RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

06.11.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!

Лекция ваҡытында профессор, студенттың бер нәмә лә яҙмауын күреп:
– Ниңә яҙмайһығыҙ? – ти.
– Диктофонға яҙҙырам, – ти теге.
– ҡалай ҡыҙыҡ. Имтихан ваҡытында миңә тыңларға биреп торорһоғоҙ, йәме, – тигән профессор.

* * *
Һары сәсле ҡыҙ самолетта бизнес-класс салонына инеп ултыра, ә үҙенең билеты эконом-класҡа була. Бөтәһе лә уның үҙ урынына күсеп ултырыуын һорай. Тик ҡыҙ бер ҡайҙа ла күсергә теләмәй. Шул саҡ бер ир, хәҙер уның менән үҙем һөйләшеп ҡарайым, минең ҡатыным да һары сәсле, ти.
Ир ҡыҙҙың ҡолағына нимәлер шыбырлауы була, теге урынынан һикереп тора ла, үҙ урынына китә. Быны ҡыҙыҡһынып күҙәтеп торғандар:
– Нимә тип әйттең? – ти.
Ир, ҡәнәғәт йылмайып:
– Бизнес-класс Майамиға осмай, тинем…

* * *
– ҡәҙерлем, тыуған көнөңә нимә бүләк итәйем? – ти ире.
– Мин донъя гиҙергә теләр инем.
– Яҡшы… Ә ул теләгең 500 һумдан артып китмәйме һуң?

* * *
Оло йәштәге ханым рәссам­ға килә лә:
– Мине гәүһәр муйынсала, гәүһәр алҡала һәм бер ҡулымда алтын сәғәт, икенсеһенең һәр бармағына зөбәржәт ҡашлы йөҙөк кейҙереп төшөрөүегеҙҙе теләйем, – ти.
– Ярай, – тип ризалаша рәссам, – ә былар һеҙгә нимәгә?
– Былай ғына… Әгәр ҙә иремдән алда үлеп китһәм, уның мотлаҡ икенсегә өйләнерен беләм… Шуға икенсе бисәһе ошо ҡиммәтле таштар­ҙы таптырып, теңкәһен ҡоротоуын теләйем.

* * *
– Ирҙәрҙең мин-минлеге ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡынан нимәһе менән айырыла?
– Ир-егеттәр – үҙҙәре өсөн, ә ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәр­ҙең улар хаҡына ғына йәшәүен теләй.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)