RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Замандарҙың рухи балҡышы

05.10.2010 Замандарҙың рухи балҡышы

Еҙем-ҡаранда Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың 130 йыллыҡ юбилейы билдәләнде
Замандарҙың рухи балҡышыЕҙем-ҡаранға китеп барыуыбыҙ. Эйе, Мәжит Ғафуриҙың тыуған ауылына. Тәүге халыҡ шағирының юбилей йылы быйыл, шуға күрә ҙур ғына йыйын йыймаҡсы ғафуриҙар.
Оло юлға сығып, Иҙел башы яғына боролғас та, күҙҙе сағылдырып ҡояш килеп сыҡты. Тәнгә генә түгел, йәнгә рәхәт булып китте. Ни тиһәң дә, ҡояш ҡояш инде, бар донъя нурға сумды, беҙҙе оҙатып барған тирәк-сағандар бейеп тә киткәндәй, ялан-ҡырҙар йөҙөнә йылмайыу төҫө ингәндәй булды. Күк бейек, ҡояш мәленә ҡарап сағыу ғына, зарланаһы түгел.
Шағир баҡсаһы. Күркәм, таҙа. ҡупшыланып ҡаршы ала ҡунаҡтарҙы. Алтынға мансылған аҡ ҡайындар, ҡояш яҡтыһында ынйыларын ялтыратып, алҡаларын сылтыратып һөйөндө килеүебеҙгә. Шағир шишмәһе ҡалай тоноҡ, саф. Әкиәттәгеләй бәләкәй генә ыҡсым өйҙән йырлап килеп сыҡҡан була үҙе. Сыҡҡас та, хас та сабый кеүек, ихлас көлөп, һикерәнләп киткәндәй. Уның да байрам рухын тойоуылыр.
Байрамға килгән ҡунаҡтар шишмә йырына бер аҙ ҡолаҡ һалғас, аҡ ҡайындар араһына юлланды. ҡойолған һары япраҡтарға һаҡ ҡына баҫып барыу, көҙҙө табан аҫтында тойоу берсә кинәнес тә, берсә һағышлы ла.
– Бында мин ултыртҡан ҡайын да булырға тейеш, – тип, арабыҙҙа иң өлкән һәм иң абруйлы шәхесебеҙ, академик Ғайса Хөсәйенов йыл­майҙы. Беҙ һәр ҡайынға эленгән алюмин ҡалайҙарҙағы яҙыуҙарҙы уҡый-уҡый, ҡайынлыҡты иңләргә тотондоҡ.
– Бынан утыҙ йыл элек ултыр­тылған ҡайындар ҡалай мөһабәт булып үҫеп киткән. Үҙе бер урман, үҙе бер тарих та был, – уйланып килгән шағир Ирек Кинйәбулатов шулай тип ҡуйҙы, бәлки, күңеленә шиғыр юлдары килә торғандыр.
– Эйе, халыҡ шағирының йөҙ йыллығын Бөтә Союз кимәлендә билдәләнек. Беҙҙең ауылға кемдәр генә килмәне, ҡаҙаҡтың да, төркмәндең дә, украиндың да, татарҙың да һәм башҡаларҙың да данлыҡлы ул-ҡыҙҙары булып, бына ошо Шағир баҡсаһында иҫтәлеккә ҡайын ултыртты. Бәхеткә күрә, улар ҡороманы, гөрләп үҫте лә китте, – нисә йыл буйы ошо баҡсаны ҡарап, тәрбиәләп торған, ауылдың абруйлы аҡһаҡалы Хөснулла Рәхимов шулай тип һөйләне.
– Мин дә иҫләйем әле. Мәскәүҙәге Әҙәбиәт институтын бөтөрөп кенә ҡайтҡан йыл. Тыуған яғымда шул тиклем оло әҙиптәрҙе күреү үҙе бер бәхет ине. Мөһабәт булып, барыһынан да бер башҡа оҙон булып йөрөп ятҡан Сергей Михалков һаман да бына күҙ алдында, – билдәле прозаигыбыҙ Әмир Әминев та һүҙгә ҡушылды. Уңарса булмай, шағир ҡәҙим Аралбаевтың ҡайынын таптылар. Уның янында шағир менән ҡуша фотоға төштөләр.
Аллеяның башындараҡ икән академиктың ҡайыны. Ғайса ағай, күптән күрешмәгән дуҫын күргән кеүек, ҡайынын ихласлыҡ, һағынышлы тойғо менән барып ҡосто.
– ҡалай баһадирҙарса буй еткергән минең ағасым, – тип йылмайҙы. – Утыҙ ғына йәш әле уға, ныҡлы, көслө сағы. Мостайҙарҙың, Назарҙарҙың ҡайындары менән серләшеп, донъя ағыштарын тыңлап торошомо икән? – тип ғалим ҡарашын бейеккә, ағас олонона төбәне. – Киләсәк быуын­дар­ға тарих һөйләр ағастар булып ҡалырҙар... тамырҙары ныҡ, олондары мөһабәт быларҙың.
Замандарҙың рухи балҡышыҡайындың ғүмере башланған мәл нисек тарихи булған кеүек, бөгөнгө көн дә иҫтәлекле бит, беҙ шуны хәтеребеҙ менән бергә фотоһүрәттә лә ҡалдырырға теләнек: Ғайса Хөсәйенов менән беҙ ҙә иҫтәлеккә уның ҡайыны янында фотоға төшәбеҙ.
Баҡсала шулай уҡ Мәжит Ғафуриҙың уйсан ғына ҡиәфәтен биргән ҙур бюсы бар. Унда сәскәләр һалды ҡунаҡтар. Ғөмүмән, халыҡ шағирының тыуған ауылында ғына өс бюсын күрҙем. Музей-йорто алдындағыһы ла, ниндәй ҡоролоҡ булыуға ҡарамаҫтан, шау сәскәлә ине. «Йәй буйы көн дә тигәндәй һыу ташып һибеп торҙоҡ, музей эске байлығынан тыш, тыш яҡтан да үҙенең күркәмлеге, эстетик зауыҡлылығы менән саҡырып торорға тейеш бит», – тине музей директоры Рәсилә Нәғмүтдинова.
Йорт-музейҙың эшләүенә лә 30 октябрҙә 40 йыл тула. Ул Ғафури еренең күптән инде кешеләр яратып килгән урынына әйләнгән. Бында йылына ғына 2 – 3 мең кеше килә. Быйыл Германиянан, Италиянан, Ғәрәп иленән килеүселәр ҙә булған. «Музейҙа булғандан һуң, ябай ауыл малайынан, ярлы крәҫтиән улынан бөйөк әҙип, беренсе халыҡ шағиры бейеклегенә тиклем күтәрелгән Мәжит Ғафуриға тағы ла һоҡланып ҡарайым, халҡым өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм», – тигән яҙыуҙар күп бында, килеүселәр-күреүселәр кенәгәһендә.
Музей өс залдан тора, беренсеһе шағирҙың бала сағы һәм үҫмер йылдары хаҡында һөйләһә, икенсе залда XIX быуат аҙағы – XX быуат башындағы башҡорт өйө, уларҙың тормош-көнкүреше күҙ алдына баҫа.
Өсөнсө залда Ғафуриҙың ижадын, шағир, ил ағаһы булып өлгөрөүе йылдарын, шул осорҙағы илдәге хәл-ваҡиғаларҙы барларға була. Шулай уҡ халыҡ шағирына ил буйынса булған ихтирам, иғтибарҙың сағылышын да күрергә мөмкин.
Ғафуриҙың Өфөләге йорто макеты янында ҡыҙыҡ ҡына бәхәскә шаһит булырға яҙҙы.
– Бына был йортто Мәжит Ғафуриға уның таланты алдында хөрмәт күрһәтеү билдәһе итеп Башҡортостан Хөкүмәте бүләк итә, – шулай тип Р. Нәғмүтдинова һөйләй. Уны академигыбыҙ Ғайса ағай туҡтата, үҙе мут ҡына йылмая:
– Эйе, уныһы шулай. Йорто килешле, ысынына бик тә оҡшаған. Тик нишләп уның янында һыйыр күренмәй? Уйынсыҡ һыйыр булһа ла ҡуйығыҙ. Шағирға йорт менән бергә һыйыр ҙа бүләк итәләр бит. Ә һеҙ тарихи фактты боҙоуға юл ҡуй­ғанһығыҙ.
Экскурсовод тәүҙә ҡаушағандай булды, шулай ҙа юғалып ҡалманы. Шағирҙың ижадын һәм тормош юлын һәйбәт белеүе менән таң ҡалдырҙы:
– Йорт янында шағирҙың гаражы ла була, беҙ уны шунда ябып торҙоҡ. Ғафури драматургтар конкурсында еңеп, пианино менән бүләкләнә, ә уныһын өйө эсенә индерҙек.
– Ярай, улайһа, әллә мин һыйырҙы һуйып ашағандармы тип торам, – һикһәнде уҙған ғалимыбыҙҙың донъяға юмор аша ҡарауы һөйөндөрөп тә ҡуйҙы.
Замандарҙың рухи балҡышыҡунаҡтар музейҙы ентекләп ҡарап, шағирҙың үҙе менән осрашҡандай булды.
Фекер алышыу ауылдың мәҙәниәт йортонда дауам итте. Кисәне район хакимиәтенең бүлек мөдире, Ғафури – районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ғәлинур ҡалмырҙин асып, Ғафури үткәндәр һәм бөгөнгө көн йырсыһы ғына түгел, киләсәк илсеһе лә, тине. Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Анатолий Ващенко, ҡунаҡтарҙы сәләмләп, райондағы ыңғай үҙгәрештәр, Ғафуриға ҡағылышлы башҡарылған эштәр хаҡында һөйләне.
«Ислам һәр ваҡыт уҡыуҙы, белемгә ынтылышты беренсе урынға ҡуйған. ҡытайға барып булһа ла белем ал, тиелә изге китапта ла. Ғафури ижадында ла тәрбиә, халыҡтың эске донъяһы асыҡ сағылыш тапҡан», – тине Нурмөхәмәт хәҙрәт. Күренекле шағир, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары ҡәҙим Аралбаев, бөгөн шағирҙың юбилейы, әҙәбиәт, сәнғәт байрамы ғына түгел, халҡыбыҙҙың рухи тантанаһы ла, тип билдәләне. Ул шулай уҡ союздың эшмәкәрлеге, Ғафури ҡараған Табын ырыуының күренекле шәхестәре, уларҙың ил, әҙәбиәт тарихындағы хеҙмәттәре хаҡында һүҙ алып барҙы. Академик Ғайса Хөсәйенов һүҙен хәтирәләрҙән башланы:
– Еҙем-ҡаранға минең тыуған ауылым Үтәгән 12 саҡрым ғына. Бында беҙ оло баҙарға килә торғайныҡ. Һуғыш осоронда,1943 – 44 йылдарҙа, Хәҙисә апайҙарҙа ятып, мәктәптә лә уҡыным. Бар йәһәттән дә яҡын миңә был ауыл. Халыҡ шағирының тыуған төйәге икәнен бәләкәйҙән белеп, күреп үҫтек. Ғилми хеҙмәттәремдә Мәжит Ғафури ижадына ла иғтибар биреүем, тимәк, юҡҡа түгел. Күренекле әҙиптәр Ирек Кинйәбулатов, Әмир Әминев, Фәнис Янышев, Рәшит Сабитов үҙ сығыштарында, Еҙем-ҡаранға әҙәбиәт хажына килгән кеүек киләбеҙ, Ғафуриҙы киләсәктә тағы яңынан асасаҡтар әле, тип белдерҙе. Билдәле драматург Кәбир Аҡбашев, ниңә беҙҙә драматург булараҡ Мәжит Ғафури тейешенсә өйрәнелмәй һәм ниңә театр­ҙарҙа халыҡ шағиры хаҡында һаман спектакль юҡ, тип ҡаты һорауҙар ҡуйҙы. Үҙе шунда уҡ Ғафуриҙың тормошона арналған драма яҙып бөтөүе хаҡындағы хәбәрҙе Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры Рәйес Исмәғилевҡа еткерҙе. Һуңғыһы үҙ сиратында ҡарарға, иғтибар бирергә вәғәҙә итте. Күренекле ғалим, БДУ прфессоры Ғиниәт ҡунафин: «Ғафури – замандарҙың рухи балҡышының береһе. Бөгөн халыҡ шағирын иҫкә алыуыбыҙ һүҙ-тел, ғилем-әҙәбиәт һәм иман тигән өс тағандың ныҡ икәнен яңынан иҫбатлауыбыҙ ҙа. Мәжит данлыҡлы тигәнде аңлата. Ғафурийыбыҙ үҙен генә түгел, халҡыбыҙҙы, илебеҙҙе данланы», – тине.
Башҡа сығыш яһаусылар ҙа халыҡ шағирының исеме һәм ижады үлемһеҙ икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
ҡайтырға сыҡтыҡ. ҡояш һаман йылмая. ҡар ҙа, ямғыр әҫәре лә булманы. Синоптиктар яңылышҡан, ахыры. Әллә Ғафуриҙың рухы бөтә болоттарҙы ҡыуып ебәрҙеме?! ҡояш йылыта, рәхәт. Күңелдә лә – кинәнес, яҡты. Рух ҡояшы шулай яҡтыртҡандыр.
Мөнир ҡУНАФИН.
АВТОР фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)