RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Дуҫ күрһәләр, әйҙә, күрһен беҙҙе Ҡояшлы һәм Айлы шағирҙар!»

16.10.2010 «Дуҫ күрһәләр, әйҙә, күрһен беҙҙе Ҡояшлы һәм Айлы шағирҙар!»

Ғүмер буйы беләм кеүек...
Салауат Әбүзәргә
Бер исемһеҙ йондоҙ эҙләп табып,
Бисмиллалап исем ҡушһаң икән!..
Зөлфәт.

Эҙләнем мин дуҫлыҡ йондоҙлоғон,
Бисмилланан юлым башланды.
Ә ул йондоҙ мине үҙе тапты,
Көтмәйенсә минең тапҡанды.

Әллә уға мин дә йондоҙ кеүек
Күрендемме икән йыраҡтан?
Күрмәй урап үтмәгәне өсөн
Рәхмәтлемен ысын йөрәктән!

Ғүмер буйы уны беләм кеүек,
Ай, ҡояшлы итеп күргәнгә...
Серҙәремде сәскә итеп үрәм,
Хоҙай серле ғүмер биргәнгә.

Күҙгә ҡарап һөйләр ғәҙәт беҙҙә,
Күңелдәрҙә шиғри шауҡымдар...
Дуҫ күрһәләр, әйҙә, күрһен беҙҙе
ҡояшлы һәм Айлы шағирҙар!

Был ниндәй ер, тиһегеҙме?..

ҡайтып барам. Был ерҙәрҙә
Һөйөүем сәскә атҡан.
Зәңгәр ҡаялар йүгерә
«Китмә!» тип минең арттан.

Бында ҡышҡы тәбиғәттең
ҡыуаныстары артҡан.
Ер аҡлығын нурландырып,
ҡояш та сәскә атҡан.

Бында бер генә булһаң да,
Онотолмай күргәндәр.
Сөнки улар, тере килеш,
Йөрәктәргә һеңгәндәр.

Был ниндәй ер, тиһегеҙме?
Был – изге Бөрйән ере!
Бында сәскә атҡан һөйөү
Һулыу белмәй, ул тере...

Башҡортостаным йөрәге
Һиндәлер, Бөрйән ере!
Һиндәлер соғол хәҡиҡәт,
Һиндәлер йәшәү сере...

Шағир йәне

Варлам Шаламовтың яҡты иҫтәлегенә

Иҫән саҡта күкрәк ситлегендә
Бәргеләнде йәне тотҡондоң.
Белмәне ул яҡты донъяларҙа
Сикһеҙлеген ҡара упҡындың.

Фани донъя тамуҡтарын үтеп,
Тамуҡ киҫәүенә әйләнмәй,
Мәскәүҙәргә ҡайтып баш терәгәс,
Ниндәй генә эттәр бәйләнмәй!..

Тән аҫрау мөһим инеме ни?
Ижад булды уға ҡәҙерле!
Йән үлемһеҙ булғас, түҙҙе шағир
Тәне үлгәнсегә ҡәҙәре...

Ғүмер буйы әрнеп йәшәгән йән,
Риза булмай хатта иреккә,
Йыһан буйлап ниҙер эҙләне лә,
Инеп китте «ҡара тишек»кә.

Ул унда ла оҙаҡ тотҡарланмаҫ,
Шағир йәне күсеп йөрөүсән,
Тирандар галактиканан да
Үтәнән дә үтә күреүсән!

Нимә, дуҫтар...

Поэт нисколько не опасен,
Пока его не разозлят.
Н. Рубцов.

Өйрәнгәнбеҙ ситтән йылы көтөп,
Таитиға, Ниццаға ҡарап.
Беҙҙә, имеш, ҡот осҡос
һалҡынлыҡ,
Хәйерселек... эштәр бит харап!
Нимә, дуҫтар, ситтән байлыҡ
менән
Йылы көтөп ултырайыҡмы?
Үткәнде онотоп, бушлыҡ менән
Күңелдәрҙе тултырайыҡмы?
Шулай бик тиҙ онотҡанмы ни һуң
Ут-дауыллы ҡырыҫ йылдарҙы?
Эшләп аша, кәрәкмәй Ниццалар,
Фалиж һуҡмаған бит ҡулдарҙы!
Беҙ яттарға бары аҙыҡ ҡына,
Беҙҙең өсөн улар янмаҫтар.
Көнсығыш та, көнбайыш та беҙҙе,
Ас үлһәк тә, аңлай алмаҫтар...
Ышанмайһығыҙмы? – Үҙ хутығыҙ,
ҡапсыҡтарҙы киңерәк тотоғоҙ!

Салауатҡа мәҙхиә

Ысын ирҙәр йәшәй, Илем, Халҡым,
тип,
Ил усағы йөрәктәрҙә янһын, тип.
Һин, Салауат, беҙҙең өсөн
ғорурлыҡ,
Һәр балаға һүнмәҫ маяҡ булырлыҡ!
Батыр рухы ҡояш кеүек нур сәсә,
Балаһына бирә уны һәр әсә...
Һин халҡыңдың йөрәгендә
йәшәйһең,
Шуға күрә телебеҙҙән төшмәйһең.
Халҡың, Илең, Телең барҙа –
һин дә бар,
Һин булғанға – был донъяла мин дә
бар!
Быуындарҙан быуындарға
күсерһең,
Уның һайын йөрәктәрҙә үҫерһең.
Һин – халҡыңдың бөйөк, батыр
улыһың,
Йөрәгендә уның мәңге булырһың!

Зөфәр ВӘЛИТ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)