03.07.2012 Вариҫ
Ғәҙел, аҡыллы һәм бик бай батша йәшәгән. Уның яратҡан ҡатыны булған. Тик ул батшаның мөхәббәтен хуп күрмәй, ситтән өс малай таба. Малайҙар батшаны һәр ваҡыт дошманы итеп күргән. Һуңғараҡ батшабикә үҙ иренән дүртенсе малайын таба.
Ғүмер үтә, малайҙар буй еткерә. Батша инде олоғая, донъя гиҙеп ҡайтып, үҙенең үлеме яҡынлашыуын тоя. Бер аҙҙан вафат була. Уның кәүҙәһен батшаларҙы ғына ҡуя торған урынға һалалар.
Ағалы-ҡустылар батша тәхетенә үҙ-ара бәхәсләшә башлай. Үҙҙәре генә хәл итә алмағас, дүртәүләшеп бик аҡыллы, даны бөтә илгә таралған аҡһаҡалға кәңәш һорап киләләр.
– Кемегеҙҙең йәйәнән атҡан уғы батшаның тәнен нығыраҡ тишеп үтә, шул тәхеткә ултырасаҡ, – ти аҡыл эйәһе.
Беренсе улы батшаның уң ҡулын яралай. Икенсеһе ҡулбаш һөйәген тишә. Өсөнсөһө инде батшаның күкрәген йыртып, йөрәген яра. Һәм ул үҙенең батша булырына төплө ышана.
Ә дүртенсе улы атаһының кәүҙәһе эргәһенә килә лә, әрнеүле тауыш менән:
– Хөрмәтле атайым, бер ваҡытта ла батша булмаһам да, тере, йәки үле атай кәүҙәһенә яра һала алмаясаҡмын, – ти. Һәм, башын эйеп, атаһының кәүҙәһендәге уҡтарҙы һаҡ ҡына сүпләп ала ла, унан ғәфү үтенә.
Ошоно ғына көтөп торған халыҡ, шау-гөр килеп, уны күтәреп ала ла атаһының тәхетенә килтереп ултырта. Беҙҙең иң ышаныслы, ғәҙел, аҡыллы батшабыҙ һин, ти улар.
Аҡһаҡал да был хәлде күреп, ҡәнәғәтлек белдерә. Аҙаҡ йәш батшаға бик күп аҡыллы кәңәштәрен бирә. Тегеһе инде аҡһаҡал һөйләгәндәрҙең барыһын да башына һеңдерә бара. Аҙаҡ аҡыл эйәһенә ҙур рәхмәтен белдерә.
Ул атаһы һымаҡ ғәҙел һәм аҡыллы батша була.
Рәмилә ТАЙСЫНОВА әҙерләне.