RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Магнит – беҙҙең тауыбыҙ

06.11.2012 Магнит – беҙҙең тауыбыҙ

«Шул тауҙан башҡа бында нимәбеҙ бар беҙҙең...»
(Магнитогорск урамында ишеткән хәбәрҙәрҙән).
Магнит – беҙҙең тауыбыҙ
Ә заманында, уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында, Башҡортостандың әлеге сиктәренә терәлеп кенә торған был мәшһүр ҡалала башҡорт телевидениеһы, гәзиттәре, хатта айырым милли уҡытыу программаһы менән башҡорт кластары асылғайны. Тирә-яҡ башҡорт ауылдары халҡы тураһында әйтеп тораһы ла түгел: шул ҡалала тереклек итәләр − уҡыйҙар, эшләйҙәр. Әбйәлил, Хәйбулла, Белорет, Баймаҡ райондары халҡы шунда йәшәй. Тағымы, ул осорҙа Фәтих Фазылов, Гөлдәр Хафизова, Әхмәр Үтәбай, Рәмил ҡолдәүләт исемдәре яңғырап торҙо. Улар... Әхмәр менән Гөлдәр һылыу Магнитогорскиҙа башҡортса телетапшырыуҙар башлап ебәрергә тейеш ине, ә Фәтих был яҡтарҙа эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнде, йәштәрҙе үҙе тирәһенә йыйҙы.
Бына әле яңы быуаттың ун икенсе йылында шул данлы ҡалала − башҡорт әҙәбиәте көндәре. Ойоштороусылары − Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Магнитогорск бүлексәһе, милли китапхана етәкселеге, китапхана директоры Нәсимә Туҡаева. Йөҙҙәрҙә нурҙар уйнай, көҙҙөң иң йәмле мәлдәре − әбейҙәр сыуағы, байрам. Баш ҡаланан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина етәкселегендә әҙиптәр төркөмө − Әнисә Таһирова, Радик Хәкимйән, Зөфәр Вәлитов, Зөһрә Фәйзуллина, Мөнир ҡунафин килгән. Йыр-бейеү, уйын-көлкө, шиғыр уҡыйҙар, шаян һүҙҙәр яңғырай. Милли китапхана залы шығырым тулы. Бындай кисә бында тәүләп үтә икән, беҙҙекеләр Силәбегә тиһәләр, төньяҡ ҡалаларына талпына, ә Магнитогорскиҙы онота... Шулай ҙа бында халыҡ ихлас, бындай йыр-бейеү кисәләренә гөрөлөп килә, танһыҡтары ҡанғансы үҙ телебеҙҙә һөйләшеү, ҡәрҙәштәр менән күрешеп, күңелдәре урынына ултырып ҡайта. Әйткәндәй, башҡортса һөйләшеү тигәндән... Клара Шәмсетдинова үҙе Шишмә яғынан икән. Магнитогорскиға килә, трамвайҙа апаһы башҡортса һөйләшкән өсөн саҡ ауыҙына һуҡмай: «Бында урыҫса һөйләшәләр бит...» Шулай инде, Магнитогорскиҙа ла, ҡайҙа ла беҙгә шулай тип өндәшеүҙәре мөмкин, унан күңелебеҙҙә лә ҡурҡыу, үҙ-үҙебеҙҙе тыйып тороусы тәнҡитсе ултыра ла баһа. Улай тиһәң, Магнитогорск урамдарында иркенләп үҙебеҙсә һөйләшәләр, балаларҙың милли кейемдәр, милли йырҙар, һүрәт төшөрөү күргәҙмәләре уҙғарылып тора − берәү ҙә тыймай, бындағы халыҡ та был боронғо башҡорт ере икәнен аңлап тора.
Әйткәндәй, Магнитогорск ҡалаһына 1927 йылда уҡ нигеҙ һалына. Магнит тауы янында... Боронғоса уны Әтәс тауы ла тип йөрөткән ата-бабаларыбыҙ. Нәҡ шул тауҙа ята икән мәшһүр ҡаланың хикмәте: ул Урал, үҙебеҙсә Яйыҡ йылғаһы ашаһында... Тау тимер, баҡыр рудаларынан тора, шунан исеме лә − Мәғнит. Алтын-көмөшө лә бар. Шул тауға ҡаҙаҡтар килеп табыныр булған, тип һөйләйҙәр. Булғандыр, ҡаҙаҡтар башҡорт иленә яу менән килеп, шул тау итәгендә күпләп ятып ҡалған, аҙаҡ уларҙың ҡәрҙәштәре әруахтар хаҡына доғалар ҡылырға килеп йөрөргә, шунда табынырға ғәҙәтләнгәндер.
Ул заманда Әтәс (Мәғнит) тауы ҡаҙаҡ менән башҡорттоң ыҙғыш тауы, бәхәс тауы була. Тағы ике араға урыҫ килеп ҡыҫыла. Улар, бер ни уйлап тормай, шул мәғдәнле тауҙы «беҙгә кәрәк» тиҙәр ҙә баҫып алалар, шунан бында тау-ҡаҙыныу эштәрен йәйелдерәләр, совет власы урынлашҡас, был төбәк, ғөмүмән, Уралтау һырттары йәш республиканың индустриализация бишегенә әйләнә, Магнитогорск ҡалаһында ҡорал ҡоялар, танкылар, орудиелар эшләйҙәр.
Башҡорт әҙәбиәте көндәрендә ҡатнашыу­сылар шул ил (совет иле) ҡаһармандары хөрмәтенә ҡойолған мөһабәт һәйкәлде барып ҡараны. Ул Яйыҡ йылғаһы ярында, «Тыл − фронтҡа» тип атала. Унан алда ғына китапхана янында эшләп килгән әҙәби түңәрәк ағзалары менән осраштылар. Ике китап авторы, йәш шағирә Файза Мәғәсүмова, Гөлсөм Хисмәтова, Бибикамал Шәйҙуллина, Ким Әхмәтйәновтың туғаны Сәриә Әхмәтйәнова, Зәки Вәлидиҙең алыҫ сыбыҡ осо туғаны Әйүп Исхаҡов, Хәкимйән Сөләймәнов, Рәйес Мәғәфүров, Нәғим Ишбулатовтың туғаны, күренекле окулист Рәшит Ишбулатовтың һеңлеһе Нуриҙә Илһамова, урыҫса яҙыусы Людмила Майданова үҙҙәренең ижад емештәре менән уртаҡлашты, китапхана янындағы «Хазина» фольклор төркөмө үҙенең концертын күрһәтте. Магнитогорскиҙа Асия Ғайсина ише һандуғастар, Илгиз Шәйәхмәтов кеүек һәләтле уҡыусы балалар, автомеханик һөнәрен үҙләштереүсе, бер ыңғайҙан көрәш менән шөғөлләнеүсе техник колледж уҡыусылары, уларҙың яратҡан уҡытыусылары Борис Головин йәшәй икән. Шул балаларҙың береһе Хәсән Назарҙың шиғырын яттан уҡыны. Улар, күренекле шағир ҙа беҙҙең ҡунағыбыҙ була икән тип, үҙ күстәнәсен әҙерләгән. Ғөмүмән, был китапханала күршелә йәшәгән шағирҙар, әҙиптәр − йыш ҡунаҡ. Әсхәл Әхмәт-Хужа, Мәүлит Ямалетдин, Рәүеф Ноғоманов. Юлдашыбыҙ Зөһрә Фәйзуллина ла Магнитогорск ҡалаһында йыш йөрөгән, бында уның туған-тыумасаһы йәшәй.
... ҡабат-ҡабат башта − шул бер уй: бында беҙҙең нимәбеҙ бар? Улай тиһәң, Магнитогорски − башҡорттарҙың үҙ ҡалаһы. Бында башҡорттар йәшәй, уҡый, һөнәр ала, бында беҙҙең нәҫел-нәсәптәребеҙ бик күп: ҡаланың (345 мең кеше) яртыһы тиерлек башҡорт, татарҙан тора. Бында беҙҙең артис­тарыбыҙ − йыш ҡунаҡ... Ә шулай ҙа «бында беҙҙең тағы нимәбеҙ бар һуң?» Тағы ла Мәғнит тауыбыҙ иҫкә төшә. Шул тау − «Әтәс тау − Мәғнит тауы» − беҙҙең милли тауыбыҙ. Уныһын инде беҙҙән бер кем дә тартып ала алмай. Был тау − беҙҙең милли ғорурлығыбыҙ, беҙҙең боронғо ерҙәребеҙҙең бер билдәһе. Мәғнит ере − башҡорттоң үҙ ере, ҡаҙаҡтар килеп булашһа ла, совет йылдарында бында «Силәбе өлкәһе» төҙөп ҡуйһалар ҙа, шулай. Ул − беҙҙең йөрәк ярабыҙ, беҙҙең алыҫта ҡалған боронғо еребеҙ-тәнебеҙ киҫәге. Ул − беҙҙең рухыбыҙҙың һүнмәҫ йәдкәре, күңел хәтеребеҙҙең бер өлөшө.

Ринат КАМАЛ,
Салауат Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)