05.06.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!
Бәхет ул – балаларҙың тамағы туҡ, өҫтө бөтөн, һау-сәләмәт һәм өләсәләрендә булыуы…
* * *
Ағайым һәр ваҡыт йыһангир булырға теләне. Ә мин – табип. Уны дауалар өсөн.
* * *
– Әсәй, егерме һум аҡса бир әле, мин уны анауында баҫып торған меҫкен ҡартҡа бирәм.
– Эй, минең ҡыҙым маладис та инде, бигерәк изге күңелле. Ә ул бабай ҡайһы ерҙә баҫып тора һуң? – ти әсәһе.
– Ана, теге тыҡрыҡта туңдырма һата.
* * *
«Иғтибар! Эшкә бер аҙ һуңлап килеүсе хөрмәтле хеҙмәткәрҙәр! Эштән саҡ-саҡ ҡына алдараҡ китеүселәр менән бәрелешмәҫ өсөн коридорҙың уң яғынан атлауығыҙҙы һорайбыҙ!»
* * *
Улдары армиянан ҡайта. Ата-әсәһенең шатлығы эсенә һыймай:
– Әсәһе, ҡара әле, – ти атай кеше, – улыбыҙ, буй етеп, мыҡты кәүҙәле, үҙ аллы эш итерлек егет булып ҡайтҡан да баһа.
Улдарының тәҙрә аша үтеп барыусы ҡыҙҙарҙы күҙәтеп ултырыуын күргән әсәһе:
– Улыбыҙ ҡыҙҙарға ла күҙ һала башлаған, – тип һөйөнә.
Ә егет ҡыҙҙарҙың артынан:
– Салбарҙары үтекләнмәгән, яғалары тегелмәгән, сәстәре яҡшы итеп таралмаған һәм атлауҙары ла дөрөҫ түгел, – тип ҡуя.
* * *
– Мин әйтәм, күршеләребеҙ бөтөнләй шашты: төнгө сәғәт өстә йә батареяға һуғалар, йә иҙәнгә, йә түшәмгә шаҡыйҙар. Ярай әле йоҡламайым, ә гармунда уйнайым.
* * *
– ҡәҙерлем, бейемәсе!
– Ниңә?
– Бейемә, тим бит һәм бөттө!
– Ниңә һуң, йыры бит бик яҡшы?
– Рулде нығыраҡ тот, рулде!