирә Зөһрә ҡотло­гилдина, «Баш­ҡортостан ҡыҙы» журналынан бүлек мөхәррире Гөлшат ҡунафи­на ла килгәйне.
Мәктәп ҡапҡаһынан ихатаға үтеп ингәндә Мөнир бик ҡыҙыҡ бер ва­ҡиғаны иҫкә төшөрҙө.
– Беҙ анауы ике ҡатлы бинала уҡыныҡ. Хәҙер унда башланғыс синыфтар ғына белем ала. Тәүге тапҡыр мәктәпкә ялан аяҡ килдем. Ул йылды тәжрибә рәүешендә 6 йәштән алдылар һәм 0 синыф итеп уҡыттылар. Әҙерлек өсөн йәйгеһен беҙҙе мәктәпкә саҡырҙылар. Өйҙә ағайымдан башҡа бер кем дә юҡ. Ул полиэтилен тоҡсайға дәфтәр менән ҡәләм һалды ла, йәһәтерәк бар, тип ашыҡтырҙы. Аяҡҡа кейеп тороу ҙа юҡ, йүгерҙем шулай.
Ялан аяҡ белем донъяһына килеп ингән Мөнир ҡунафин хәҙер үҙен һәләтле журналист, шағир, прозаик итеп танытты. Ул, әйтерһең, әҙәбиәт донъяһына ла ялан аяҡ килеп инде. Табандары менән ер йылыһын тойоп, һулышын һиҙеп, ер хәстәрҙәрен әҫәрҙәрендә күтәрә. «Артта – Мәскәү» хикәйәһендә йәш автор романға һыймалы проблеманы күтәреп, тыуған еренең һәр ҡарышы өсөн йәнен бирергә әҙер геройҙарҙы күрһәтә…
Яҡташ яҙыусы менән осрашыуға йыйылған уҡыусылар араһынан VIII синыфтан Гөлсирен Фәйзуллина, VII синыфтан Айгиз Аҫылбәков шағир­ҙың «Беренсе уҡытыусыма», «Донъя тигән оло даръяларҙа» тигән шиғыр­ҙарын һөйләп ишеттерҙе. ХI синыф уҡыусылары Зөһрә Суфиянова менән Рәсимә Рахманғолова кисәне алып барып, ҡунаҡтарға берәм-берәм һүҙ бирҙе. Уҡыусылар ни өсөн китаптың исеме «Тәңре өрөк ҡапҡанда» тип аталыуы менән ҡыҙыҡһынды. Автор ошо һәм башҡа күп һорауҙарға яуап ҡайтарып, бала сағы, мәктәп йылдары тураһында һөйләне.
Азамат Юлдашбаевтың сығышы тормошобоҙҙағы бөтә проб­ле­маларҙы ла үҙ эсенә алды тиһәң дә була. Уҡыусылар үҙҙәрен нисек то­тор­ға, нисек ғилемле булырға, киләсәк һөнәрҙе нисек һайларға, нисек башҡорт рухлы булып үҫергә, кемдәр­ҙән өлгө алырға, нисек уңышлы һәм бай булырға кәрәклеге ха­ҡын­да белде уның һөйләгәндәренән. Ғәмһеҙ­ҙәрҙе сәмләндереп, уй­һыҙ­ҙар­ҙы – уйландырып, киләсәккә икен­се күҙлектән ҡарарға ярҙам иткәндер, моғайын, Азамат ағайҙарының сығышы.
Зөһрә ҡотлогилдина Мөнир ҡуна­финдың ижады хаҡында үҙенең уй-тойғолары менән бүлеште. ҡасандыр Мөнир тураһында, әле килеп уның улы Йәдкәр хаҡында гәзиткә яҙыуын, «Йән­шишмә»нең алдағы һандарында ниндәй ҡыҙыҡлы материалдар баҫыласағын әйтеп китте. Гөлшат ҡуна­фина иһә «Башҡортостан ҡыҙы» журналы менән яҡындан таныштырҙы, уның бөгөнгө мәктәп уҡыусыларына, буласаҡ атай-әсәйҙәргә файҙалы ҡулланма икәнлеген иҫтәренә төшөр­ҙө.
Осрашыуҙың икенсеһе Сәйетбаба ауыл китапханаһында уҙҙы. Унда сығыш яһаусыларҙың фекерҙәрен ҡыҫҡартып булһа ла биреп үтке килә.
Илһөйәр Мортазина, китапханасы:
– Мөнир ҡунафиндың «Тәңре өрөк ҡапҡанда» китабы беҙгә ике дана ғына килде. Ул ауыл буйлап, ҡулдан-ҡулға йөрөй. Китапханаға ҡайтып әйләнгәне лә юҡ. Оҡшаталар. Уйлан­дыра, тиҙәр. Китапҡа исем биргән хикәйә уҡыусыла айырыуса тәрән хистәр уята. Ғаиләләге ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәрҙе шул тиклем матур итеп күрһәтә, хатта күҙгә йәштәр килә. Ир автор ҡатын- ҡыҙҙың хистәрен нисек шулай нескә итеп бирә алды икән, тип аптырай­һың. Ғүмеренең байышына яҡынлағанын һиҙгән Фәйрүзә ирен яңғыҙ ҡалдырмаҫ өсөн, уны йәлләп, хәстәрлек күреп, үҙе иҫән сағында Мәргән­гә артабан йәшәргә ҡатын эҙләй. Бы­на шундай юғары тойғоларға эйә булған һоҡланғыс образ тыуҙырған ав­тор. ҡыҫҡа күләмле әҫәрҙә лә ҙур фекер әйтә алыуы яҙыусынан, һис шикһеҙ, оҫталыҡ талап итә.
Рәзим Мәүлетҡолов, «Сәйет­ба­ба» тарихи-мәҙәни үҙәге директоры:
– Мөнир ҡунафиндың шиғырҙарын да яратам. Журналист булараҡ та их­тирам итәм. Проза китабына килгәндә, күренекле яҙыусы, академик Ғайса Хөсәйеновтың баш һүҙ яҙыуы ғына ла үҙе күп нәмә тураһында һөйләмәйме ни?! Мостай Кәрим, Ноғман Мусиндарға алмашҡа килерҙәй йәштәр барлығына ҡыуанам. Мөнир ҡунафиндың үҙенең хикәйәләренә шул тиклем дә ҙур фекерҙәрҙе һыйҙыра алырлыҡ зиһенле булыуы һоҡландыра.
Әлфиә Фәйзуллина, тәүге уҡытыусыһы:
– Мәктәптә эш баш­лаған сағымда уҡырға килде Мөнир ҡунафин. Бик йыйнаҡ, тәртипле бала булды. Көндәлеген таҙа һәм матур итеп тултыра ине, уны баш­ҡаларға өлгө итеп күрһәтә торғайным. Шиғырҙы яттан һөйләгәндә осоп китергә әҙерләнгән ҡош һы­маҡ, талпынып, ҡанатланып һөйләй ине. Ул әле лә ҡанатланып ижад итә, яҙғандары уҡыусыларҙы уйланырға мәжбүр итә.
Хәннән Байбулдин, хаҡлы ялдағы уҡытыусы:
– Мөнирҙең китабын ике-өс тапҡыр уҡыным. Тәрбиәүи яҡтан халыҡҡа бик әһәмиәтле әҫәрҙәр тупланған унда. Фәлсәфәүи фекер һалынған. Ал­лаһы Тәғәлә илаһи көстө һәр кешегә лә бирмәй. Мөнирҙән ҙур күләмле әҫәрҙәр, романдар көтөп ҡалабыҙ.
Рәүилә Лоҡманова, «Сәйетбаба» тарихи-мәҙәни үҙәге методисы:
– Беҙ Мөнир ҡунафинды драматург булараҡ та беләбеҙ. Бер нисә йыл элек «Ике ус бойҙай» исемле пьесаһын да сәхнәләштерҙек. Унда ла ауылдаштарыбыҙ араһындағы таныш яҙмыштарҙы күрҙек. Әле килеп «Тәң­ре өрөк ҡапҡанда» китабына ингән хикәйәләрендә лә теге йәки был геройҙарҙы үҙебеҙҙең яҡташтарыбыҙға оҡшатып уҡыйбыҙ. Мәҫәлән, «Арт­та – Мәскәү» хикәйәһендә һүрәтләнгән Биҙәүләт ауылы беҙҙең Сәйетбабанан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта ғына ята. Шундағы халыҡ диуана тип йөрөткән Сафуанды, Фәсәхәтте беҙ яҡшы таныйбыҙ. Ошо әҫәрен яҙғанда Мөнир ҡунафин үҙебеҙҙең яҡтың һөйләшен биргән. Тәбиғәтте бик матур һүрәтләгән. Әҫәрҙә Фәсәхәт инәй ауылды бөтөр­мәҫ өсөн һуңғы һулышына тиклем көрәшә. Биҙәүләт ауылы ырыҫлы ерҙә урынлашҡан, унда бер ҡасан да ҡырау төшмәй, йәшелсә-емеш ҡотороп үҫә. Шуға ла уны хәҙер кире тергеҙергә уйлайҙар. Тыуған төйәктәренә ҡайтып йәшәргә байтаҡ ғаилә теләк белдерҙе.
Ошондай халыҡсан, тормошсан миҫалдарҙы күп килтерергә мөмкин Мөнирҙең ижадында.
Люциә Үтәгәнова, синыф етәксеһе:
– Мөнир уҡыған синыфта 20 малай ине. Шулар араһында үҙенең маҡсат­ҡа ынтылыусанлығы, суворовсылар һымаҡ ыҫпай, таҙа, тәртипле йөрөүе менән айырылып торҙо ул. Әҙәбиәт уҡытыусыһы булараҡ, мин Мөнирҙең яҙыусы булып китеүенә аптырамайым, шулай тейеш ине һымаҡ.
Ғиндулла Шәйәхмәтов, хаҡлы ялдағы уҡытыусы:
– Мөнир ҡунафиндың геройҙары үҙебеҙҙең арала. Ул төбәгебеҙҙәге рухи ҡиммәттәрҙе тергеҙеүгә өлөшөн индерә. Башҡортостандың күренекле етәкселәре һәм яҙыусылары диндар кешеләр булған. Зәки Вәлиди ҙә, динебеҙҙе, телебеҙҙе, еребеҙҙе һаҡлайыҡ, тигән. Дин тураһында ла әҫәр­ҙәр ижад итһен ине. Хәҙер яҙыусылар­ға ыңғай герой табыуы ауыр. Мөнир ҡунафин уларҙы ябай кешеләр араһынан эҙләй.
Бына шундай һөйләшеү килеп сыҡ­ты Сәйетбабала. Осрашыуҙан һәр кем ҙур ҡәнәғәтлек алып таралышты. Авторҙың тәүге проза йыйынтығының уҡ уҡыусыларҙа ошондай йылы тәьҫораттар тыуҙырыуы бик һирәк күренеш. Үҙенә бик ҙур талаптар ҡуйып ижадҡа тотонған Мөнир ҡуна­финдан киләсәктә лә талантлы әҫәр­ҙәр көтөргә хаҡлыбыҙ. Башҡор­тостандың иң оло ауылдарының береһе булған Сәйетбабанан 12 яҙыу­сы сығыуы ла, тирә-яҡта төрлө бәлә-ҡаза баш ҡалҡытҡанда ла ике изге – Әбйәлил һәм Сабир ишандар йәшәгән был төбәктең Хоҙай тарафынан һаҡланыуы, ошонда йәшәгән кешеләргә иман нуры, ижад ҡеүәһе биреүендә лә ҡөҙрәт булмай ҡалмаҫ. Ошо ҡөҙрәттең осҡоно Мөнир ҡунафиндың күңеленә лә ҡунғандыр. Хәҙер ул илаһи нурҙар яҙыусы һүҙе булып уҡыусылар күңеленә тарала.

З. МӘҺӘҘИЕВА.
Автор фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)