RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Әсә күңеле – балала, баланыҡы – далала…

10.04.2012 Әсә күңеле – балала, баланыҡы – далала…

Дауахананың күп кеше ятҡан палатаһында өҫтөнә иҫке генә халат, аяғына туҙып бөткән тапочка кейгән ҡарсыҡ, күҙҙәрен мөлдөрәтеп, тәҙрәгә баҡҡан. Уны инде береһе лә йыуатмай. Сөнки ни өсөн күҙҙәре йәшләнгәнен яҡшы беләләр. Эргәһендә ятҡандарға көн һайын тиерлек килеп торалар. Ә уның улы бер тапҡыр ғына инеп сыҡты, шул халатты килтергәйне, ә тапочка хаҡында бөтөнләй онотҡан, имеш.
– Иртәгә килтерермен… Түҙерһең, йәме!
– Әлбиттә, түҙәм. Йомшаҡ түшәктә йөн ойоҡбаштарҙа ла ята алам. Бер ҡайҙа ла йөрөмәйем бит, бында ни йөрөрлөк урын да юҡ. Ашарға ла санитар ҡыҙҙар үҙҙәре килтереп бирә. Ауырыуым шул тиклем көслө, тик ятып ҡына торғом килә.
Улы, көрһөнөп, күҙҙәрен икенсе яҡҡа бора:
– Мин бер эш менән килгәйнем… Һиңә йомош бар… Дөрөҫ аңла… Минең турала насар уйлай күрмә. Һинең фатирың буш тора бит… Беҙ киленең менән уйлаштыҡ та… Һин яңғыҙың, ауырыуһың… Әлегә барыбер дауаханала ятаһың. Ә аҙаҡ, һауыҡҡас, үҙебеҙгә алып ҡайтырбыҙ, тибеҙ… Ейәндәрең дә шат буласаҡ. Улар бит һине бик ярата! Шулай булғас, бөтәһен дә хәл иттек! Беҙгә ҡайтасаҡһың! Ә фатирыңды һатасаҡбыҙ. Алыусыһы ла табылды инде…
ҡағыҙҙар сығарып:
– Әсәй, бөтәһен дә уйланым, миңә ышан. Бер аҙ хәлең яҡшырғас та килеп аласаҡбыҙ.
– Нимә әйтәйем инде? Һин минең берҙән-берем, иң яҡын кешем… Ә ейәндәр, эйе, улар хаҡына йәшәргә тырышырмын!
Һәм ҡарсыҡ, бер ниндәй ҡара уй уйламай, бөтә ҡағыҙҙарға ла ҡалтырап торған бармаҡтары менән көс-хәлгә ҡултамғаһын ҡуя.
Көндәр, аҙналар үтә, тик улы күренмәй. Һәм килеүе лә икеле… Бөтәһе лә ҡарсыҡты йыуата, йәлләй… ҡарсыҡтың хәле көндән-көн насарлана бара һәм көн дә тиерлек уның төшөнә улының бала сағы инә. Нисек итеп уға бутҡа бешереүе, ә улының ашағыһы килмәй, көйһөҙләнеүе. Әсәй кеше уны йыуата, ярата, иркәләй. Һәм уның тәүге аҙымдары, балалар баҡсаһы, мәктәп, беренсе синыф…
Табиптар өндәшмәй, улар ҡарсыҡҡа нисек тә ярҙам итергә, уны тыныслан­дырыр­ға тырыша.
Улы табиптарға нимә менән ауырыуы хаҡында ҡарсыҡҡа әйтмәҫкә ҡуша. Шуның өсөн дә ул дауахананың ябай стационар түгеллеген һәм үҙенең бер ҡасан да һауыҡмаясағы хаҡында белмәй. Шуға ул быға көймәй ҙә. Уның күңелендә, уйында тик бер генә нәмә – ҡасан улы килеп, уны алып ҡайтасаҡ… Тик улы, көн һайын тиерлек табиптарға шылтыратып:
– Һеҙ бит уны, үләсәк, тинегеҙ. Уның һаман иҫән булыуына аптырайым, – тип асыулана.
Ә әсә һаман улының килеүенә, уны ҡосаҡлап, бөтәһен дә аңлатыуына ышана. Бына хәҙер ишек асылып китер ҙә, улы килеп инеп, оҙаҡ килмәүенә ғәфү үтенер, ә әсә йөрәге изге – уны ғәфү итәсәк...
ҡарсыҡ, һуңғы көсөн йыйып, яй ғына карауатынан тора. Стенаға һөйәлеп, әкрен генә тәҙрәгә яҡынлаша. Ул һаман ышана. Нисек килмәҫкә мөмкин, әсәһе бит көтә... Ул һуңғы минутына тиклем көтәсәк... Тәҙрәнән йәш эркелгән күҙҙәре менән күккә бағып, тыныс ҡына: „Йә, Хоҙайым, сабырлыҡ, түҙемлек бир! Улым килмәй тороп, мине үҙеңә алмасы!” – тип ялбара.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)