RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Лилиә Һаҡмар: Ҡар өҫтөндәге сабый

09.10.2012 Лилиә Һаҡмар: Ҡар өҫтөндәге сабый

Үҙенә ҡул һалған ир йәне

Бәлки, минең хаҡым юҡтыр
Һеҙҙең ише һүҙ алырға.
Ишеткәс был вәхшилекте,
Теләмәнем шым ҡалырға.
Эйе, мин юҡ был донъяла,
Күптән түгел киткән инем,
Йәнем оса һауаларҙа…
* * *
… Ирендәрем кипкән минең,
Һыу бирегеҙ, эсем яна,
Үҙем эскән ыуҙан, ана,
Көнөм төнгә күсеп бара…
Үкенмәйем киткәнемә –
Тере мәйет кемгә хәжәт.
Был һоҡланғыс Ер йөҙөндә,
Йәл, бик,
бик әҙ ҡалдым йәшәп.
Бала сағым хыялдары
Зәңгәр көйө, зәңгәр көйө:
Үҙ ҡулдарым менән һалдым
Тормошомдоң зәңгәр өйөн.

Юҡ, бәхетһеҙ булманым һис –
Буй еткерҙем,
Егет булдым,
Беләгемә ҡеүәт ҡунды,
Йөрәгемә хис-дәрт тулды.
Ил һаҡларға ебәрҙеләр
Диңгеҙ буйы сиктәренә.
* * *
Беҙҙең кәмә һыу аҫтында.
Бойороҡ юҡ күтәрергә.
Авария!
Авария!
Фажиғәле көнөм минең.
Шунда атом нурланыуы
Електәргә үтеп инеп,
Һиҙҙермәйсә, өнһөҙ генә
Һаулығымды кимергән дә,
Шап-шаҡтайҙан ғәрип яһап,
Ошо көнгә килтергән дә.

Ни ҡылғанын “шымсы” нурҙың
Белмәй инем.
ҡайттым илгә.
Өйләндем һәм донъя ҡорҙом.
Йән биргәнгә йүнен биргән.
Инде улым,
ҡыҙым тыуыр,
Йорт һалайым һипләп кенә,
Тик кәләшем һаман түлһеҙ…
Ипләп кенә
Икебеҙҙең күңелдә лә
Борсолоуҙар арта ғына:
“Кем ғәйепле?”
Һорауҙарҙан
ҡайтауаздар ҡайта ғына…
Табиптарҙың ишектәрен
Асып-ябып илергәйнек,
Йылы өмөт һүҙен көтөп,
Икәүләшеп тилмергәйнек,
Һуңғы һүҙен әйтте табип,
Нөктә ҡуйҙы шик-шөбһәгә,
Ғаиләбеҙ ҡалды шулай
Ултырып та ҡаҡ төпһәлә.
Яңғыҙ ҡалдым бәлә менән.
ҡатыныма һис үпкәм юҡ.
Йәшәүемдең йәме, тәме,
Мәғәнәһе юҡ,
бүтән юҡ!
Ирмен, тиеп, кәпәс кейеп,
Ни ғәм менән йәшәйем, ти.
Кәмһетелеү һаҙлығында
Сыға алмай сәсәнем мин.
Ғәриптәрҙең ғәрибе мин
Бар ағзам да теүәл көйө,
“Атай!” тиһә берәй сабый
Тамағыма тығыла төйөр.
Ошо һүҙҙе үҙ улымдан
Ишетмәҫкә ҡәһәтләндем.
* * *
Йәшәү – үлем!
Үлем – йәшәү!
Ғүмере була ҡалһа йәндең,
Мин күсәйем күккә, тинем.
Фанилыҡтан мәңгелеккә…
Йылдар үткәс,
терелермен,
Бәлки, берәй сәңгелдәктә…
Йәнем күсер бер сабыйға…
Оҙаҡ итеп йәшәр инем −
Эй яратыр мине атам,
Һөйөр ине әсәм мине.
* * *
Эй бәғерһеҙ, йәнһеҙ йөрәк,
ҡатын,
Ниңә булдың әсә?
Үҙең бар итмәгән йәндең
Ғүмеркәйен ҡыйҙың, әсә?!
Мин теләмәҫ инем һис тә
Сабыйыңа йән өрөргә,
Ике сәғәт кенә йәшәп,
Юғалырға һәм үлергә…

Был сабыйға инмәҫ борон
Нисә быуат көткән ул йән
Терелергә?!
Улың түгел,
Һин тарихтың ҡотон күмгән…

ҒӘЙЕПЛӘЙЕМ һине, һеңлем,
Мәңгелек йән исеменән!
Тормош гүзәл,
мәйет түгел,
Тере кеше эше менән!

Минең ише “тере мәйет”
Үҙе теләп китә икән –
Бер ғәйепһеҙ сабый бала
Тар ҡәберҙе түшәк иткән.
Үлемдәр ҙә, йәшәү кеүек,
Төрлө икән.
Ғәйепләйем!
Түләгән бит хаҡын улың
Һинең гонаһ, ғәйептәрҙең.
Ғәйепләйем!

Балалы йәш ҡатын һүҙе

Хәтерләгем килмәй ул көндәрҙе,
Өндәшергә ҡуша выжданым,
Айҙар, йылдар түгел, әлегәсә
Тынмай йөрәгемдең һыҙлауы.
Күҙ алдымдан китмәй ҡан
төйөлгән
Атай ҡарашының нәфрәте,
ҡағылғайны уға, намыҫ түгел,
Әҙәп,
тәрбиәлек зәхмәте.
Ул көн тәүгә белде
(белмәһәсе?!)
Атам минең йөклө икәнде.
Сәстәремдән һөйрәп
туҡмағанды,
Итек менән эскә типкәнде,
“Кәнтәй, мине хурлар
өсөнмө?” – тип
Аҡырғанын бер кем ишетмәне,
Бер әҙәм дә ул көн күрмәне.
Уҡыуымдан ялға ҡайтҡан инем.
Әсәй эштә.
Шыңшып иланым.
Аҙбар мөйөшөндә төн үткәреп,
Бушлыҡ сәфәренә юлландым.
Хурлыҡ!
Хурлыҡ!
Атай – уҡытыусы,
Әсәй – тәрбиәсе мәктәптә.
Ә ҡыҙҙары улар исеменә
ҡара яға була, әлбиттә.

Яратҡанға мин ғәйепле инем,
Ышанғанға һөйгән йәремә,
Йөккә уҙыуымды белмәй әле
(Әйтмәҫмен дә, бәлки,
кем белә?),
Сөнки уның инде кәләше бар,
Ул да бәпес көтә.
Ярай ҙа,
ни булһа ла булыр.
Хәлем етер
Бер баланы ғына ҡарарға.
Тик атайһыҙ һәм әсәйһеҙ генә
Был донъяла нисек йәшәргә?
Нисек ваз кисергә тыуған
йорттан,
Оноторға ғәзиз әсәйҙе?..
* * *
Уҡыуымдан ҡайтыуыма мине
Әсәм көтә ине бүлмәмдә.
(Уның менән хушлашмай
ҙа киттем…)
ҡатып ҡалдым
тәүгә күргәндәй.
Әсәйем дә минән баш
тартырмы?
Табиптарға йүгер, тиерме?
Минең ҡәтғи яуабымды белеп,
Сығырынан сығып, көйөрмө?
Бәлки…
Их, ошо һүҙ бер әкиәт булып,
Тормошома килеп инһәсе,
“Һаумы, ҡыҙым!
Ниңә теге юлы
Мине күрмәй сығып китергә?
Атай һүҙе башҡа.
Кәрәк ине
Минең менән кәңәш итергә…”
* * *
Оҙаҡ һөйләштек беҙ.
Әсәкәйем
Хәлгенәмде дөрөҫ аңланы.
Өйгә ҡайтманым мин.
Тик әсәйем
Йыш ебәреп торҙо бал-майын.

Аҙаҡ ҡына белдем, әсәй өсөн
Ни хаҡ торған миңә килеүҙәр,
Атайым бит
һәр китеүе һайын,
Һәр ҡайтыуы һайын тилергән.
Ә бер көндө:
“Тыума тапҡан ҡыҙың
кәрәк икән,
Юғал күҙемдән,
Өй тупһаһын аша атлар
булма!” –
Тиеп ҡотороноп һүгенгән.

Монаятын йыйнап килде әсәй:
“Ни күрһәк тә бергә күрәйек!
Бала хаҡы өсөн,
Бер йән өсөн
Михнәттәргә генә түҙәйек.
Минең ҡан тамсыһы –
ул сабыйҙа,
Минең хыял, минең киләсәк.
Хаҡ Тәғәлә бәхет,
шатлыҡтарҙы
Сабырҙарға ғына бирәсәк!”
* * *
Тамуҡтарҙы үттек.
Бирешмәнек.
Әсәй һәм мин,
һәм дә бәпесем.
Уҡыуҙы ла яҡшы тамамланым,
Ыңғай ғына барҙы һәр эшем.
Ана, көмөш сәсле әсәйемдең
Уң яғында улым ултыра,
Һул яғында – минең уң ҡанатым,
Ауыр мәлдәремдә ҡулын һуҙған
Миһырбанлы йәрем, берҙән-
берем –
Хаҡ терәгем – бәхетем ултыра.
* * *
Ғәйепләйем һине, әсә кеше,
Еңел йәшәргәме теләнең?
Белмәнеңме, Хоҙай бәхеттәрҙе
Сабырҙарға ғына биргәнен?
Һин яңғыҙың ҡалдың
ауыр мәлдә,
Үҙ әсәйең ситкә этәргән.
Ғәйебеңдең бер өлөшөн, эйе,
Миһырбанһыҙ әсәң күтәргән.
Ул да әсә кеше, тик ниңә һуң
Һанламаған хәлен ҡыҙының?

“ҡартәс!” һүҙен инде
ишетмәҫ ул.
Тыныслыҡта ғүмер уҙғарыр.
ҡарт көнөндә, түшәктәргә ауғас,
“Һыу бир, ейәнем!” –
тип саҡырыр.
Буш мөйөшкә текләп көнө үтер,
Уфтанып та төнө яҡтырыр.
Кем битараф ҡалған йәш әсәгә –
ҒӘЙЕПЛӘЙЕМ һеҙҙе, белегеҙ,
Гонаһығыҙ һанын арттыралыр
Ғәйепһеҙ бер сабый үлеме!

Суд ҡарары

Баҫығыҙ, суд килә!
Баҫығыҙ!
Күңел ҡапҡаларын асығыҙ!
Ғазаптарҙы тойған, аңлағандар
ҡылған енәйәттең асылын.

Статья менән генә үлсәмәйбеҙ
Намыҫ алдындағы гонаһты,
Әсә кеше!
Һине ғүмер буйы
Сабыйыңдың йәне оҙатһын!
ҡайҙа барма – сабыйыңа ашыҡ!
ҡолағыңда тауышы сыңлаһын.
Төндә төштәреңдә яфалаһын
Йырланмаған бишек йырҙары.

Сабыйың юҡ!
Тик мәңгелек йәне
Айҡай ете ҡатын күктәрҙең.
Һине ярлыҡарлыҡ сәбәптәр юҡ –
Гонаһтың иң ҙурын күтәрҙең.

Ярлыҡау юҡ һиңә, әсә кеше!
Кеше үлтереүсе бәндәһең.
Онотормон, тимә, сабыйыңды
Күмеү менән ергә кәүҙәһен.
Бәддоғаһын уҡыр уның рухы
Ете быуыныңа еткәнсе,
ҡар өҫтөндә тыпырсынған
сабый
ҡарғыштары әсе, бик әсе…

Эпилог

Ике сәғәт йәшәп, донъя ҡуйған
Сабый ише халҡым бөтөрмө?
Күкрәгенә сабый ҡосаҡлаған,
Халҡым киләсәген һаҡлаған
Яңғыҙ ҡатындар ҙа, берәй ҡасан,
Ғәйбәт, кәмһенеүҙәр
кисермәйсә,
Башын ғорур сөйөп үтерме?
Бәлки, шул саҡ һалҡын ҡар
өҫтөнә
Сабый кендегенән ҡан аҡмаҫ,
Яңғыҙ ҡалған әсә бәғерҙәрен
Гонаһ бысаҡтары ҡанатмаҫ!

(Аҙағы. Башы 77-се һанда).










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)