16.11.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!
Ирҙең эш хаҡы алыу көнө яҡынлашҡан һайын ҡатыны уға ҡарата һәйбәтерәк була бара.
* * *
Ғалим ир:
− ҡәҙерлем, мин һиңә бер яңылыҡ әйтәм, шатлыҡтан йығылып китәсәкһең!
− Әйт, тиҙерәк әйт!
− Мин яңы төр вирус астым да һинең исемеңде ҡуштым!
* * *
Атай кеше командировкала йыш йөрөгән ғаиләлә.
ҡатын:
− Бынауы фотолағы кешене күрәһеңме?
− Эйе, ә нимә?
− Ул беҙҙең улыбыҙ. Бөгөн сәғәт алтыла шуны балалар баҡсаһынан барып ал.
* * *
Иртә. ҡатын, уянып, көҙгөгә ҡарап тора. Уға көҙгөнән, биҙәнмәгәс, төҫһөҙөрәк күренгән йөҙлө, сәсе-башы туҙған кеше баға. Һәм ҡатын… йоҡлап ятҡан иренә ҡарап, эстән генә:
− Шул кәрәк һиңә! – тип ҡуя.
* * *
Әхирәттәр һөйләшә.
− Ә һинең ирең өйләнешкән көнөгөҙҙө иҫләйме?
− Бәхеткә күрә, юҡ.
− Ә нишләп бәхеткә күрә?
− Сөнки мин йылына бер нисә тапҡыр, беҙҙең өйләнешкән көн, тип иремдән бүләк алдырам.
* * *
ҡатын көҙгө алдында.
− ҡәҙерлем, һиңә миндә нимә нығыраҡ оҡшай – матур йөҙөммө, әллә шәп фигураммы?
− Һе, һинең шулай тип шаярта белеүең, әлбиттә!
* * *
Танышыу хеҙмәте телефоны.
− Алло, сәләм, сибәркәй, һинең менән танышырға мөмкинме?
− Эйе, тик үҙегеҙ тураһында һөйләгеҙ.
− Мин тәпәш буйлы, йыуантыҡ, ҡырынырға яратмайым…
− Атаҡ, Сәлим, һинме әллә?
* * *
Әхмәт Яңы йыл открыткалары алырға килә.
− Ә һеҙҙә үҙенсәлекле открыткалар бармы?
− Әлбиттә, бына “Берҙән-беремә” тип яҙылғаны…
− О-о-о, шәп! Бер унды бирегеҙ әле.