09.10.2010 «Минең илем Башҡортостан, тыуып үҫтем ошонда. Шунда минең ырыҫым да, шунда минең ҡотом да»
Тарих мең дә туғыҙ йөҙ ҙә
Туҡһанынсы көҙөндә
Яңы тормош башланды
Республикам ерендә.
Минең илем Башҡортостан
Яулап алды азатлыҡ.
Республикам халҡы өсөн
Был булды оло шатлыҡ.
Республикам халҡы
Иңде-иңгә терәне.
Президент Мортаза
Булды уның терәге.
Минең Башҡортостанымдың
Бар үҙенең флагы.
Ете ырыу суғы менән –
Уртаһында ҡурайы.
Герб менән гимн да
Республикамды биҙәй.
Илем, тип янған халҡын
Ул алға табан әйҙәй.
Минең илем Башҡортостан –
Башҡортомдоң үҙ иле.
Яғымлы ла, наҙлы ла шул
Уның һөйләшкән теле.
Минең Башҡортостанымдың
Ауыр булды үткәне –
Шулай ҙа ул бирешмәне,
Теҙ сүкмәне, сикмәне.
Минең илем Башҡортостан,
Үткәндәрең фәһемле.
Бөгөнгө матур тормош
Булһын оҙон ғүмерле.
Минең илем Башҡортостан
Мах бирмәгән яттарға,
Юл ҡуймаған дошманына
Тыуған ерен тапарға.
Минең илем Башҡортостан,
Урау булды юлдарың.
Илем, тиеп башын һалды
Күпме аҫыл улдарың.
Минең илем Башҡортостан
Хәҙер йәшәй үҙ аллы.
Торғонлоҡ замандары
Һөйләргә генә ҡалды.
Минең илем Башҡортостан,
Өфө – уның үҙәге.
Ошо гүзәл илдә йәшәү –
Һәр берәүҙең теләге.
Минең илем Башҡортостан –
Йөрәгеңдең түрендә.
Нисә милләт татыу йәшәй
Ошо башҡорт илендә.
Минең илем Башҡортостан –
Хазинаның күп ере.
Бар донъяны таң ҡалдырған
Ете мөғжизә иле.
Минең илем Башҡортостан –
Гөлдәр, сәскәләр иле.
ҡағылмаһын илкәйемә
Сит-ят дошмандар еле.
Минең илем Башҡортостан,
Мөкиббәнмен мин уға.
Оҫта ҡуллы ҡыҙҙарыбыҙ
Аҫыл балаҫтар һуға.
Минең илем Башҡортостан,
Тыуып үҫтем ошонда.
Шунда минең ырыҫым да,
Шунда минең ҡотом да.
Минең илем Башҡортостан
Һәр саҡ йөрәк түрендә.
Һәммә башҡорт һөйләшһәсе
Тик үҙенең телендә.
Минең илем Башҡортостан –
Моң иле, ҡурай иле.
ҡайҙа ғына яңғырамай
Башҡорттоң моңло көйө.
Минең илем Башҡортостан,
Йәйрәп ята далаһы.
Үҙ ереңә хужа бул һин,
Аҫаба башҡорт балаһы.
Ерен һатҡан – илен һатҡан,
Еребеҙгә теймәйек.
Ерен һөймәҫ илен һөймәҫ –
ҡара битлек кеймәйек.
Минең илем Башҡортостан
Гүзәллектә бер генә.
Юҡҡа уны тиңләмәйҙәр
Швейцария иленә.
Минең илем Башҡортостан –
Башҡортомдоң үҙ йорто.
Берҙәм булайыҡ, туғандар,
Китмәһен уның ҡото.
Минең илем Башҡортостан –
Башҡортомдоң дәүләте.
Халҡымдың берҙәмлегендә
Республикам ҡеүәте.
Минең илем Башҡортостан,
Хайран итә аҡылың.
Бар донъяға «тын өрә»
Һинең «ҡара алтын»ың.
Минең илем Башҡортостан –
Башҡортомдоң бишеге.
Күңеле киң, йөҙө яҡты,
Һәр саҡ асыҡ ишеге.
Минең илем Башҡортостан
Йәшәргә яйын таба.
Тәбиғәт тә ярҙам итә,
Йүкәһенән бал тама.
Минең илем – Башҡортостан,
Иҙел аға ҡиблаға.
Ә ярҙағы ҡая таш –
Сал бөркөткә ояға.
Минең илем – Башҡортостан
Байлығыңдың юҡ сиге.
Тирә-яҡҡа күпләп оса,
Юҡ шул ҡапҡаңдың биге.
Минең илем Башҡортостан,
Һин өлгө татыулыҡта.
Киләсәктә лә йәшәйек
Дуҫлыҡта, туғанлыҡта.
Минең илем Башҡортостан
Һәр саҡ үҫеш юлында.
Ҙур өмөттәр бағлайбыҙ
Рөстәм Зәки улына.
Рәхимә ЮЛАМАНОВА.
Йылайыр районы,
ҡашҡар ауылы.