RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бөтәһе лә һинең ҡулдарҙа

10.07.2012 Бөтәһе лә һинең ҡулдарҙа

Бик һиҙгер, зирәк, алдан күреүсе изге кеше йәшәгән. Күпте белгән, күпте күргән һәм бөтәһе хаҡында ла бар нәмәне белгән. . Ирҙең ҙур аҡыл эйәһе булыуы хаҡында бөтә илгә тиерлек хәбәр таралған. Шуға тирә-йүндәге ауыл-ҡалаларҙан кешеләр уға кәңәш, аҡыл һорап килгән. Ул бөтәһен дә ҡолас йәйеп ҡаршы алған, береһен дә яуапһыҙ ҡайтармаған, һәр ҡайһыһын тыныс ҡына аҙаҡҡаса ихлас тыңлаған, ҡунаҡ итеп, оҙатып ҡалған.
Был хаҡта бер тар күңелле, көнсөл кеше ишетеп ҡала ла: «Барып, уны әҙәм көлкөһөнә ҡалдырып ҡайтайым әле. Юғиһә, бөтә нәмә хаҡында ла белә, имеш, тиҙәр. Мин ул белә алмаҫлыҡ берәй нәмә уйлап табасаҡмын», – тип үҙенең мәкерле ниәтен ҡылмаҡсы була.
Шунан ул бер күбәләкте тотоп ала ла, усына йома. Үҙе ҡәнәғәт йылмайып, мыҫҡыллы көлә:
– Хәҙер уға барам да, ҡулымдағы күбәләк үлеме, тереме, тип һораясаҡмын. Әгәр ҙә «тере» тиһә, тиҙ генә бармаҡтарым менән ҡыҫып, уны үлтерәсәкмен. Ә инде «үле» тиһә, рәхәтләнеп унан көлөп, бөтәһе лә күрһен өсөн усымдағы күбәләкте осорасаҡмын. Бына инде шунда күрербеҙ кешеләрҙең уға ҡарата фекере, ышанысы нисек үҙгәргәнен.
Насар күңелле кеше аҡыл эйәһенең өйөнә инә. Унда халыҡтың күплегенә иҫе китә. Бөтәһенең дә йөҙҙәре яҡты, бөтәһе лә шат, ҡәнәғәт. Ә тар күңелле иргә бындай күренеште күреү бик ауыр, шуға ул тиҙерәк үҙенең аламалығын башҡарырға теләп, эре генә бөтәһе лә ишетерлек итеп:
– Һин бөтәһен дә беләһең, күрәһең тиҙәр. Әйт әле, мин һиңә үлеме, әллә тереме күбәләк алып килдем? – ти.
Аҡыл эйәһе иргә йылмайып ҡарай ҙа, матур итеп:
– О, хөрмәтле кешем, бөтәһе лә һинең ҡулыңда, – ти.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)