RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Китаптарға арналған ғүмер

02.10.2012 Китаптарға арналған ғүмер

Китаптарға арналған ғүмер
Бала саҡтан бирле һәр саҡ китап һәм гәзит-журналдан айырылмағас, ошо яҙмама эпиграф итеп алған Башҡортос­тандың беренсе халыҡ шағирының һүҙҙәренең дөрөҫлөгөнә ныҡ инандым. Өйҙә бер үҙем ҡалған саҡтарҙа ла яңғыҙлыҡты һиҙмәнем, сөнки китаптар минең дуҫтарым, әңгәмәләштәрем, ултырҙаштарым, кә­ңәшселәрем булды. Был йәһәттән академик Ғайса Хөсәйеновтың һүҙҙәре лә күңелемдә уйылып ҡалған: «Китап – кешенең аҡыл һәм күңел донъяһын бүҫкәртмәйенсә быуаттарҙан быуаттарға алып килеүсе һәм киләсәккә илтеүсе уңалмаҫ рухи хазиналар ҡаҙанышы ла ул». Был урында тағы ла бер нисә мәҡәл- әйтемде килтереү бик урынлы булыр тип уйлайым: «Китап уҡыһаң, белемең артыр, уҡымаһаң, белгәнең дә онотолор», «Алтын ерҙән табыла, аҡыл – китаптан», «ҡулында китап булғандың башында ғилем булыр».
Милли рухиәт көҙгөһө булған китапҡа ынтылыш миндә бала саҡтан уҡ булды. Өләсәйем менән әсәйем китаптың ҡәҙерен белергә өйрәтте; улар ғәрәп-фарсы телен­дәге китаптарҙы көйләп уҡыр ине: ғәзиз кешеләремдең оҙон ҡышҡы кистәрҙә тылсымлы әкиәттәр һөйләүен, моңло бәйеттәр көйләүен, бәйғәмбәрҙәр хаҡындағы мауыҡтырғыс ҡиссаларын йотлоғоп тыңлай инем.
Атайым Ғәбделвәхит Мөхә­мәтгәрәй улы Гәрәев (ул 1945 йылдың 23 апрелендә Словакияла һәләк булған): «Улым, уҡы!» – тип өгөт-нәсихәт васыят әйтеп ҡал­дыр­ған. Быны мин, белем алырға һәм китап уҡырға кәрәк, тип аңланым. Китап ене ҡағылған кеше булараҡ, ауыл мәктәбенән һуң әсәйемдең һеңлеһе Шәмсибанат апай­ҙың кәңәше буйынса (ул типографияла китап төпләүсе булып эшләй ине) Өфө китапхана техникумына уҡырға индем, артабан Мәскәү китапхана институтын тамамлап сыҡтым һәм 45 йыл ғүмерем Башҡор­тостандың халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын һаҡлаусы һәм түкмәй-сәсмәй халыҡҡа еткереүсе иң баш китапханаһында эшләүгә арналды: библиограф-методист, бүлектәр мөдире, директор урынбаҫары, баш китапханасы булып… Мин эшләгән осорҙа республика китапханаһы Н. Крупская исемен йөрөттө. Был осраҡлы түгел ине. Сөнки Надежда Константиновна – китапханалар эшен үҫтереүгә бик ҙур иғтибар биргән кеше. Уның яҡшылығын иҫтә тотоп, 1989 йылда Н. Крупскаяның 120 йыллығы айҡанлы күп сара уҙғарылғайны; һөҙөмтәлә Ф. Тимершина менән икебеҙ Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең мәғариф павильоны буйынса көмөш миҙал­ға лайыҡ булдыҡ. 1992 йылдан бирле республикабыҙҙың Милли китапханаһы З. Вәлиди исемен йөрөтә.
Өфөлә халыҡ өсөн асыҡ булған беренсе китапхана 1836 йылдың 25 мартында асыла; 1921 йылдың 9 июнендә Өфө губернаһының үҙәк ғилми китапханаһы асылыуы тураһында иғлан баҫылып сыға; 1923 йылдың 8 мартында тантаналы рәүештә Башҡортостан дәүләт мәркәз халыҡ китапханаһы асыла.
Башҡортостанда китапхана һәм библиография эшенең башында торған кешеләрҙең береһе Мөбәрәкйән Вәсфи улы Әмиров (3. 07.1886 – 7. 03.1968) ине. Уны 1922 йылда БАССР-ҙың үҙәк (мәркәз) китапханаһына мөдир итеп тәғәйенләйҙәр; үҙ эшенә мөкиббән кеше (1928 йылда Дәүләт китап палатаһы (матбуғат архивы) ойошторолғанcы) баш китапхананы етәкләй. Миңә остазым Мөбәрәкйән ағай менән аралашыу һәм бергә эшләү бәхете тейҙе. Уның исемен Башҡорт энциклопедияһына индерә алыуыма шатмын.
Үҙемдең эшләү дәүерендә китап, китапхана һәм китапханасылар тураһында күптәрҙең яҙғанын, әйткәнен (баһаламаһын) уҡырға һәм ишетергә тура килде. Әле 1928 йылда уҡ Мәжит Ғафури үҙенең «Матбуғат хазинаһы» тип аталған мәҡәләһендә Республика китапханаһы хаҡында бына нисек яҙған: «… Уҡыусы йәштәр һәм ғилми тикшеренеүселәр һәр ваҡыт тулып торған был ғилем йорто һуңғы йылдарҙа ысынлап та матбуғат хазинаһына әйләнеп, төрлө ҡатлам уҡыусыларының һәр бер теләктәренә яуап бирерлек бер рәүешкә әүерелеп бара. Уның хәҙерге күренешенә ҡарап һоҡланмау һәм көс сарыф ителгәнен телгә алмай китеү ярамаҫ кеүек» (М. Ғафури, «Әҫәрҙәр», 6-сы том, Өфө, 1957, 209 – 212-се биттәр).
Республика китапханаһының 30 йыллығына арналған мәҡәләһен яҙыусы Сәғит Агиш «Китапты яратыусылар һәм яраттырыусылар» тип атаған; унда түбәндәге һүҙҙәр бар: «Өфөлә лә айырата хөрмәткә эйә булған бик күп учреждение һәм йорттар бар. Хатта был йорттарҙың эргәһенән үткән саҡта ла һин үҙеңде иғтибарлы тоторға тырышаһың. Ана шуларҙың береһе – Республика библиотекаһы. Бында бик күп яҡшы кешеләр – ғүмерҙәренең оҙаҡ йылдарын халыҡ мәғарифы эшенә биргән кешеләр эшләйҙәр» («Совет Башҡор­тостаны», 1951, 30 ноябрь). Ә шағир Ғариф Ғүмәр китапхананың башҡорт бүлегендә оҙаҡ йылдар эшләгән Суфия Мамлеева һәм Зөләйха Шаматова апайҙарға үҙенең рәхмәтен шиғри юлдар аша яҙып ҡалдырған:
ҡасан килһәм дә –
Йөҙөгөҙ яҡты,
Ни һораһам да –
Һүҙегеҙ татлы.
Китап шулай ул: –
Йөҙҙө ай итә!
Уҡыған һайын –
Аңды бай итә.
Китап эсендә
Йәшәгәнлектән,
Һеҙгә йыйылған
Бөтә йәм һәм тәм.
(Ғ. Ғүмәр, «Сәскәләр һәм сәнскеләр», Өфө, 1964, 12-се бит).
Иҡтисад фәндәре кандидаты А. Мурманский менән шағир М. Сиражи бына нисек яҙған: «Көндөҙөн дә, кисен дә кеше өҙөлмәй был белем шишмәһенән. Рус, совет һәм сит ил яҙыусыларының меңләгән томдары менән бер рәттән, бында ҡасандыр яҙмаһы булмаған башҡорт халҡының үҙ әҙиптәре ижад иткән йөҙҙәрсә китаптары ла урын алған» («Совет Башҡортостаны», 1982, 5 декабрь).
Тағы ла, Әнүәр Ғафуриҙың «Китаптар» очеркынан («ҡыҙыл Башҡортостан», 1951, 30 ноябрь) бер нисә һөйләм килтереү яҡшы булыр: «Кешелектең белеме хазинаһы – китапханаға ҙур тулҡынланыу менән инәм… һәм мин ҙур тулҡынланыу, оло кинәнеү менән әкрен генә баҫып китап шкафы эргәһенә үтәм… Был кәштәләрҙә кешеләрҙең күпме әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ хистәре, кисерештәре, тыуған иленә, халҡына бирелгәнлек тойғолары һаҡлана…
Ниндәй хөрмәтле һәм намыҫлы эш башҡара китапханала эшләүсе кешеләр! Бына ошо баҫалҡы, эш һөйөүсән китапхана хеҙмәткәрҙәренә ҡарата йөрәктәрҙә әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур рәхмәт һүҙе йәшәй».
Фәрит Фәтхуллин («Кызыл таң» гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары, Башҡортостандың атҡа­ҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин, Мәжит Ғафури һәм Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премиялар лауреаты): «Боронғо философ Сократ әйткән: «Китап ул теләһә ниндәй һәйкәлгә ҡарағанда ла ҡәҙерлерәк һәм ҡиммәтлерәк. Сөнки һәйкәлде күреү өсөн ҡайҙа ла булһа барырға кәрәк, ә китап үҙе ҡулға килеп инә. Китапхана ул минең өсөн бала саҡтан уҡ үҙенә тартып торған мауыҡтырғыс һәм сихри урын булды…
БДУ-ның филология факультетына ситтән тороп уҡырға ингәс, Республика үҙәк китапханаһының уҡыу залы мине үҙ ҡосағына ала ине: кәрәкле әҙәбиәтте унда эшләүселәр тотҡарлыҡһыҙ табып бирә торғайны… Атап әйткәндә, милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк осрай торған китаптар бүлегендә эшләүсе Альбина Ғайсина, Рөстәм Рәжәповтың ҙур ярҙамы тейҙе. Элек Милли китапханала эшләгән өлкән быуын вәкилдәре Рәйсә Тимерғәлина, Рифмир Гәрәев, Ғайса Йыһаншин, Гөлйыһан Йәһүҙина менән хәбәрләшеп, аралашып тороуҙан рухыма, ижадыма аҙыҡ алам. Рәхмәт уларға! Өфөнөң үҙәге, миңә ҡалһа, уның географик урталарында түгел, ә нәҡ бына тарихи Ленин урамы башланған урында, мәшһүр китапханабыҙ үҙе кеүек тойола».
«Рәхмәт яуһын һиңә, Китапхана – изгехана. Мин һиндә булған һайын йәшәрә, сафлана һәм аҡыллана төшәм…» – тип яҙғайны драматург һәм прозаик Ибраһим Абдуллин ағай («Башҡортостан», 1991, 25 октябрь).
Мостай Кәрим: «Китап – мәңгелек әйбер ул. Китап тигән төшөнсә үҙе үк – бөйөк математикамы, химиямы, матур әҙәбиәтме, фәлсәфәме – бөтә кешелек рухының, цивилизацияның нигеҙе, асылы ул…
Физкультура – тән һаулығы өсөн, ә йән һаулығы өсөн китап йәшәргә тейеш».
Сафуан Әлибай (1995 – 1997 йылдарҙа Милли китапхана директоры): «Һәр кем йөрөй алырлыҡ үҙәк дәүләт фәнни китапханабыҙ бер үк ваҡытта республика әһәмиәтендәге мәҙәниәт үҙәге, милли документтар һаҡлағыс, фәнни-методик һәм информация, библиография үҙәге лә булып тора… Күп йылдар буйы йыйылған китапхана байлығы – ул бөртөкләп йыйылған алтын. Хатта алтынға ла биргеһеҙ».
Абдулхаҡ Игебаев: «Башҡор­тостандың мәҙәниәт фронты хеҙмәткәрҙәре, шул иҫәптән китапхана хеҙмәткәрҙәре лә үҙҙәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫ менән үтәп, көндән-көн алға ынтыла, үҙҙәренең изге хеҙмәттәрен тыныслыҡтың бөйөк көсөнә ҡуша» («Совет Башҡортостаны», 1951, 2 декабрь).
Академик Ғайса Хөсәйеновтың Рәхмәт хаты «Ватандаш» журналында (1997, N3, 87-се бит) баҫылып сыҡҡайны. Унда шундай һүҙҙәр бар: «Китапхана – аҡыл эйәләре яҙған китаптар тупланмаһы, үткән быуындарҙың аманат һүҙе, аҡыл, ғилем йылъяҙмаһы, уҡымышлылар, халыҡ хәтеренең ташҡа баҫма йыйылмаһы ул. Китапхана ул – белем усағы, рухи байлыҡтар хазинаһы. Мин үҙем ғалим кеше, һәр бер уҡымышлы кеүек үк, алған белемем менән иң беренсе сиратта китапҡа, уны һаҡлар һәм нур төҫлө таратыр китапханаларға бурыслымын… Баш­ҡортостан Республикаһының Әх­мәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы фән донъямда ифрат ҙур урын биләй. Уҡыу йылдарында уның киң бейек уҡыу залдарында һәр көн тиерлек сәғәттәр буйы китаптар аша белем хазиналарын үҙләштерҙем… Милли китаптар бүлеге мөдире Суфия апай Мамлееваның исемен, яҡшы мөғәмәләрен рәхмәттәр уҡып йөрәгемдә йөрөтәм. Ул ваҡытымда йәш кенә көйө минең белем юлымды китапхана директоры, аҙаҡ республика Китап палатаһы директоры Мөбәрәк ағай Әмиров, китапханасы, көнсығыш телдәр белгесе Закир ағай Айыухановтар менән осраштырҙы, китап донъя­һында теләктәштәр, яҡын кешеләр яһаны. Студент йылдарымда, торараҡ фән эшенә тотоноуымда баш китапханабыҙҙың директоры Ислам Миңлеғәлиевтың, Рәбиға Ғайсинаның, Мөхәммәт Заки­ровтың һәр саҡ ихлас ярҙамдарын, һирәк осрар китаптар, иҫке журнал, гәзиттәр менән танышырға рөхсәт итеүҙәрендә гел булышлыҡтарын күрҙем. Иң ҙур рәхмәтембе китапхана эшен ғүмере буйы һөйөп башҡарған, шуға бар күңелен биргән ысын китапханасы, уҡыу залы мөдире Фәнүзә Һөйөндөковаға әйткем килә. Китап уҡыусыларҙы изге эштәре менән һөйөндөргәне өсөн гел-гел һөйөнөп йәшәһен Һөйөндөкова. Һирәк осрар китаптар юллап китапхананың генераль картотекаһы бүлмәһенә инһәм, ярҙам итергә үҙ эшен яратҡан һәм белгән Мөршиҙә Фәтихова йүгереп торор… Фәниә Шакирова, Гөлнур Дилмөхәмәтова кәрәк китаптарҙы йәһәт кенә табып килтерерҙәр… Рәйсә Тимерғәлина белешмәләр төҙөү буйынса ҙур эштәр башҡара…»
Ошо ғилем-белем һарайы – универсаль профилдәге дәүләт фәнни китапханаһы – бөтә ведомстволар­ға һәм системаларға ҡараған китапханаларҙың ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеген координациялау, китапхана-ара абонемент, мәғлүмәт туплау, библиография төҙөү, киң күләм уҡыусылар менән төрлө күмәк саралар уҙғарыу үҙәге лә булып тора: әҙәби кисәләр, китап уҡыусылар конференциялары, яҙыусылар һәм китап уҡыусылар менән осрашыуҙар, күргәҙмәләр, китап һәм китап һөйөүселәр менән эш буйынса методик күрһәтмәләр әҙерләү – бөтәһен иҫәпкә алыу мөмкин түгел…
Рухи байлыҡты туплау һәм уны халыҡҡа еткереү буйынса фиҙакәр хеҙмәт һалған коллегаларымдың эшсәнлеге тураһында айырым яҙырға кәрәктер тип уйлайым. Шулай ҙа уларҙың ҡайһы берәүҙәренең фамилияларын ғына булһа ла яҙып ҡалдырыу – минең изге бурысым.
Китапханабыҙҙың күп хеҙмәт­кәр­ҙәре менән танышыуым Өфө китапхана техникумында уҡыған осорҙан (1948 – 1951 йылдар) башланды. Уҡыу залында һәм йортҡа китап бирә торған бүлектән күп кенә китап-журнал алып уҡый инем. Ә инде институтта уҡыған осорҙа диплом эшен бында башҡарҙым; юғары белемле белгес булараҡ Республика китапханаһына эшкә ҡайтыуым тәбиғи булды.
Рифмир ГӘРӘЕВ,
библиограф,
тыуған яҡты өйрәнеүсе.

(Дауамы бар).










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)