RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Балдан татлы тиһәләр ҙә...

23.11.2012 Балдан татлы тиһәләр ҙә...

Ул үлтерергә теләмәне
Балдан татлы тиһәләр ҙә...
Һөҙәк битләүҙә ҡояшлы аҡлан. Ошо аҡландың көньяҡ сигендә аҫҡы ботаҡтары һынып, кибеп-ҡороп бөткән, өҫкөләре генә йәшелләнеп хуш еҫ бөрккән ҡарт ҡыуаҡтар төбөндәге тере күбә арт һынын ҡуҙғатып ҡуйҙы. Эҫе ҡояш уҡтары япраҡтар аша туп-тура күбәнең ҡалын йөн яраларына үтеп инеп, майҙан-майҙан йылыта башлағайны шул. Мышнаған, хырлаған, сыйлаған тауыштар бер юлы туҡтап ҡалды. Көрән күбә әйләнеп ятты. Тыныс саҡта аҡыллы, хатта уйсан ҡарашлы күҙҙәрен асырға ашыҡманы ул. Шулай бер килке ятҡас, һирәк керпектәрен яй ғына күтәрҙе лә, ботаҡтар аша өҫкә баҡты. Зәңгәрһыу ғына икән күк, аҡ «мүктәр» ҙә, көҙгә табан йышай­ған һоро «мүктәр»ҙән ойошҡан ҡорғандар ҙа юҡ бөгөн, тип уйлап, тоторға булды. ҡыҙыл ҡайнар түңәрәк анау текә ҡырлас тау артынан дилбегә буйлыҡ күтәрелгәнме-юҡмы, эҫетә лә башлаған бит. Кисәге эҫелек кәмемәгән кеүек, бөгөн дә шулай ҡурырмы икән? Күктәгеһе инде, өтһә ни ҙә, ҡурҡһа ни, тик ерҙәге ут ҡабат ҡупмаһын, төтөнө булмаһын. Ерҙән ялҡын өрмәһен, шытырлатып ағас баштарына үрләмәһен, күскән, осҡан, шыуған, йүгергән йән эйәләрен тыуған ояларынан ҡыумаһын, юҡ итмәһен, теймәһен, уларҙы борсомаһын, йәшәү рәүешен боҙмаһын ғына. Ошоларҙы уйлап, урман хужаһы ике аяғына баҫты. Бер тын урманын тыңлап торҙо. Эшем эйәһеләй, иртүк кәкүк саҡыра. Кемде һағынды икән, хәстрүш? Быйылғы яңы дуҫын эҙләйме икән, әллә ул да былтырғы янғынды иҫенә төшөрөп, юғалғанын юҡһынамы икән?!
ҡәҙерхинә йән баштары уянғансы, балыҡ тоторға булды. Уянырлыҡ түгелдәр әле, ҡайнар түңәрәк эҫеһен йәлләмәй ергә борхой, шулай йылынып ҡына ойоһондар. Еүеш мүкле һуҡмаҡ буйлап әкрен генә алпанлап тау шишмәһенә яҡынланы. Шишмә генә түгел был, яҙын да, хатта йәйҙәрен дә мул һыулы балыҡлы йылға була торғайны. Былтыр аҙыраҡ һайыҡты, биреште, зәһәр эҫе булды шул. ҡәҙерхинәнең табаны ысыҡлы үлән һыуығына тиҙ күнекте, алпанлап китеп барғанда кәүҙәһе һыу бөртөксәләрен ергә ҡойоп, тәненә кинәт тейеп ҡалған ботаҡтарҙы ситкәрәк этәреп, һөҙәк ярҙан шыуып төштө. «ҡара һин уны, һыуы һыуынып та өлгөрмәгән бит Шарлыҡастың, һөттәй йомшаҡ, үҙе йылы мүк кеүек», − тип уйлап, артыҡ тауышланмай ғына йылғаның тәрән бөгөлмәһенә инеп баҫты. Һыу өҫтөндә үтә күренмәле нәфис ҡанаттарын елпеп әле тегеләй, әле былай осҡан энәғараҡтар уның йылы мөһабәт кәүҙәһенә ҡағылып үтә. Һыу ҡандалалары, һыу үлсәгестәр йылы һыу-һауаға кинәнешеп мыжғып тора. Төрлө төҫтәге биҙәкле күбәләктәр иртәнге һиллектә һыу өҫтөнөң еләҫ һауаһына ҡыуанып, әле энәғараҡтар, әле нәҫелдәштәрен, йә иңкеш-себендәрҙе үсекләгәндәй, үҙ-ара ярышҡандай, бер өҫкә, бер аҫҡа кәйелеп, ситләтеп уратып осоп китә. Яңылыш йылға ярында үҫкән ағастар, бейек үлән күләгәһенә килеп эләгәләр ҙә, һыуыҡ һауаны һиҙеп, нурға мансылған йылы ағым эҙләп, артабан осоп китәләр.
ҡаршы ярҙа бер-береһенә һыйынышҡан төрлө ҙурлыҡтағы ҡырлас таштар араһында баһадир һәйкәл кеүек яңғыҙ ҡарағай үҫә. Йәшәү теләге уның иҫәпһеҙ-һанһыҙ тамырҙарын төрлө тарафтарға ынтылырға мәжбүр иткән. Юлында осраған һәр нәмәне ҡырҡырға әҙер әсе ҡотоп елдәре лә, мөлдөрәмә тулы быулы болоттарҙы ҡыуған ҡибла ағымдары ла ҡарағайҙың мәғрур тура һынын йөҙәр йылдар буйы бөгә алмаған. Кәкрәйтеп бөгөү түгел, хатта уның умыртҡа һөйәген ҡапшап ҡымшата ла алмайҙар. ҡарағайҙың осонда өлтөрәп торған һанаулы ботаҡтарҙың береһендә ултырған һайыҫҡандың шыҡырыҡлауы, бысаҡ менән телгәндәй, һауаны дерелдәтте.
Тынлыҡ тулҡынын ҡолаҡ ярғыс был зеңләүҙән, йылы юрған аҫтында ятҡанда асып, кинәт өҫтөңә күнәк менән боҙло һыу һипкән кеүек, ҡәҙерхинәнең тәне тотош тартышып китте. Ул үҙенең булмышына ҡайтты. «Бәй-бәй, мин йылғала балыҡ тотам икән дә», − тип, ул ҡаршыһындағы тәрән ағымға баҡты. Ана, бер шаталағы йөҙөп килеп тә сыҡты, урман хужаһы уны шап иттереп бәреп алды. Һауа йотоп, ҡанат-ҡойроғон бәреп тыпырсынған балыҡтың айғолағын ике яҡҡа айырҙы ла табышын тапалып ташҡа әйләнгән тай-таяҡ тамырҙары араһына ырғытты. Кәсебе шулай уңышлы барып, яр ситендә бәрҙе-бағырҙар тиҫтәнән артҡас, ҡайтыу яғына ҡуҙғалырға самалағанда, йәйеп һонолған алғы тәпәйенә ҡанаттарын көс-хәл менән елпегән бал ҡорто килеп ҡунды. Ышыҡланыр урын, терәк булырлыҡ ҡая тип уйлағандыр ҙа, әммә тәрән яңылышты бөжәк. «ҡая», саға алыу һәләтен иҫенә төшөрөп, икенсе ҡулы менән уны бәреп төшөрҙө. Ем эҙләп йөрөгән алабуға уны күҙ асып йомғансы йотоп та ебәрҙе. «Солоҡ ағасы бармы икән әллә яҡында?» − тип уйланы «ҡая». Әллә ике аяҡлы йән эйәләре тәмле бал һауыттарын урманға яҡынлаттымы икән? Улай тиһәң, алыҫ осҡанға оҡшағайны ул, арыған-талсыҡҡан, әллә баш бирмәй сығып олаҡҡан йәш бала инеме? ҡәҙерхинә белә алманы. «Йә, нисек булһа ла, яҡын тирәне тыңлап, урап сығырға кәрәк, бәлки, бәхеткә солоҡ табылып ҡуйыр», − тигән уйын нығытып ҡуйҙы ул.
ҡояшта таба кеүек ҡыҙған йөнтәҫ кәүҙәһен еңел генә ҡуҙғатып, сөңгөлдә өс-дүрт тапҡыр сумып алды ла яр ситенә шылышты. Ағзалар менән һиҙеп, һүҙ менән аңлата алмаҫлыҡ ләззәт кисергән инә айыу, был хазина − балыҡтарҙы яр башына ырғытырғамы икән, тип баш ватҡанда, ике тере йән башы, һуҡмаҡ эҙләп, ҡыуаҡ араһынан пәйҙә булды.
− Уяндығыҙмы, торҙоғоҙмо, килегеҙ, бында төшөгөҙ. Хәҙер ашатам. Ана, ҡарағыҙ әле, күпме балыҡ тоттом. Бөтәбеҙгә лә етә. Ипләп аша, ашыҡма, − тигәнде аңлата ине инәнең тамаҡ төбө менән тауыш сығарыуы. Ике йомғаҡ Шарлыҡастың һөҙәк ярынан шыуып тигәндәй аҫҡа төштө. Үҙ-ара ярышып, ҡомһоҙланып балыҡтарҙы боғаҙҙарына оҙата башланылар.
Ипләп аша, яйлап ашаһаң, етә ул, улай ҡомһоҙланма, тигәнде аңлатып, үҙе лә бер нисә балыҡты тәмләне инә. Һуңғы йотомон сәйнәп торған йән баштарының елкәһенән тотоп, икеһен бер юлы әле генә үҙе ҡойонған тәрән сөңгөлдә мансып алды. Оҙаҡ итеп шапылдатып, кинәндереп, һыу тамсыларын фонтан кеүек сәсрәтеп, сумдырып-батырып алды ул ҡәҙерле йән баштарын. Тамаҡ туйып, тән тын алғас, ҡәҙерхинә ике балаһын эйәртеп, һуҡмаҡ буйлап өҫкә үрмәләне. Эҫе һауа бөркөлөп торған аҡлан уртаһындағы ҡатып та барған шырт үләнгә ятып, рәхәтләнеп тәгәрәп туланы ла, иҙрәп йоҡлап та китте инә. Ике йомарлаҡ инәләрен ҡабатланы, донъя теүәллеге уларҙы әүен баҙарының тәрән төпкөлөнә әйҙәне.
… Йәннәт рәхәте кисергән өс изге йән урман шырлығына йүнәлде. Әһә, бында, шыршы лапылығында еләҫ, рәхәт. ҡайнар туптың уҡтары ҡуйы шыршы ботаҡтары араһына үтеп инергә форсат тапмай. Тик бында болот кеүек себен-серәкәй маҙаға тейә. Аяҡ аҫты еүеш, һыуыҡ. Үлән дә һирәк бында. Тән күҙәнәктәре һыуына төшкән йәндәр асыҡ урын эҙләп алпанланы. «Баяғы бал ҡорто хәтерҙән сыҡмай, ысынлап та, солоҡ бармы икән әллә, эҙләп ҡарағанда инде», − ҡәҙерхинә шулай уйлап, тау битләүенә үрмәләне. Улар былтыр янғын ялмаған арауыҡҡа килеп сыҡты. Күмерләнгән олондар ҙа, ауған ағастар ҙа, һынған-көйгән ботаҡтар ҙа, ҡарағусҡылланып өңшәйеп торған төпһәләр ҙә бар бында. Яңы үлән, йәшеллек тә күренә, ҡайһы бер ҡыуаҡтар ҙа яңырған. «Ике аяҡлы йән баштар ниңә таҙартмай икән бәғзе урынды?» − тип уйланы ҡәҙерхинә. Алға төбәлеп барғанда кипкән, көйгән, үҫкән үлән һәм ботаҡтар менән ҡапланған, юлында арҡыры ятҡан ҡарт ҡарағайҙы күрмәй, абынды ул. Янғындан һуң көслө дауылға бирешеп ауған, ахырыһы, олондоң өҫкө яғы тирә-яғындағы ағастарға бәрелеп, сырпаҡланған. Инәһе артынан килгән ҡәҙерсаф ынтылып шыуып сығам тигәндә ниндәйҙер сағыу өн тирә-яҡҡа таралды. Таралды ғына түгел, ҡапыл йөрәктәрҙе өҙөп сыңланы. Быны ҡәҙерхинә асыҡ ишетте, артына әйләнеп, кире килде. Яйлап ҡына ауған ағастың өҫтөнә ултырҙы. Олондоң төрлө оҙонлоҡта, киңлектә сырпаҡ-япраҡланған шырау-ҡылдары күп ине. Ул берәүһен үҙенә тартып кинәт ысҡындырғайны, баяғы тауыш ҡабатланды. Һәр береһен шулай сиратлап тартып-ысҡындырып, көйсөбөҙ төрлө ырғаҡтағы көй менән урман эсен ғәжәйеп моңға күмде. Бер ҡарағанда һағышлы моң яңғыраһа, икенсеһе ҡош тауышы кеүек дәртле ине. Ә уйынсыһы һуң! Башын ҡырын һалған да уйсан күҙҙәрен секерәйтеп йомған, донъяһын онотоп, күнегелгән хәрәкәттәр менән уйнаған оҫта музыкант кеүек, сиратлап ҡылдарҙы тарта ла ысҡындыра, тарта ла ысҡындыра. Моң аһәңе уның күңел ҡылдарын йомшартып, йәненә һиллек, рәхәтлек биреп, унан һуң ғына тирә-яҡҡа тарал­ған кеүек.
Ул шулай уйнағандырмы (ваҡыт төшөнсәһе ваҡ нәмә), тиктормаҫ ҡәҙерсаф уның елкәһенә килеп атланды. Һиҫкәнеп китте ул, тырнаҡтары «ҡылдар»ҙы ысҡындырҙы. «Йән баштарым бында, эргәмдә икән, уларҙы бөтөнләй онотҡанмын бит, асыҡтылар ҙамы икән ни шул арала», − тигән уй үтте уның башынан. Яйлап ҡына торҙо, ағастан төштө, атлай башланы. Ә теге моң уны һаман оҙата барған төҫлө. «Айыуҙар − сит кешегә, башҡаларға бушҡа эшләргә теләмәгән кешеләр ул», − тип яҙған бер белорус яҙыусыһы. ҡайһылыр бер мәлдә, дөрөҫтөр был хәҡиҡәт, тип ҡуяһың.
«ҡойроҡтары» артынан ҡалмай килә. ҡайһы саҡта алдына ла сығалар, ауған ағастарға ла үрмәләйҙәр, әйтерһең дә, Шишкин картинаһы! Янған урындар, ҡара торомбаштар артта ҡалды. Бына минең урманым, мин бында һәммәһенә хужа!
− ҡәҙерсаф, ҡәҙерфаса, алға китмәгеҙ, аҙашырһығыҙ, − тип кәңәш бирә инә. Ә тегеләр шуҡ сорһоҙ шул. «Анау яҡтаныраҡ урайым әле, теге бал ҡорто һаман иҫтән сыҡмай. Бәлки, ҡурай еләге өлгөргәндер, шул тирәлә мул була торғайны». Ул шулай уйлап, ауыр кәүҙәһен еңел генә ҡуҙғатып, урман эсенә инеп китте. Бәләкәстәре артынан киләлер, тип фаразланы. Һынған ботаҡтар шатырлауы, үҙенең алпанлауы аша уларҙың аҙымын шәйләмәне. Ул өлгөрөп бешкән ҡурай еләкле урынға килеп сыҡты. Бына ҡайҙа икән ул тәмлекәстәр! Артына әйләнде, әммә йән баштары эргәһендә юҡ ине.
− ҡәҙерфаса, ҡәҙерсаф, ҡайҙа һеҙ? Бында килегеҙ, − инәнең тамағынан саҡырыу тауыштары сыҡты. Тегеләр күренмәне.
− Аһ, йән баштар, ҡайһы яҡҡа киттеләр икән һуң?! ҡәҙерхинә тәүҙә тау үҙәненә тәгәрәне, аҙаҡ битләүгә күтәрелде. ҡапыл уның танауын ярып ике аяҡлылар еҫе килеп бәрелде. Ут сығарған дары еҫе түгел-түгеллеккә, әммә шулар еҫе. Ул яңылышмай ине. ҡайҙа ҡәҙерлеләре? ҡайҙа тороп ҡалдылар һуң? Ниңә күренмәй, тауыш бирмәйҙәр? Ниңә ботаҡтар һынмай? Әллә аҙаштылармы? Әллә тегеләр эләктерҙеме?
− ҡәҙерсаф, ҡәҙерфаса! − Тамаҡ төбөндәге ғырылдау тауышы һәр бер йән эйәһен һиҫкәндерҙе. ҡурай еләге турғайы, шомло сырҡылдауы менән кемделер саҡырып, икенсе яҡҡа осто. ҡуйы үлән, кесерткән, ботаҡтар, ҡыуаҡтар араһынан әле тегеләй һуғылып, әле былай ынтылып, бөтә уй-фиғелен тик балаларын эҙләү-табыуға йүнәлткән инә үҙен арығандай һиҙҙе. Аҙға ғына туҡтаны, тынысланырға тырышты. Бер нисә секунд ошолай бушлыҡҡа төбәлеп торғас, ике аяғына баҫып, тирә-яғына иғтибарлап ҡараны. ҡаршыһында үләндәрен иҙеп-йығып киткән ат юлын шәйләне. Шул юлға төшөп алды ҡәҙерхинә. Оҙаҡ барманы, күтәрелеп тағы тирә-йүнен байҡаны, юҡ, был тирәлә лә күренмәй ине ҡәҙерлеләре. Ул ҡояшлы асыҡ урынға килеп сыҡты. Сабылған икән, шуға яҡтылыр. Аҡлан кеше еҫе менән тулған. Алпан-толпан килгән тауышты ишетеп, ике аяҡлыларҙың бер нисәһе ситкә һирпелде. ҡурҡыштарынан алтынсы тиҫтәне тултырған олаталарына әллә өндәштеләр, әллә юҡ. Уныһы ла, бесән сапҡанда ҡамасаулай, тип ҡолаҡ артына ҡуя торған яйланмаһын кеймәгәйне бит. Кинәнеп һелтәнә ҡарт, үлән ысығы кипкәнсе ыратып ҡалыр­ға тырыша. Айыу һикереп тигәндәй бер-ике аҙым яһаны ла, һаман да ал-ял белмәй һелтәнгән ҡарт эргәһенә килеп тә етте. Әйләнә-тирәләге һауа сәскәләр, еләк, тир еҫе менән бергә ҡушылып, урман хужаһының танауын ҡытыҡланы. ҡаршыһында бер туҡтамай хәрәкәт иткән ҡарттан башҡа йән эйәһе юҡ ине, булһа ла күрмәҫ ине януар. «Минең биләмәмдә ни эшләп йөрөйһөң? ҡайҙа минең йән баштарым? Ниңә улар­ҙы ҡурҡыттың? Әллә тейҙеңме уларға? Ниңә күренмәйҙәр? Ниңә минең балаларымдың аҙығына ҡул һуҙаһың? (Ул күнәктәге еләкте күргәйне). ҡамасаулап йөрөмәгеҙ миңә!»
Урман хужаһы ике аяғына баҫты ла, салғысының арҡаһынан тырнап алды. Йән асыуы менән һуҡманы ул, еңел генә, ҡурҡытыр өсөн генә һелтәнде.
Бабай иҫен юғалтып йығылды.
Әллә инәләренең тауышын ишетеп, әллә кешеләрҙең еҫен һиҙеп, ике йомарлаҡ асыҡ аҡланға килеп сыҡты. ҡәҙерхинә шаян, шуҡ балаларының арт һындарына берҙе эләктерҙе лә, ғәзиздәрен үҙенән алға үткәреп, ҡурай еләге ҡыуаҡтары араһына инеп юғалды.
Нәркәс ХАММАТОВА.
(Дауамы бар).










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)