03.07.2012 МОДЕЛЛЕ КИТАПХАНАЛАР КҮБӘЙӘ
Рәсәй ауылдарында китапханалар йылдан-йыл кәмей бара. Уларға йөрөүселәр һаны ла артмай. Етмәһә, белем таратыусы был учреждениелар урындарҙағы мәҙәни-күңел асыу урындарының бүлексәләренә әйләнә һәм юридик статусын юғалта. Бер яҡтан ҡараһаң, китапханаларҙың бер бүлексәгә генә әйләнеүендә проблема ла юҡ кеүек – улар үҙенең төп функцияһын үтәүҙән туҡтамай бит. Тик бындай осраҡта китапханалар төрлө ярҙамдан, фондты комплектлау өсөн бирелгән субсидияларҙан ситтә тороп ҡала. Шулай ҙа, Башҡортостанда китапханалар күпләп ябыла, дөйөм Рәсәйгә ҡағылышлы был проблема беҙҙә әллә ни ҡырҡа тора, тип әйтеп булмай. Ә илебеҙҙең ҡайһы бер төбәктәрендә хәл, ысынлап та, киҫкен.
Ошо һәм башҡа проблемаларҙы хәл итеү өсөн Өфөнөң Конгресс-холында “Ауылдың моделле китапханалары − Рәсәйҙең урындарҙағы ойошмалары үҫешенең тотороҡло үҙәктәре” тип аталған төбәк-ара конференция үтте. Башҡортостанға, үҙебеҙҙең ауылдарҙан тыш, тотош Волга буйы федераль округынан китапханасылар йыйылды. Туплаған тәжрибәһе менән уртаҡлашыу һәм башҡаларҙан да фәһем алыу өсөн Мәскәүҙән дә белгестәр килде. Конференцияла ауыл китапханаларының яҙмышы, моделле китапханаларҙың перспективаһы тураһында һүҙ барҙы. Сараға Татарстан, Удмурт, Сыуашстан Республикалары, Белгород, Свердловск һәм Ырымбур өлкәләре вәкилдәре йыйылғайны. Улар ике көн буйы моделле китапханаларға ҡағылышлы проблемаларҙы ғына хәл итеп ҡалманы, Башҡортостандың мәҙәни, тарихи урындары менән дә танышты.
− Ауыл өсөн китапханаларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, − тине Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев. – Китапхананың төп бурысы – халыҡ өсөн мәғлүмәткә, белемгә юл асыу. Ауыл ерендә улар халыҡты туплай, кешеләрҙең мәҙәни талаптарын ҡәнәғәтләндереү өсөн үҙәк тә булып тора.
Был һүҙҙәр менән килешмәү мөмкин түгел. Бөгөн республиканың ҡайһы бер ауылдарында башҡа мәҙәни үҙәктәр юҡ тиерлек, халыҡты туплай торған берҙән-бер урын – китапхана. Тик китапханаларҙың эшмәкәрлеге әүҙем барһын өсөн төрлө факторҙар – бинаны йылытыу, булған базаны һәйбәт һаҡлау һәм замансалары менән тулыландырыу кеүек көндәлек, әммә мөһим мәсьәләләр даими сығып тора. Ә бының өсөн китапханаларҙың кешеләргә кәрәклеген аңлап, бюджеттан финанслау талап ителә.
Моделле китапханалар – бөгөнгө заман талабы. Бындай китапханаларҙа килгән һәр кем өсөн интернет тәҡдим ителеүе бик уңайлы. Бынан тыш, уларҙы йыһазландырыу буйынса ла аныҡ нормалар билдәләнгән һәм был эште башҡарыу белем, мәғлүмәт усаҡтарының торошон яҡшыртыуға ҙур ярҙам булып тора. Кәрәкле мәғлүмәттәрҙең электрон варианттарҙа тупланыуы ла уңайлы. Дөйөмләштереп алғанда, Башҡортостан моделле китапханаларының һаны буйынса Рәсәйҙә алдынғы урындарҙы биләй. Беҙҙең республикала 1741 китапхана булһа, шуларҙың 164-е моделле. Башҡортостандың төрлө ауылдарында заманса китапханалар асыу дауам итә. Халыҡ уларға йөрөй, күрһәтелгән хеҙмәттәр менән файҙалана.
“Ауылдың моделле китапханалары − Рәсәйҙең урындарҙағы ойошмалары үҫешенең тотороҡло үҙәктәре” төбәк-ара конференцияһында “түңәрәк өҫтәл”дәр, мастер-кластар ҙа ойошторолдо.