02.11.2012 Ихласлығы – шағирлығында
Хеҙмәтеңә баһа бирер
Хужа кеүек – август инде.
Баҫыуҙарҙан йәй байлығын
Келәттәргә ҡыуғыс инде.
ҡасан ғына әле беҙ уның «Аҡ ямғырҙар» йырын, әле уныҡы икәнлеген дә белмәйенсә, Сибәғәт дуҫыбыҙҙан ҡат-ҡат йырлатып ултыра инек. Тыуған ауылы Абҙаҡҡа барып, илле йәшен үткәреп йөрөүҙәр ҙә яңы ғына булды һымаҡ. Хәҙер инде бына – 65! Был йәште инде ысын мәғәнәһендә ғүмер миҙгелдәренең авгусы тип әйтергә ярайҙыр. Йәй үтмәгән әле, көҙ етмәгән, әммә уңыш йыйыу бара...
Мин уны бик күптән, бәләкәй сағымдан уҡ беләм. Хәтеремдә, Белореттың “Урал” гәзитендә сыҡҡан шиғырҙарын уҡығанда, Әфтәхетдин Әхмәҙин тигән оло ағай күҙ алдыма баҫа ине. Аҙаҡтан ғына белдем: уның фамилияһы Әхмәҙин тип уйлаусылар бер мин генә түгел икән. “Аманат” журналында бергә эшләй башлағас, төрлө командировкаларға йөрөгәндә, осрашыуҙар алдынан минән шыпырт ҡына һорай һалалар ине: ”Әхмәҙин Әфтәх: ҡайһыныһы исеме, ҡайһыһы – фамилия?..” Бына шулай, һуғыштарҙан имен-аман йөрөп ҡайтҡас, улының киләсәген ғүмерлек сер итерлек исем ҡушҡан Мөхәмәтдин ағай.
Ихлас, алсаҡ кеше ул Әхмәҙин ағай. Балалар менән осрашыуҙарға уның менән йөрөүе рәхәт. Серле генә йылмайыуы менән, ат башындай алтынды ҡуйынына һалып һәм бына хәҙер генә килтереп сығарырҙай булып сығып баҫа ла ул, барыһының иғтибарын үҙенә йәлеп итә. Шунан үҙенең гөрөлдәк, бер аҙ ҡарлыҡҡан тауышы менән ябай ғына, һәр баланы ихлас көлөп ебәрергә мәжбүр иткән шиғырҙарын уҡый. Оҙон-оҙаҡ хәбәргә төшөп китмәй, шиғырҙары ҡыҫҡа, яуаптары тос уның. Редакция тирәһендә лә уның яҡынлығы һәммәһенә лә билдәле, ихласлап көлөп ебәргән тауышы оҙон коридорҙа әллә ҡайҙа яңғырап китә.
Юбилейы алдынан уның менән махсус рәүештә осрашып торманым. Улайтып таныш түгел кешегә киләләр һәм стандарт һорауҙарға яуап таптырырға керешәләр. Ә минең алдымда уның китабы ята – барлыҡ күңел кисерештәре, тормошо һәм хыял-уйҙары ла шуның эсендә.
Көҙ, ҡартлыҡ темаһына яҙған шиғырҙары байтаҡ булып сыҡты был китапта. Гел көр кәйефле, дәртле ағайыбыҙҙы күреп өйрәнгәс, китап менән тышҡы күренеш аймылыш һымаҡ та булып китә нисектер. Бына шуның өсөн дә шағирҙың күңелен аңлар өсөн уның менән оҙон-оҙаҡ әңгәмәләр ҡороп ултырыуҙың хәжәте юҡ, күңелендәгеһен шиғырҙарына сығарып һала ул. Ир-егеттең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр, ти башҡорт халҡы. Яталыр ҙа ул, ләкин ул өйөр-өйөр аттар, эпостағы һымаҡ, әйҙәгәндә килеп сығырға атлығып тормай бит әле, күпселектең күңел аранында яҡты донъя күрмәй ҙә үлеп китә ул хыял-малҡайҙар. Әхмәҙин ағай әйтмешләй,
Ярай әле, мине шомландырып,
Күренмәйһең, йөрәк, көҙгөлә.
Хыялдарҙың һиндә зыяраты,
Ғәйеплеме быға көҙ генә?
Күҙ алдына килтерҙем: ир урталығын уҙған һәр ир ҙә үҙен яңылыш ҡына көҙгөлә күреп ҡалып, тышҡы ҡиәфәтенең дә шаҡтай таушалып киткәнлеген тәҡрарлап ҡуялыр берәй саҡ. Ана шунда ғүмереңдең көҙө еткәнлеген тояһың да, келәткә йыйылған уңыштарыңды барларға тотонаһыңдыр. Унда инде көҙгөләге тере үҙеңә генә түгел, күңелеңдәге зыяратыңа ла ҡараш ташлайһың – бала һәм йәшлек хыялдарыңдың ҡәберлеге ғәмәлдәге эштәреңдән ҙурыраҡ килеп сыҡмаймы?..
Әхмәҙин ағайҙың, һуғыштан һуңғы быуын вәкиленең, бала саҡ хыялдарының ниндәй булғанлығы беҙгә мәғлүм түгел. Хыял өсөн сиктәр юҡ, тиһәк тә, тормошоңа билдәләнгән маҡсат-ынтылыштар һәр ваҡыт ерлегеңә бәйле һәм әллә ни күккә ашмаған була. Ана шул саҡта ғына зыяратыңда ҡәбер-үкенестәрҙең әҙлегенә шөкөр итә алаһың. Әфтәх атлы шағирҙың алтмыш биш йәшендә лә хыялдары әле бүҫкәрмәгән, йөрәгендә һаҡлаған ҡәберлеге лә кереп аҙашырлыҡ түгелдер. Сөнки беләм: ул бер ҡасан да ҡаратырышланып бөйөклөккә һәм бейеклеккә ынтылманы, шиғырҙарҙы яҙылғанда яҙҙы, китаптарын сығарабыҙ тигәндә генә тапшырҙы, яҙыусыларҙың төрлө сараларына ла саҡырған саҡтарында ғына йөрөнө. Нисек ҡотолорға белмәй, баҙ булһа – төшөп ҡасырҙай булған ҡайһы бер “яҙыусы” ағайҙар менән сағыштырһаң, Әхмәҙин ағай һымаҡтарҙы әҙәбиәттең йөк аты тиҙәр. Улар бәйгеләрҙә бүләктәр йыймай, кәрәк саҡта ғына егелеп, үҙ бурыстарын башҡарып сыға ла, тағы ла үҙ нәүбәтен көтә.
Дим буйындағы Балан ҡасабаһына уны, редакцияның ветераны булараҡ, Ололар көнө менән ҡотларға китеп барғанда, Әхмәҙин ағайҙың бер шиғыры иҫкә төштө:
ҡалала йондоҙҙар тоноҡ,
Йондоҙҙай – күңелдәр йомоҡ.
Кешеләр торғаны йомаҡ,
Сабалар машина һымаҡ.
Ауылда йондоҙҙар сағыу,
Еп-еңел фекерҙәш табыу.
Кешеләр кешегә асыҡ,
Йөрөйҙәр хужаса баҫып.
Бер үк йыһандағы йондоҙҙарҙың ҡалала һәм ауыл еренән төрлөсә күренеүен кеше күңелдәренең төрлө булыуына бәйләп күрһәт әле һин! Күккә ҡарап, сыбар йондоҙ донъяһынан әллә ниндәй сағыштырыуҙар һәм образдар эҙләмәгән шағирҙар юҡтыр, меңәрләгән беләм ундай юлдарҙы. Әхмәҙин Әфтәхтең үҙенең дә балкондан ташланған тәмәке утына ҡарап, сит планеталағы ҡәләмдәше шулай уҡ сиртеп осорған осҡонсоҡ йондоҙ булып ергә атылыуы тураһында сағыштырыуы бар. Ә йондоҙҙарҙың сағыулығы уға ҡараусының күңел торошона бәйлеме? Әлбиттә, туннель осондағы яҡтылыҡта нимә күреүгә тиң был. Бәлки, шул йондоҙҙарҙы сағыуыраҡ күрер өсөн Әхмәҙин ағай ҡала уртаһындағы фатирын баҡсалы, мунсалы ауыл йортона алмаштырғандыр. ҡалай итәһең, күпселек кеше тап киреһенсә эшләй: ярай, йондоҙҙары бөтөнләй күренмәһен, уның ҡарауы − йөрөгән юлдарым таҙа һәм яҡты булыр...
Тыуған ауылы Абҙаҡта уның менән әллә нисә тапҡыр осрашыуҙарҙа булырға тура килде. Ауылынан егет сағында уҡ сығып китмәгән дә һымаҡ ул, һаман үҙенекеләр менән ҡыуғәләмәт килеп шунда йәшәп ятыуылай. Бер тапҡыр ҙур сара үткәреп ятҡанда ҡайҙалыр күрше районда йөрөп ятҡан еренән килеп етеп, осрашыуыбыҙҙы тотош үҙенең кисәһенә әйләндереп ебәргәнен хәтерләйем. Шау-гөр итеп ҡалды халыҡ: ысынлап та, әллә ҡайҙан килгән таныш та түгел яҙыусыларҙы тыңлап ултырғансы, бына бит – үҙебеҙҙеке бында йөрөй!.. Бер кем дә үпкәләмәне уға − өйрәнгән яу һуғышта яҡшы, кеше көтә икән, шағир сығырға тейеш халыҡ алдына. Ә Әхмәҙин Әфтәх бер ҡасан да алдан ятлап алған ҡалып-хәбәрҙәр һөйләп, үҙәккә үтеп бөткән бер үк шиғырҙарын һөйләп йөрөмәҫ. Ул халыҡ алдына сыҡҡас ҡына, бында кем ултырғанын самалап алып, башҡортса әйткәндә, “шарылдап” тәү кисерештәрен һөйләй-һөйләй, кәрәк шиғырын эҙләп китабын аҡтара башлар. Был әртислек түгел, әлбиттә, тәбиғәте менән шулай ул Әхмәҙин ағай − исеменә тиклем кешелә һорау тыуҙырыусы сер булһа ла, асыҡлығы һәм шағирлығы ла йөҙөнә үк сыҡҡан Абҙаҡ малайы.
Кендегемде киҫкән Абҙағымда –
Яҙмышымдың алтын уртаһы.
Хәйер, үҙе август менән сағыштырғайны уңыш йыйыр ваҡытын. Ә бит август − әле йәй генә, был ваҡытта ужым да сәсәләр, көҙҙәр оҙаҡ килмәй торһа, яҙҙар ҡабатланып китеүе лә ихтимал әле. Августа ҡабат сәсеүгә лә төшә кеше – ужым миҙгеле ул. Әхмәҙин Әфтәхтең дә яҙҙары икәү булып, ужымы ла ҡыштарына уңай инеп, киләһе уңыштары нигеҙе булып ятһын, тип теләйек.
Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ.