15.05.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!
Тауыш тиҙлеге бигерәк ҡыҙыҡ нәмә икән. Бына, мәҫәлән, атай-әсәйҙәр 20 йәшлек балаларына нимәлер әйтһә, ул тауыш балаларына тик 40 йәштә генә барып етә.
* * *
Ул бит үҙе лә кәзә тәкәһе һымаҡ ине. Шуға ла уны үлтереүсене браконьерлыҡта ғәйепләгәндәр.
* * *
Ир-аттар ҡатын-ҡыҙҙың логикаһын аңларлыҡ кимәлдә аң-белемгә эйә түгел. Ә бына ҡатын-ҡыҙ уларҙан аңлыраҡ, әммә улар ирҙәрҙе аңларға тырышмай.
* * *
Николай Валуев, битенә ҡунған серәкәйҙе үлтереп, үҙ-үҙен нокаутҡа ебәргән.
* * *
Экипаж командиры байрамдан һуң штурманға өндәшә:
– Беҙ ҡайҙа?
– Айнытҡыста!
– Ул тиклем үк ваҡланма инде, ниндәй ҡалалабыҙ, – тим.
* * *
– Шул тиклем ҡайҙа ҡыҙынып ҡайттың ул?
– Төркиәнән... Йәй буйына төҙөлөштә эшләнем.
* * *
Ғалимдар оҙон ғүмерле булыуҙың шаҡ ҡатырлыҡ яңылығын асҡан – Аллаһы Тәғәлә һиңә күпме ғүмер биргән, тап шунса йәшәйәсәкһең.
* * *
Яңы закон: „Мәскәүгә килгән, әммә теркәлеү үтә алмаған граждандар Рәсәйгә кире ҡайтарып ебәреләсәк”.
* * *
Ғәрәсәт Техас фермерының өйөнөң тимер ҡыйығын емереп төшөргән. Дуҫының кәңәше буйынса ул тимерҙе машиналар йүнәтеү оҫтаханаһына илткән. Ике көндән һуң уға:
– Джон, беҙ һеҙҙең машинағыҙ менән нимә булғанын асыҡлай алманыҡ, әммә өс көндән һуң ул әҙер буласаҡ, – тип шылтыраталар.