13.11.2012 СИЛӘБЕ БАЛАЛАРЫ ӘҘӘБИӘТКӘ БИТАРАФ ТҮГЕЛ
Силәбе ҡалаһында урынлашҡан Шәйехзада Бабич исемендәге китапханала әҙәби һүҙ конкурсы ойошторолдо.
Тәүге тапҡыр уҙғарылған сара башҡорт һәм татар шағирҙарының ижадына арналды. Конкурсҡа өлкәнең төрлө мәктәптәренән уҡыусылар йыйылғайны. Бигерәк тә Сосновка районынан ҡатнашыусыларҙың күп булыуын билдәләге килә. Бер үк уҡыусыларҙың өс телдә − башҡортса, русса, татарса шиғырҙар һөйләүе айырыуса иғтибарға лайыҡ. Уларҙы бәйгегә педагог Рәбиға Бикбулатова әҙерләп алып килгәйне.
ҡалабыҙҙа ике ай элек Майтап Вәлитова етәкселегендә “Афарин” студияһы эшләй башланы. Унда йөрөүсе балалар ҙа матур итеп шиғырҙар һөйләүе менән барыбыҙҙы ла таң ҡалдырҙы. Улар өлкәлә киң билдәле шағир Рамаҙан Шәғәлиевтың шиғырҙарын ятлаған. Студияға йөрөүселәр башҡорт һәм татар телдәрен өйрәнә, милли бейеүҙәрҙе бейей. Шулай уҡ унда театр ижады серҙәрен дә өйрәнәләр.
Әҙәби һүҙ конкурсында Силәбе татарҙары конгресы әҙерләгән сығыштар ҙа барыһын да һоҡландырҙы. Конкурсҡа килеүсе балалар өсөн ҡыҙыҡлы экскурсия ла ойошторолдо. Улар башҡорт тирмәһе, татар сауҙагәрҙәренең йорто менән танышты.
ҡатнашыусыларҙың барыһы ла матур итеп әҙерләнеп килһә лә, бөтәһе лә еңеүсе була алмай. Был юлы 5-се синыф уҡыусыһы Юлиә Шәйхрәзиеваның сығышы гран-приға лайыҡ булды.
Резеда БАЙНАЗАРОВА.