RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Әҫәрҙәре үҙ уҡыусыларын тапһын

09.10.2012 Әҫәрҙәре үҙ уҡыусыларын тапһын

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә бына һигеҙ йыл дауамында «Йәштәр тауышы» серияһы донъя күрә. Быйыл иһә биш йәш автор ижад емештәрен алып ҡыуанды. Йәш ижадсыларҙы ихлас ҡотлайбыҙ, әҫәрҙәре китап кәштәләрендә үҙ урынын табыр тигән ышаныстабыҙ. Әйткәндәй, һәр бер автор менән яҡындан танышайыҡ, ижадына байҡау яһайыҡ.
Рәшит Зәйнуллин Бөрйән районының Собханғол ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт фи­лологияһы һәм журналистика факультетын тамамлаған, «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе булып эшләй. «Хыял иле» йыйынтығы – авторҙың тәүге китабы. Йәш шағир ижадында тормоштоң, йәшәйештең асылын эҙләй, матурлыҡҡа, изгелеккә, камиллыҡҡа ынтыла, шиғриәттең кешеләрҙә йәшәүгә көс уятыу ҡеүәте бар, тип раҫлай.
Күккә осор, күкте ҡосор булам,
Был ҡалала күңел тарлыға,
ҡанаттарым ташҡа һуғыла ла,
ҡабаттан мин ергә йығылам…
Урмандарҙы бүре булып иңләү
сиктәрҙе –
Ошо хыял мине йәшәткәйне,
Ошо хыял йыҡты күптәрҙе.
Тотҡон булып тыумағандар аңлар,
Был тормош бөткөһөҙ ҡуласа –
Азатлыҡҡа тилмереүселәргә
Ул тик зиндандарға юл аса …
Татар телендә ижад иткән йәш шағир Руслан Сөләймәнов Кушнаренко районының Илек ауылында донъяға килгән. Тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлағас, Миф­та­хетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында фило­ло­гия факультетының татар-рус булегендә уҡый. Беренсе шиғырҙары студент саҡта уҡ «Толпар» журналында баҫылып сыға. Әҫәрҙәре «Кызыл таң», «Өмет», «Атна» республика гәзиттәре уҡыусыларына ла яҡшы таныш. Бер шәлкем шиғыры 2007 йылда «Аҡ­сарлаҡ» альманахында ла донъя күрә.
Хеҙмәт юлын ул Өфө ҡалаһы Совет районының 100-сө урта мәктәбендә татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. Ә бөгөн иһә Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһында өлкән уҡытыусы вазифаһын үтәй.
Быйыл нәшриәттә Руслан Сөләй­мәновтың «Уйҙарымды һалдым һандалдарға» исемле тәүге йыйынтығы баҫылып сыҡты. Йәшәү һәм үлем, мөхәббәт һәм нәфрәт, фанилыҡ һәм мәңгелек тураһында ташҡын-уйҙарын сағылдырған шиғыр­ҙары, кешелек рухиәтенең шишмә башы булған ауылдарҙың юҡҡа сығыуына әсенеп, саң һуғып яҙылған поэмаһы индерелде.
Үтә, тинең миңә, барыһы ла:
Шатлығы ла, хатта ҡайғыһы ла.
Тормошомдоң татлы мәлдәре лә,
Тормошомдоң әсе хәлдәре лә.
Үтә, тинең миңә, бөтөнөһө:
Һалҡын нәфрәт, ялҡын һөйөү хисе.
Яҙмышымдың ҡояш көндәре лә,
Яҙмышымдың айлы төндәре лә.
Үтә, тинең миңә, барыһы ла,
Шик-шөбһә юҡ инде уныһына.
Тик һыҙланыу, тик әрләнеү ҡалды
Үткәндәрҙән хәтер ҡәлғәһендә.
Зарина Бағышаева Йылайыр райо­нының Һа­быр ауылында тыу­ған. Баш­ланғыс белемде ул Һабыр урта мәктәбендә ала, әле Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының 4-се курс студенткаһы. М. Кәрим, М. Аҡмулла исемендәге премиялар лауреаты. «Ижад – ул яҡты йондоҙ», – ти автор. Үҙенең генә күңел күген түгел, башҡаларҙың да донъяһын ошо йондоҙ бер аҙға булһа ла балҡытһын ине, тигән маҡсат менән йәшәй ул.
«Яҙ бүләге» – Зарина Бағышаеваның күңеле кисергән һәр бер миҙгеленең матур сағылышын туплаған йыйынтыҡ. Автор хыялдарында берсә ай-йондоҙҙарға етә, берсә ҡояш нурҙары менән шаяра... Яҙҙар кеүек наҙлы, йәйҙәр кеүек яғымлы ла, көҙҙәр кеүек һағышлы ла, ҡыштар кеүек уйсан да ул. «Яҙ бүләге» – ысын мәғәнәһендә быйылғы яҙ миҙгеленең матур бүләге ул. Йәш күңел яҙ йөрөтөр, тигәндәй, Зарина Бағышаева ла һеҙгә мең төҫ-биҙәкле күңел донъяһын асып бирә.
Мөхәббәтем – яҙ бүләге,
Бөрөләй шытып сыҡты.
Сәскә булып йылмайырға
Көтә йәйге ысыҡты.
Ә әлегә яҙ ҡояшы
Уны һөйә, иркәләй.
Йәйғорло, ләйсәнле йәйҙе
Әкиәт итеп һөйләй.
Учалы районы егете Мөнир Иҡса­новтың «Менегеҙ ҡанатлы аттар­ға» йыйынтығы донъя күрҙе. Ул Илсеғол ауылында тыуған. Миндәк урта мәктәбен тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетының Учалы фи­лиалындағы филология бүлегенә уҡырға инә. Мәктәптә уҡытыусы, «Яйыҡ» гәзитендә хәбәрсе булып эшләй. Әлеге көндә – «Киске Өфө» гәзите хеҙмәткәре.
Шиғырҙары Учалыла нәшер ителгән «Аҫылташтар йыйыр саҡ», «Ике ҡояш» йыйынтыҡтарында донъя күрҙе. «Йәшлек» гәзитенең йәш ижадсылар араһында уҙғарылған Рәйес Түләк исемендәге, «Ағиҙел» журналының «Күңелемдә – донъя сере» шиғриәт конкурстары еңеүсеһе, «Шоңҡар» журналы лауреаты. 2011 йылда Бәләбәйҙә үткән «Илһам шишмәләре» төбәк-ара шиғриәт фестивалендә гран-при яуланы.
Ижадына милли рух тойғоһо, шәхес, күңел азатлығы менән һуғарылған романтик стиль хас.
Бал ҡорттары, гүйә, башҡорттарым,
Далаһында бик күп сәскәләр.
Ояларын асам тиһә кемдер,
ҡаяуҙарын уға сәнсәләр.
Бал ҡорттары, гүйә, башҡорттарым,
Сәскәһендә – татлы ынйылар.
Татлы балы өсөн ал-ял белмәй,
Сәскәләрҙән ынйы йыялар.
Бал ҡорттары, гүйә, башҡорттарым,
Балын бүләк итә бал ҡорто.
Бал ҡорттары кеүек үҙең балһыҙ
Тороп ҡалма инде, башҡортом.
Вадим Богданов – рус телендә ижад иткән автор. Ошо көндәрҙә уның «Если бы я был…» исемле китабы донъя кү­рәсәк. Ул Өфө ҡалаһында тыуып үҫкән. Бөтә Рәсәй әҙәбиәт конкурс­тары лауреаты. Рәсәйҙең йәш яҙыусылар форумы ҡатнашыу­сыһы. Әҫәрҙәре «Посещение Аму­ра», «Голоса вещей», «У корней пусть вырастет трава», «Пролог» һәм «Тропа доброты» исемле дөйөм йыйынтыҡтарҙа баҫылып сыға. «Книга Небытия» романы 2006 йылда Мәскәүҙә донъя күрә. Шиғырҙары һәм проза әҫәрҙәре республика баҫмаларында даими сығып тора. Йыйынтыҡҡа кешеләрҙең бер-береһенә булған мөнәсәбәте, яҡшылыҡҡа, мөхәббәткә, дуҫлыҡҡа ҡарата ҡараштары сағылған шиғырҙары, башҡорт яҙыусылары әҫәрҙәренең тәржемәләре ингән.

Нәркәс КҮРПӘСЕВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)