RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Әҙип һүҙе ҡәҙерле

05.06.2012 Әҙип һүҙе ҡәҙерле

Әҙип һүҙе ҡәҙерле
Әмир ӘминевтЫң «ҡытай-город» китабына ингән повестар һәм хикәйәләрҙе уҡығандан һуң автор тураһында, бигерәк талантлы, аҡыллы, зирәк, тип уйлайһың. «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире, билдәле башҡорт прозаигы Әмир Мөхәммәт улы менән күҙмә-күҙ осрашҡандан һуң, аралашыуҙа ябай, баҫалҡы, тыйнаҡ кеше икән, тип тағы бер хайран ҡалаһың. Әҙип менән республика башҡорт лицей-интернатының һигеҙенсе синыф уҡыусыларының осрашыуы 31-се китапхананың уҡыу залында үтте.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән махсус күргәҙмә уҡыусылар­ҙы яҙыусының ижады менән яҡындан таныштырһа, егеттәр ҙә осрашыуға буш ҡул менән килмәгәйне, автор иғтибарына «ҡытай-город» һәм «Танкист» әҫәрҙәре буйынса ижади эштәрен – инша, шиғыр, кроссворд, һүрәттәрен тәҡдим итте. Был уларҙың повесть, хикәйәләрҙе бик ентекле өйрәнеүен күрһәтте (башҡорт теле уҡытыу­сыһы, БР-ҙың мәғариф отличнигы Аида Абдуллинаның һүҙе буйынса, балалар дәрестәрҙә һәр саҡ бик әүҙем ҡатнаша). Инша-шиғырҙарында ни тураһында яҙғандар, осрашыу мәлендә ни хаҡында тулҡынланып һөйләнеләр, тиерһегеҙ. Әлбиттә, тәүге урынға ата-әсәләр менән балалар араһындағы мөнәсәбәт мәсьәләһе сыҡты. Иң ғәзиз кешеләргә ҡарата рәхимһеҙлекте кеше үлтереүгә тиңләп, ҡарт фронтовиктың ҡаты бәғерле ҡыҙын ҡаты утҡа тотто уҡыусылар. Ата-әсәгә ихтирам, һөйөү − кешелеклелек билдәһе, тип, уларҙы ҡәҙер итеү − һәр кемдең мөҡәддәс бурысы, тигән уртаҡ фекергә килделәр. Батырша Күсемханов, Айтуған ҡәйепов, Ильяс Әхмәтшин, Денис Нуриманов, Фаяз Байсурин, Әнүәр Шәриповтың ижади эштәрендә ошо тема айырыуса төплө яҡтыртыл­ғайны.Тема буйынса һөйләшеүгә йомғаҡ яһап, яҙыусы, кешенең холоҡ-фиғеле, шәхестең формалашыуы төп осраҡта ниндәй ғаиләлә тәрбиәләнеүенән ҡала, тине.
Уҡыусылар менән яҙыусы бер-береһен тәүге тапҡыр күрһә лә, аралашыу бик йәнле барҙы. Киләсәктә республиканың йөҙөк ҡашы булырҙай үҫмерҙәр, нимә әйтергә, ни һорарға белмәгәндәй, ауыҙҙарына һыу уртлап ултырманы, Әмир Мөхәммәт улына һорауҙарҙы яуҙырҙы ғына: яҙыусының бала сағы, йәшлеге нисек үткән, армияла хеҙмәт итеүе ауыр булғанмы, нисек яҙыусы булып киткән, үҙенең әҫәрҙәре араһында ҡайһыһын нығыраҡ ярата, ниндәй әҙәбиәтте үҙ итә, хәҙерге заман яҙыусы-шағирҙары араһында кемде уҡый?.. Әҙип һүҙенә сарсағандай, балалар яҙыусының әҫәр­ҙәренә лә, эшенә лә, шәхси тормошона ҡарата ла ҡыҙыҡһыныу белдерҙе, үҙҙәрен борсоған, күңелдәрен өйкәгән мәсьәләләрҙе һорау ҡатыш күтәр­ҙе. Йәш йөрәктәр мөхәббәт тигән татлы ла, ғазаплы ла хис-тойғоға ҡағылышлы һорау биргәс, Әмир Мөхәммәт улы, бала саҡтан гүзәл затты хөрмәт итеп, күктәргә аштыр­ған һөйөү хисен түкмәй-сәсмәй һаҡларға, уны илһам сығанағы итеп йәшәргә кәңәш итте. Сәләмәт йәшәү рәүеше лә ситтә ҡалманы − бөгөн был иң мөһим мәсьәләләр­ҙең береһе. Һаулығы ныҡ булған кеше генә үҙ маҡсаттарына тулыһынса ирешә ала, ниәттәрен ауырлыҡһыҙ тормошҡа ашыра. Шуға ла йәштән һаулыҡты һаҡлау, уны нығытыу мотлаҡ.
Үҙ-ара уртаҡ тел тапҡас, лицей уҡыусылары Әмир Әминевты оҙаҡ ебәргеләре килмәне. Әммә тәмле нәмә күп булмай, мауыҡтырғыс әңгәмәгә лә нөктә ҡуйырға ваҡыт етте. Китапханасы Э. Ушакова, осрашыуға йомғаҡ яһап, «Танкист» әҫәренә электрон презентация күрһәтте. Һәр уҡыусы яҙыусынан автограф алғас, төркөм менән иҫтәлеккә фотоға төштөләр. Әмир Мөхәммәт улы балалар менән, тырышып белем алығыҙ, китаптар уҡығыҙ, киләсәк үҙегеҙҙең ҡулығыҙҙа, тип матур теләктәр теләп хушлашты.
Ошондай бай йөкмәткеле осрашыуҙар бер ҡасан да эҙһеҙ үтмәй. Байтаҡ йылдар уҙғас та, үҫмерҙәр үҫеп, үҙ аллы тормош башлағас, һәләтле әҙип, яҡты кеше менән аралашыуҙы иҫләп, уның әйткәндәрен күңеленән үткәреп илһамланыр, китаптарын эҙләп табып, тағы-тағы уҡып хәтер ебен яңыртыр.

Ә. ХыЗырова.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)