06.11.2012 «Милләт менән милләт һайрашҡанда күңелдәргә шатлыҡ сорнала»
* * *
Халҡым күргән
ҡайғыларҙы уйлаһам,
Керпектәремә сылана йәштәрем,
Быуаттарҙың
ыжғыр ҡары һибелеп,
ҡапыл ағарғандай була сәстәрем.
Халҡым күргән
бәхеттәрҙе уйлаһам,
ҡыуаныстан
дарҫлап тибә йөрәгем,
Алсаҡ сырайын
йылмайтып донъяға,
Йәшәргәндәй була ғүмер
тирәгем.
Халҡым күргән
дан-шөһрәтте уйлаһам,
Күңел сорнала ҡояшлы хистәргә,
Әйтерһең дә инде
ошо минутта
Минең түбәм тейә кеүек күктәргә.
Халҡым күргән
ваҡиғалар бихисап...
Улар серле болоттарҙай ағылған...
Меңәр йыллыҡ сал тарихы
халҡымдың
Йөрәгенең ҡаны менән яҙылған!
Илем-көнөм булмаһа
Илем-көнөм булмаһа,
Ал таңдарым ҡалҡмаһын,
Йәйрәп ятҡан диңгеҙҙәр
Тулҡындарын ҡаҡмаһын!
Йырым-моңом булмаһа,
Бар ырыҫым йотолһон,
Күңел күген һөрөмләп,
Ай-ҡояшым тотолһон!
Туған телем булмаһа,
ҡаныма ыу һарылһын,
Ярһып типкән йөрәгем
Шундуҡ шартлап ярылһын!
Нимә һуң ул ғүмер?
Нимә һуң ул ғүмер?
Ағын һыуҙай,
Һиҙҙермәйсә аҡҡан йылдармы?
Әллә, шул йылдарҙың төҫө
булып,
Йәнгә уйылып ҡалған моңдармы?
Нимә һуң ул ғүмер?
Хыял етмәҫ
Серле офоҡтарҙа елеүме?
Әллә инде фани донъяларҙа
Үҙ-үҙеңде онотоп һөйөүме?
Нимә һуң ул ғүмер?
Аҡ өмөтмө,
Балҡыуымы изге теләктең?
Әллә көнө-төнө илкәйем тип
Дөп-дөп тибешеме йөрәктең?
Нимә һуң ул ғүмер?
Кисереүме
Йән рәхәтен,
күңел яраһын?..
Әллә күкрәй-күкрәй үтеүме ул
Йәшәү менән үлем араһын?!.
Үҙебеҙҙе үҙебеҙ
фашлайыҡ
Бик оҫтарҙыҡ, ахыры,
ләпелдәргә,
Үтә ныҡ сарланды телебеҙ,
Гәрсә телдәребеҙ сарланһа ла,
Эштән айырыла һүҙебеҙ!
Һүҙебеҙгә тоғро булмағанға
Ғәйеплебеҙ фәҡәт үҙебеҙ!
Үҙебеҙҙе үҙебеҙ тәнҡитләйек,
Үҙебеҙҙе үҙебеҙ фашлайыҡ,
Туҡ-туҡ туҡылдаған тумыртҡалай,
Мәлһеҙ туҡылдауҙы ташлайыҡ,
Сүбек сәйнәп кенә май сығамы,
Етте инде, ләстит һатмайыҡ!
Хеҙмәткә тип,
эштә йөҙмәккә тип,
Һыҙғанылған ике еңебеҙ,
Ләкин, ни өсөндөр,
бәғзе ваҡыт
Илке-һалҡы үтә көнөбөҙ.
Көнөбөҙҙө зая уҙғарғанға
Ғәйеплебеҙ фәҡәт үҙебеҙ!
Үҙебеҙҙе үҙебеҙ тәнҡитләйек,
Үҙебеҙҙе үҙебеҙ фашлайыҡ,
Вайымһыҙлыҡ йоҡоһонда ойоп,
Ырыҫыбыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡмайыҡ!
Билде бишкә бөгөп,
тирҙәр түгеп,
Халыҡ ышанысын аҡлайыҡ!
Мөлдөр-мөлдөр итеп
көлөмһөрәп
ҡараһа ла маңлай күҙебеҙ,
Күңел күҙе менән наҙламағас,
Һыҡтап ҡуя һөйөү гөлөбөҙ,
Һөйөү гөлөбөҙҙө ҡурсымауға
Ғәйеплебеҙ фәҡәт үҙебеҙ!
Үҙебеҙҙе үҙебеҙ тәнҡитләйек,
Үҙебеҙҙе үҙебеҙ фашлайыҡ,
Аҙғын бәндәләргә ҡуштан булып,
Ала шайтан һымаҡ шашмайыҡ.
Хаҡ тәғәлә барын күреп тора,
Гонаһ һаҙлығына батмайыҡ!
Йәшәйештең зарурлығы итеп
Намыҫ паклыҡтарын һаҡлайыҡ!
Оноттомо?
Үҙебеҙме шулай тыйнаҡ булдыҡ,
Наҡыҫ булды микән заманы,
Бер-беребеҙҙе үлеп яратһаҡ та,
Бик тә белә инек саманы;
Хәҙер урамдарҙа үбешәләр,
Шаҡ ҡатырып бөтә ҡаланы,
Мөхәббәттең ҡәҙере ҡалманы!
Выжданһыҙҙар,
әҙәп ҡошон быуып,
Бик йыш ҡуптаралар ғауғаны,
Ер сирҡаныр һөмһөҙ бисуралар
Илгә өҫтәп тора ҡазаны;
Бына-бына сатнап һыныр кеүек
Рухи донъябыҙҙың тағаны,
Мәрхәмәттең ҡәҙере ҡалманы!
Бәндә бәғерҙәре таштай ҡатты,
Яҡшылыҡтан күберәк яманы,
ҡулдарына ҡанлы бысаҡ тотоп,
Бурҙар талап китә ҡаҙнаны,
Яуызлыҡтың хәтәр ялҡындары,
Гүйә, ил күкрәген ялманы,
Изгелектең ҡәҙере ҡалманы!
Әллә әҙәм заты оноттомо
Намыҫ тигән бөйөк Алланы?!
Сал Урал батырҙары
Киң Рәсәйгә ябырылғас
Наполеон ҡанхурҙары*,
Илен ҡурсып,
утҡа инде
Башҡорттоң ҡаһымдары**;
Мәңге тере,
мәңге тере
Сал Урал батырҙары!
Ярһып яуғанда яуҙарҙың
ҡурғашлы ямғырҙары,
Азатлыҡ даулап көрәште
Башҡорттоң Баһауҙары***;
Мәңге тере,
мәңге тере
Сал Урал батырҙары!
Ер-һыу иңрәп,
үртәлгәндә
Зәңгәр күк сатырҙары,
Фашист өйөрҙәрен ҡырҙы
Башҡорттоң Таһирҙары****;
Мәңге тере,
мәңге тере
Сал Урал батырҙары!
Өҙөлөр сиккә еткәндә
Ватандың тамырҙары,
Ил тип, йәнен фиҙа ҡылды
Ирҙәрҙең аҫылдары;
Мәңге тере,
мәңге тере
Сал Урал батырҙары!
* ҡанхур − әҙәм ҡанын ҡойоусы, ҡанэскес.
** ҡаһым батыр − милли герой, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша.
*** Баһау Нуриманов − башҡорт халҡының ҡаһарман улы.
****Таһир Күсимов − данлы яугир, Советтар Союзы геройы.
Сәскәләрҙең күрҙем төрлөләрен
Сәскәләрҙең күрҙем төрлөләрен:
Зәңгәрҙәрен, ҡыҙыл, күктәрен,
Мин уларҙың ҡараштарынан уҡ
Аңлай инем наҙлы хистәрен.
Сәскәләрҙең күрҙем төрлөләрен:
Бурлаттарын, көрән, буҙҙарын,
Мин уларға керпек һирпкән
һайын
Йәйғорланып китте уйҙарым.
Сәскәләрҙең күрҙем төрлөләрен:
Алһыуҙарын, һары, аҡтарын,
Мин уларға хайран ҡалып баҡһам,
Булды һуштан яҙған саҡтарым.
Сәскәләрҙең күрҙем төрлөләрен:
Сәскәләргә ҡат-ҡат юлыҡтым,
Нисә ҡараһам да мин уларҙың
Матурлыҡтарына ҡыҙыҡтым.
Ләкин сәскәләрҙән сәскәләргә
Үрелмәне минең ҡулдарым,
Теләр инем:
сәскә сафлығындай
Сафлыҡ бөркһөн йөрәк
моңдарым.
Ах, болғауыр дәүер
Тынғыһыҙ ел,
төнгө һиллектә һин
Ниңә һиҫкәндереп уяттың?
Уяттың да кинәт хәбәр иттең
Ауыр хафаларын быуаттың.
Йәнем өшөп,
мин урамға сығам,
ҡыштыр-ҡыштыр япраҡ ҡойола,
Япраҡтарҙан, гүйә, замананың
Йәше тамған төҫлө тойола.
Көмбәҙҙәге барса йондоҙҙар ҙа
Моңайышып ҡарай ниңәлер...
Ахыры, алыҫ-алыҫ йондоҙҙар ҙа
Ер-һыу иңрәгәнен һиҙәлер.
Ах, болғауыр дәүер,
хәүефеңдән
Күңел тыныслығын юғалттым,
Күкрәгемә ябырыла кеүек
ҡайғы болоттары быуаттың.
Сал быуаттың хәтәр мәхшәренән
Башым зыңҡый,
ҡуҙғый уйҙарым,
Ниндәй ысул,
ниндәй сара табып,
Нисек итеп олаҡтырырға һуң
Был донъяның бөтә аһ-зарын?!
Милләт менән милләт һайрашҡанда
Бер үк күк аҫтында тыуғанбыҙ беҙ,
Бер төйәктә ғүмер итәбеҙ.
Бер тупраҡтың ризығын ашап,
Бер йылғаның һыуын эсәбеҙ.
Нисә ҡара – бер үк йондоҙ яна,
Бер үк Сулпан балҡый һәр иртә,
Хозурланып бер үк ай йылмая,
Бер үк ҡояш беҙгә нур бөркә.
Бер тупраҡҡа тамған күҙ йәшебеҙ,
Бер тупраҡҡа тамған тиребеҙ.
ҡан тамыры менән мәңгелеккә
ҡушылып үҫкән тыуған еребеҙ.
ҡара ҡайғыларҙа ҡарала көйөп,
ҡалдыҡ көлгә,
ҡалдыҡ күмергә,
Ләкин, тыуған ерҙең икмәгендәй,
Дуҫлыҡ керһеҙ булды ғүмергә.
Шатлыҡ бөрккән йәйғорон да
күрҙек,
Йәшенен дә күрҙек,
күп күрҙек…
Яу йәшене, яу дауылы аша
Илгә беҙ тыныслыҡ килтерҙек!
Заманалар имен, ә шулай ҙа
Зар илата донъя ҡытлығы…
Мәгәр бирешмәбеҙ,
сөнки көслө
Халыҡтарҙың ихлас дуҫлығы.
Дуҫлыҡ булһа –
илдә иман була,
Ер ҡотайып, арта һиммәттәр…
Ана шуға дуҫлыҡ ҡояшына
Ынтылалар бөтә милләттәр!
Күп быуаттар буйы дауам иткән
Уларҙың бит һүнмәҫ эҙе бар.
Сал тарихта һүнмәҫ эҙ ҡалдырған
Сая рухлы ғорур һәр милләттең
Ватанына әйтер һүҙе бар.
Шул милләттәр ғәмен ишетерме
Киң Рәсәйҙең зирәк ҡолағы,
Ишетмәһә,
халыҡ йөрәгенә,
Ах, уйылыр һағыш юлағы!
Милләт менән милләт
һайрашҡанда
Күңелдәргә шатлыҡ сорнала.
Әйтегеҙсе, дуҫтар, әйтегеҙсе,
Татыулыҡ һәм тоғро
дуҫлыҡтан да,
Тыныслыҡ һәм имен
тормоштан да
ҡәҙерлерәк ни бар донъяла?!
Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ.