RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бик һағынһаң, һыпырт Стәрлегә...

10.04.2012 Бик һағынһаң, һыпырт Стәрлегә...

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына быйыл 80 йыл тулды. Ошо дата айҡанлы республикала төрлө саралар, конференциялар, әҙәби кисәләр, проект-премьералар уҙғарылды һәм уҙғарыла. Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы ла бындай сараларҙан ситтә ҡалманы. Башҡорт әҙәбиәте кафедраһы тарафынан республиканың юғары һәм урта профессиональ уҡыу йорттары студенттары, мәктәп уҡыусылары араһында ғилми һәм ижади эштәр конкурсы иғлан ителде. Конкурсҡа Өфө, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат ҡалалары һәм Ғафури, Миәкә, Ишембай, Көйөргәҙе, Дәүләкән, Ейәнсура райондарының төрлө уҡыу йорттарынан һәм мәктәптәренән бөтәһе 200-гә яҡын эш ҡабул ителде. Үткән йомала академияның тамашалар залында уҙғарылған әҙәби кисәлә ижади ярыш­ҡа йомғаҡ яһалды. Сараға Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары, педагогия колледжы студенттары, көньяҡ төбәктәге төрлө уҡыу йорттарынан уҡытыусылар һәм уҡыусылар килгәйне.

− Йәмәғәтселектең аңын уятыу­ҙа, халыҡтың рухи донъяһын байытыуҙа Рәми Ғарипов кеүек оло шәхестәрҙең роле ҙур, − тине сәләмләү һүҙендә уҡыу-уҡытыу эштәре һәм йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса проректор, филология фәндәре докторы, профессор Илшат Сәхиәтулла улы Насипов. – Уларҙың һәр һүҙе кешеләргә үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге хаҡында уйланырға ярҙам итә.
Артабан ул, академия тормошона байҡау яһап, бәйләнештәрҙе өҙмәҫкә саҡырҙы.
Башҡорт филологияһы факультеты деканы Зөһрә Иҙрис ҡыҙы Сәләхова факультеттың бөгөнгө йәнле тормошо хаҡында һөйләп, сифатлы белем алыу, кәрәкле һөнәр эйәһе булыу өсөн бөтә шарттарҙың да булдырылыуын билдәләне.
Артабан һүҙ башҡорт филологияһы студенттарына би­релде. Улар Киләсәк исеменән шағирға өндәште (Лилиә Тимербулатова), шағирҙың ҡобайырын башҡарҙы (Ләй­сән Аҡсарова). Бына, ниһайәт, сәхнәлә − Рәми (Илшат Сынбулатов). Шағир инде үҙе Киләсәккә өндәште: «Килә­сәгем! Ас һин ишегеңде...» Рәми шиғырын уҡып бөтөүгә, хәүефле музыка яңғыраны. Сәхнәгә Һәҙиә (Әлфинә Бәширова) сыҡты. Бөйөк яҙыусы менән Шағирҙың диалогы тамашасыларҙы үткән быуаттың дәһшәтле 37-се йылдарына, торғонлоҡ осоро тип мөһөрләнгән 60-сы йылдар аҙағына – 70-се йылдарға алып ҡайтты… Наил Ғәйетбаевтың «Төн» трагедияһынан алынған өҙөк (режиссеры – Азамат Хәлилов) ут булып күңелгә яғылды, тамашаға килгән әҙәбиәт һөйөүселәрҙе уйландырҙы…
Бына фәнни-тикшеренеү һәм ижади эштәр конкурсының һөҙөмтәләрен иғлан итергә лә ваҡыт етте. Фәнни эштәр буйынса беренсе урынды Ғафури районының Сәйетбаба урта мәктәбе уҡыусыһы Гүзәлиә Хәсәнова, ижади эштәр буйынса Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се гимназия-интернаты уҡыусыһы Юлиә Иҫәнғужина яуланы. Урта профессиональ белем биреү уҡыу йорттары студенттары араһында ғилми тикшеренеүҙәр өлкәһендә Салауат педагогия колледжынан Динә Дәүләтҡоловаға, ижади эштәр буйынса Юлиә Мөхәмәтйәроваға тиңләшеүсе табылманы. Юғары уҡыу йорттары араһында тәүге урындарҙы Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһынан Лилиә Тимербулатова һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Азалия Хурамшина бүлеште. Ә ижади эштәр араһында беренсе урынға беҙҙең педагогия академияһынан Гөлшат Сөләймәнова сыҡты. Ғилми һәм ижади эштәр шулай уҡ төрлө номинацияларҙа ла («Оригиналь ғилми идея өсөн», «Туған телгә, әҙәбиәткә һәм тарихҡа һөйөү өсөн», «Рәми Ғарипов ижадын һөйөү өсөн», «ҡабатланмаҫ художестволы образ өсөн», «Оригиналь художестволы форма өсөн», «Иң йәш ҡатнашыу­сы» һ.б.) баһаланды. Урындар алған һәм номинацияларҙа билдәләнгән барлыҡ мәктәп уҡыу­сыларына, юғары һәм урта профессиональ уҡыу йорттары студенттарына Почет грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Кисәне йомғаҡлап, башҡорт әҙәбиәте кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты, доцент Рәйсә Хәким ҡыҙы Илешева кон­курс­та ҡатнашыусылар­ҙың барыһына ла рәхмәтен белдерҙе.
− Стәрлетамаҡ ҡалаһы тыуған Башҡортостаныбыҙ­ҙың тарихҡа, тәбиғәт мөғжизәләренә бай күркәм төбәгендә урынлаш­ҡан. Бынан алыҫ түгел изге Торатау – боронғо хандар төйәге ҡалҡып тора. Салауат Юлаев Пугачевҡа ҡушылыр­ға барған юлында Ағиҙел, Ашҡаҙар, Стәрле йылғаларын кисә, тап ошо ерҙәрҙә хәл иткес ҡарарын ҡабул итә. Данлы ҡаһым түрә тоҡомдары йәйләгән, халҡыбыҙҙың илаһи йыры «Ашҡаҙар» тыуған төбәк был. Сая рухлы шәхестәрҙе үҙенә ылыҡтырып торған Стәрлетамаҡ ХХ быуат башында башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте үҙәгенә әйләнә, Башҡорт хөкүмәте тарафынан Башҡортос­тандың баш ҡалаһы тип иғлан ителә. Был ерҙең үҙенсәлекле тартыу көсөн әүлиә һиҙгерлеге менән тойған шағирыбыҙ Р. Ғарипов:
Бик һағынһаң, һыпырт Стәрлегә −
Унда һине һүҙһеҙ аңларҙар, − тип яҙа.
Беҙҙе Стәрле ерендә бөгөн Рәми рухы осраштырҙы. Беҙҙең һуҡмаҡтарыбыҙ З. Вәлиди, Р. Ғарипов йөрөгән юлдарҙа киҫеште. Академияға исем биргән, илгә хеҙмәт итеүгә бар яҙмышын бағышлаған Зәйнәб апай Биишева рухы ла беҙҙең менән. Ошо юлдарҙан аҙашмайынса, киләсәккә бергә атлайыҡ, дуҫтар! – тине ул.
Ысынлап та, конкурста һәм тамашала ҡатнашыусыларҙы шағир рухы берләштерҙе, уйландырҙы, һоҡландырҙы, ҡанатландырҙы. «Кисә миңә бик тә оҡшаны. Был датаға арнап, академия ҡыҙыҡлы гәзит сығарған. Студенттарҙың сығыштары иҫ киткес матур, тамашасыларҙы үҙенә арбап торҙо. Уларҙы ысын башҡорт йәштәре тип әйтке килә. Ошондай бик фәһемле, йөкмәткеле конкурсты һәм кисәне ойоштороусыларға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Академиялағы ихлас рухи мөхит бында уҡырға килеү теләген уятты», − тип тәьҫораттары менән ихлас бүлеште Ишембай районы Маҡар дөйөм белем биреү мәктәбенең 10-сы синыф уҡыусыһы Гөлнур Хужахмәтова.

Луиза КИРӘЕВА,
З. Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия
академияһы доценты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)