03.04.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!
– Элек, – ти бер егет дуҫына, –‒ мин йәйҙе ярата торғайным. Ә хәҙер, аҡсаң булһа, йәйҙе йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә булдырып булыуы хаҡында аңланым. Шуның өсөн хәҙер аҡсаны яратам.
* * *
– Мин ял итергә яратам. Креслоға ултырып, 3 – 4 сәғәт буйы аквариумдағы балыҡтарҙы күҙәтә алам. Тәнгә сихәт, йәнгә рәхәт.
– ҡатының асыуланмаймы ни?
– Эшемдә нимә менән шөғөлләнеүемдә уның ни эше бар?
* * *
Бер ҙур фирма директорының секретаршаһы – әхирәтенә:
– Нимә-нимә, корпоративтан һуң үҙемдең эш өҫтәлемдә тешләнгән кактус гөлөн күрермен, тип бер ҙә уйламағайным.
* * *
„Яңы урыҫ” иртән үҙенең "Мерседес"ын ремонтҡа тапшыра ла былай ти:
– Боролоштарҙа ниндәйҙер ҡот осҡос дөбөрләү тауышы сыға. Кисен уға:
– Багажнигығыҙҙағы боулинг шарын алып ҡуйығыҙ, – тип кәңәш итәләр.