RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Ағиҙел»дә хикәйәселәр көс һынаша!

25.05.2012 «Ағиҙел»дә хикәйәселәр көс һынаша!

«Ағиҙел» өсөн 2012 йылдың һөйөнөслө яңылыҡтан башланғанын хәбәр иткәйнек инде. Төрки илдәр­ҙә журналды «Йыл журналы» тип иғлан иттеләр. Бындай баһаға лайыҡ булыу мәртәбәле лә, ҡыуаныслы ла, шул уҡ ваҡытта яуап­лылыҡ та өҫтәй.
Матбуғат саралары өсөн тағы марафон башланды – һәр баҫма үҙ уҡыусыһын табырға, элеккеләрен һаҡлап ҡалырға, тираж йыйырға тырышалар. «Ағиҙел» журналы хеҙмәткәрҙәрен дә ошо мәсьәлә борсой: аҙна һайын республиканың район, ҡала мәҙәни сараларында ҡатнашып, үҙебеҙ ойоштороп, уҡыусыларыбыҙ менән осрашып, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшергә ашығабыҙ. 2012 йылдың икенсе яртыһына «Ағиҙел»гә яҙылдығыҙмы, журнал­һыҙ ҡала күрмәгеҙ, күңелегеҙҙе мыр баҫыр, рухығыҙ ойор, милләт, рухиәт мәсьәләләренән ситләшмәгеҙ, быҫҡымағыҙ, үҙ ҡаҙанығыҙҙа ғына ҡайнамағыҙ.
Ышаныстарыбыҙ аҡлана килә, тоғро дуҫтарыбыҙ бар, шөкөр. «Ағиҙел», элеккесә, һеҙҙең иғтибар­ға яҙыусының ҡәләме ҡараһы ла кибеп бөтмәгән өр-яңы проза әҫәр­ҙәре, шиғриәт өлгөләре, көнүҙәк темаларға үткер мәҡәләләр тәҡдим итәсәк. Әҙәби тәнҡит һәм әҙәбиәт теорияһы мәсьәләләре, мәҙәниәт һәм сәнғәт яңылыҡтары ла ситтә ҡалмаҫ. Шулай уҡ 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына, башҡа тарихи ваҡиғаларға һәм даталарға ҡарата материалдар, фәһемле очерктар, әңгәмәләр әҙерләнә. «Сатира һәм юмор» рубрикаһында көлкөлө әйберҙәр, фольклор темаһына фәнни мәҡәләләр буласаҡ.
Журнал уҡыусыларға, әҙәбиәт һөйөүселәргә, заманыбыҙҙың күренекле әһелдәренә, милләттәштәребеҙгә «Йәшлек» аша ла мөрәжәғәт итергә булдыҡ: «Ағи­ҙел»гә берҙәм яҙылайыҡ, подписканы әүҙем уҙғарырға ярҙамлашайыҡ, яҡындарыбыҙҙың да ошо хаҡта хәтеренә төшөрәйек.
Яҙыусыларҙы, йәмәғәтселекте баҫмабыҙға ылыҡтырырҙай, сәмдәрен ҡуҙғатып ебәрерҙәй бик мөһим яңылығыбыҙ ҙа бар. Евразия Яҙыусылар союзы берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт ҡашғари исемендәге II халыҡ-ара хикәйәләр бәйгеһен иғлан итте. Темаһы – ирекле.
Башҡортостанда еңеүселәргә:
I урынға – 500 $;
II урынға – 300 $;
III урын яулаусыға 150 $
күләмендә премия билдәләнгән.
Төбәктәрҙә еңеүселәрҙе билдәләү – 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем. Уларҙың әҫәрҙәре артабан­ғы турҙа ҡатнашыу өсөн Төркиәгә ебәреләсәк. Халыҡ-ара турҙы йомғаҡлау – 2012 йылдың ноябрендә. Еңеүселәрҙе бүләкләү 2012 йылдың декабрендә Төркиәлә уҙасаҡ.

Бәйгенең шарттары

Конкурсҡа хикәйәләр почта йәки курьер аша ҡабул ителә. Бәләкәй конвертҡа исем-фамилияғыҙҙы, бәйләнеш координаттарын яҙып, фотоғыҙҙы һалып йәбештерегеҙ ҙә уны хикәйә тексы һәм электрон версияһы һалынған диск менән ҙурыраҡ конвертҡа һалығыҙ. Хикәйәлә һеҙҙең псевдоним торорға тейеш. Ошо шарттар үтәлмәһә, әҫәр бәйгелә ҡатнаша алмай. Диск эсендә лә авторҙың ысын исеме торһа, бәйгенең шарты боҙола һәм әҫәре конкурста ҡатнаша алмай.
1. Хикәйәнең бығаса бер конкурста ла ҡатнашмауы һәм матбуғатта баҫылмауы мотлаҡ.
2. Хикәйә темаһы ирекле, башҡорт телендә.
3. Жюри ағзалары һәм уларҙың яҡын туғандары конкурста ҡатнаша алмай.
4. Бер үк авторҙың ике хикәйә тәҡдим итеүе мөмкин.
5. Хикәйәнең күләме 0,5 табаҡтан 1,5 табаҡҡа тиклем.
6. Хикәйәләр 12-се шрифт менән 1,5 интервалда компьютерҙа баҫылып, 6 данала ебәрелә. Электрон версияһы дискыға һалынырға тейеш.
7. ҡулъяҙмалар авторға кире ҡайтарылмай һәм рецензия­ланмай.
8. Бәйгелә еңгән хикәйәләрҙең авторлыҡ хоҡуҡтары Евразия Яҙыусылар союзыныҡы һаналасаҡ.
Халыҡ-ара турҙа еңеүселәр өсөн премия түбәндәгесә:
I урын – 10 000 $;
II урын – 7 500 $;
III урын – 5 000 $;
Дәртләндереү – 2 500 $.
Мәхмүт ҡашғари исемендәге II халыҡ-ара хикәйәләр конкурсы 25 төрки ил-республикала барасаҡ, һорауҙар булһа, редакцияға шылтыратырға кәрәк. Шулай итеп, старт бирелде, ашығығыҙ, ҡәләмдәштәр, бәйгенән ситтә ҡалмағыҙ. Ә уҡыусыларыбыҙ иңдән-иң тип табылған хикәйәне журналыбыҙ биттәрендә күрә алыр. Шуның өсөн дә «Ағиҙел»гә яҙылмай ҡалмағыҙ, дуҫтар!

Гөлназ ҒӘЙНУЛЛИНА,
«Ағиҙел» журналының
яуаплы секретары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)