RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Көлгәнгә-көлкө

23.03.2012 Көлгәнгә-көлкө

Хаммат

Салауат район санэпидемстанцияһының УАЗ − 469 еңел автомашинаһында шуҡ ҡына холоҡло, тапҡыр һүҙле Хаммат тигән егет шофер булып эшләй торғайны. Бер көн баш табип менән Йүрүҙән йылғаһы кисеүенән сығып, аръяҡтағы ауылдарға командировкаға китәләр. ҡайтыуҙарына ҡойма ямғыр яуып ебәрә лә, кисеү күмелеп ҡала.
− Нишләргә инде хәҙер? − тип елкәһен тырнай баш табип. − ҡунып ҡалырбыҙмы икән?
− Борсолмағыҙ, ағай, – ти Хаммат тыныс ҡына. − Был ғына һыуҙы ла кисмәгәс, мин ниндәй водитель булайым, ти?
− Юҡты бушҡа ауҙарырға һиңә генә ҡуш инде, − тип асыулана баш табип.− Булмаҫты ниңә һөйләргә инде?
− Була, − тип сәмләнеп китә Хаммат. − Әйҙә, бәхәсләшәйек. Әгәр мин сыҡмаһам, һеҙгә бер литр ултыртам. Әгәр сыҡһам, һеҙ Малаяҙға еткәнсе йырлап ҡайтаһығыҙ. Ризамы?
Улар ҡулға ҡул һуғып, килешеү төҙөй, һәм Хаммат машинаһын кинәт кенә бора ла, ярһып аҡҡан йылғаны ярып, арты менән сыға ла китә. Ярға сыға ла туктай был.
− Ниңә туҡтаның? − тип һорай хужа кеше. − Әйҙә, ҡуҙғалдыҡ.
− Хәтерегеҙ ҡыҙҙарҙыҡынан да былайыраҡ икән, абзый, әле генә һөйләштек бит, Малаяҙға тиклем йырлап ҡайтаһығыҙ, тип.
− Һин нимә, мине мыҫҡыл итмәксеһеңме?
− Ул саҡта бына руль, үҙегеҙ ҡайтығыҙ. Мин − пас!
Баш табип машина йөрөтә белмәй, етмәһә, ҡараңғы төшөп килә. Нишләһен, бер йырҙы йырлай был. Йыр туҡтау менән машина ла туҡтай.
− Әйҙә, ҡыу машинаңды. Берҙе йырланым бит. Еткән!
− Беҙ нисек һөйләштек: ҡайтҡансы йырларға!
ҡыҫҡаһы, 30 саҡрым араны баш табип йырлап үтә. Иртәгәһен ул санэпидемстанция коридорына: «За нарушение трудовой дисциплины... уволить!» тигән бойороҡ сығарып элә.

«Битай»

Ауылыбыҙҙан биш саҡрым алыҫлыҡтағы Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбенә йөрөп уҡыған йылдар. Мәктәп − Моңғаштаҡ тигән тау битләүендә, ә аҫтараҡ − ҡотош ауылы.
Бер көн дәрестәрҙән һуң ҡайтырға сыҡһаҡ, йөк машинаһының запас тәгәрмәсен күреп ҡалдыҡ та, уны-быны уйлап тормай, аралыҡтан аҫҡа табан тәгәрәтеп ебәр­ҙек. Ул, шәбәйгәндән-шәбәйә барып, урам аша аралыҡ ҡаршыһындағы ике тәҙрәле бәләкәй генә өйҙөң баҡса рәшәткәһен емереп, тәҙрә аша өй эсенә барҙы ла инде. Күп тә үтмәй, өй хужаһы Битай ҡарт (ысын исеме Биктаһир ине булһа кәрәк), ҙур ғына һуйыл тотоп, һөрәнләй-һөрәнләй килеп сыҡты ла беҙҙе баҫтыра башланы. ҡайҙа инде ул уға беҙҙе ҡыуып етергә?!
Икенсе көн мәктәп директоры Һөләймән малайҙарын теҙеп ҡуйҙы ла, Битай ҡарт менән ғәйеплеләрҙе эҙләргә кереште. Ләкин күҙгә күрәшерәк ҡарт ун бишләгән үҫмер араһынан беребеҙҙе лә таныманы.

Ризван ХАЖИЕВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)