27.03.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!
– Әсәй, мин бөгөн беҙҙең өйҙән дә ҙурыраҡ машина күрҙем, – ти мәктәптән ҡайтып ингән улы.
– Ғәли! Был ғәҙәтең яҡшыға алып бармай, тип һиңә инде йөҙ миллион тапҡыр әйттем. Ниңә һин һәр ваҡыт арттырып һөйләйһең ул? – тип асыуланған әсәһе.
* * *
– ҡәҙерлем, – ти ҡатыны иренә, – һин минең өсөн нимәләр эшләргә әҙерһең?
– Минме, мин һиңә күктәге йондоҙҙарҙы алып бирәсәкмен, Ер шарын йәйәү атлап үтәсәкмен, әгәр һораһаң. Мин, мин, хатта һинең өсөн йөрәгемде...
– Йә, ярай, бар, әлегә магазиндан икмәк алып ҡайт, – тигән ҡатыны, – аяҡтарың бер аҙ яҙыла торһон.
* * *
Туйҙың икенсе көнөнә йәш кәләш – иренә:
– ҡәҙерлем, мин тик ике генә блюдоны әҙерләй беләм. Беренсеһе – манный бутҡаһы, икенсеһе – грушанан компот.
Ире алдына ҡуйылған аҙыҡҡа ҡарай ҙа:
– Ә быныһы ҡайһыһы? – ти.