27.11.2012 Шыҡһыҙ көҙгө кисте йәмләп
Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт йортонда “Һауаларҙа сыңлай көҙ моңо” исемле шиғыр һәм йыр байрамы гөрләп үтте. Кисәгә Өфө, Ишембай, Мәләүез ҡалаларынан, Ауырғазы районынан да ҡунаҡтар саҡырылғайны.
Байрамды ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире Зөфәр Зиннәтуллин менән урындағы яҙыусылар ойошмаһының яуаплы сәркәтибе Хәмит Ирғәлин асты. Сәхнәгә бер-бер артлы Тимер Ниәтшин, Мәрйәм Күсмәева, Сибәғәт Рахманғолов, Мөҙәрис Багаев, Кәбир Аҡбашев кеүек талантлы шағир-яҙыусылар, журналистар күтәрелде.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәп ижад итеүсе шағирҙар Рәмзәнә Әбүталипова, Земфира Муллағәлиева, Рәсим Рәхмәтуллин, Римма Ғәлимова, Булат Кәрим, Любовь Әфләтунова, Валерий Коваленко, Геннадий Тимофеевтарҙың ижады күптәргә яҡшы таныш. Был юлы ла уларҙың шиғырҙарын тын да алмай тыңланылар. Тамашасылар билдәле шағирә Рита Фәтҡуллина етәкселегендәге “Ашҡаҙар” әҙәби түңәрәге ағзаларының сығышын көслө алҡыштар менән оҙатты. Шиғырҙарҙы − моңло йырҙар, йырҙарҙы дәртле бейеүҙәр алмаштырҙы.
Өфөнән килгән ҡәҙерле ҡунаҡ − билдәле яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның әйткәндәре бик фәһемле булды, уйландырҙы ла, ғәм-сәм дә уятты.
Ғөмүмән, миҙгел байрамдарының береһе − “Һауаларҙа сыңлай көҙ моңо” кисәһе бында тамаша ҡылған берәүҙе лә битараф ҡалдырмағандыр. Сәхнәлә сыңлаған көҙ моңо, шағирҙарҙың көҙ тураһында яҙылған тәрән йөкмәткеле шиғырҙары тамашасы күңеленә, һис шикһеҙ, ауаздаш булғандыр. Бөтөнөһө лә, аҡ ҡарлы ҡышын да ошондай сарала бергә осрашырға яҙһын, тигән ниәттә таралышты.
Сулпан МИҢЛЕБАЕВА,
Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһының әҙәби консультанты.