RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тормош бер көндән тормай

09.03.2012 Тормош бер көндән тормай

– Етмеш бер, етмеш ике, етмеш өс, етмеш дүрт, етмеш биш… – тип нимәлер һанай-һанай тышылдап менеп етте лә бишенсе ҡатҡа 7 – 8 йәш тирәһендәге бәләкәй ҡыҙыҡай тып итеп Вәзимәнең янына килеп баҫты. Вәзимә ишек ҡыңғырауына баҫырға тип ҡулын күтәреп тә өлгөрмәне, ҡыҙыҡай ҡапыл ҡысҡырып ижекләп бәләкәй генә йоҙроҡтары менән ишеккә дүрт тапҡыр һуҡты:
– Ет-меш ал-ты!
ҡыҙыҡай телдәр икән, кемдер берәү килеп ишекте асҡансы тәтелдәп хәбәрен теҙҙе:
– Ә минең ҡыңғырауға буйым етмәй. Ә иң аҫҡы итаждан беҙҙең итажға тиклем етмеш алты баҫҡыс. Мин гел шулай һанайым, шулайтһаң арымайһың. Беҙҙең фатирыбыҙ ҙа етмеш алты, күрәһеңме? Ә мин русса ла һанай беләм. Һин беҙгә килдеңме әллә, апай? Һин дә бәпәй алырға йөрөйһөңмө әллә, апай? Ет-меш ал-ты!
Был юлы ул һуғып өлгөрмәй ҡалды – ишек асылып китте һәм унда мөләйем йөҙлө ауырлы ҡатын күренде.
– Уй, сабырһыҙ, асам бит инде. ҡайҙа санаң?
– Санам атайҙа! Әсәй, был апай ҙа бәпәй алам, тип йөрөй! – ҡойондай өйрөлөп, ҡыҙ бала юҡ булды.
Үҙе кеүек бәпәй алырға йөрөгән «апай»ҙы ҡатын күреп өлгөрмәй ҡалды, тик аяҡ тауыштарын ғына ишетте.
Осоп-елеп төшкәндә бишенсе ҡат та, етмеш алты баҫҡыс та һиҙелмәй ҙә ҡала икән. Подъезд ишеген шар асып килеп сыҡты Вәзимә һәм шунда ғына саҡ тын алды шикелле. Янып барған битенә устарын ҡуйҙы һәм… уны күрҙе. Балалар санаһы һөйрәгән, ҡултыҡ аҫтында ниндәйҙер төйөнсөк. Сананы ҡулына уңайлап тотоп алды, тәмәке төпсөгөн ергә ташлап иҙә баҫты ла подъезд эсенә инеп юғалды. Вәзимәгә ҡалҡып та ҡараманы, кеше тора инеме унда, йә әллә ҡасан уҡ күҙ өйрәнеп бөткән ағастарҙың береһеме… ҡала кешеһе шулайыраҡ булалыр инде.
Вәзимәгә шул тиклем ҡыйын булып китте ошо минутта. Әйтерһең, ул бөтә донъяла, хатта ғаләмдә бер үҙе һәм уның бер кемгә лә кәрәге юҡ. Уның күңелен ниндәйҙер ауыр бушлыҡ биләп алды. Ул үҙенең һуңғы сиккә етеп арығанын, талсыҡҡанын тойҙо, еп өҙөрлөк тә хәле юҡ ине ҡыҙҙың.
Иртәнге һигеҙҙә генә килеп төшкәйне ул Өфөгә. ҡушылған йомоштарҙы үтәп, төндә алты сәғәт буйы баш ҡалаға килгән оҙон юлдан кире ҡайтҡан саҡта ла Вәзимә керпек тә ҡаҡмай, әллә ҡайҙа текәлеп, эргәһендә башҡа юлаусыларҙың барлығына һис иғтибар итмәй тик барҙы. Таксист егеттең һорауҙарына йә баш ҡаҡты, йә яурын һелкетте.
Эргәһендә ултырған урта йәштәрҙәге ҡатын Вәзимәгә ара-тирә һынсыл ҡараш һалғыланы. Байтаҡ юл үтһә лә, һаман тыныс­лана алмай килгән ҡыҙға руссалап өндәште:
– Не переживай так сильно, подумай о своем ребенке. Все, что ни делается, все к лучшему. Жизнь не кончается одним днем. Всё будет хорошо, поверь мне, по себе знаю. На, попей, – тип, термосынан кофе ҡойоп бирҙе. Вәзимәгә еңел булып ҡалды. ҡыҙҙың хәтеренә ҡапыл ғына атаһының һүҙҙәре килеп төштө. Ул да, берәй ауыр хәлгә юлыҡһа, йә ҡайғыға тарыһа: «Тормош бер көндән тормай, сабыр итергә кәрәк», – тип үҙен һәм яҡындарын йыуата.
Туғыҙ ҡатлы йорттоң бишенсе «итаж»ындағы 76-сы фатирҙа быйыл тәүге яҙ айында ике тапҡыр булғайны Вәзимә. Өсөнсө тапҡыр, алты ай үткәс, килгәнендә, тупһа аша атлап үтергә насип булмаған, тимәк. Өфөгә килеүҙең бер файҙаһы тейҙе шулай ҙа – ҡайҙалыр бик алыҫта, билдәһеҙлектә һүнер-һүнмәҫ кенә баҙлаған өмөт сатҡыһын һүндереп ҡайтты ҡыҙ. Бынан ары ул үҙ хәлен үҙе генә ҡайғыртырға тейеш, ышаныр кешеһе бөтөнләй булмаған да Вәзимәнең.
– Килеп еттек, – тигән тауышҡа уянып китте ул. ҡалған юлды изге күңелле юлдашына һыйынып йоҡлап килгән икән.
Өйгә ҡайтҡас, әсәһенең һораулы ҡарашына йәш тулы күҙҙәре менән генә яуап бирҙе Вәзимә. Оҙон юл һуҡһа ла, төндә ул бөтөнләй йоҡлай алманы, уйҙарының осона сыға алманы.
Вәзимә Өфөлә БДМУ-ла уҡыны, педиатр һөнәренә эйә булды, кендек инәһе-акушер булыр өсөн дә өҫтәмә специализацияны үҙләштерҙе. Үҙе яңғыҙ үҫкәнгәме, бәләкәй балаларҙы яратты, шуға ла кем булырға, ниндәй һөнәр һайларға тигән һорау уға кәрәкмәне лә хатта. Яратып, үҙе теләп уҡыны.
Дәүләт имтихандарын тапшырып йөрөгән саҡта ул бик һурығып, тартылып китте, йыш ҡына башы әйләнер булды. Үҙендә ниндәй­ҙер аңлатып булмаҫлыҡ сәйер үҙгәреш барғанды тойоп ҡалып, аптырай башлағайны. Шулай ҙа үҙе лә, бүлмәләштәре лә, бергә уҡыған иптәштәре лә ябығып, йонсоп китеүҙе һуңғы айҙың тынғыһыҙ көндәренә япһарҙы. Һәр хәлдә, төпсөнмәнеләр, нимәлер белергә тырышып ҡаңғыртманылар, сөнки Вәзимә ярамаған эш ҡылырлыҡ ҡыҙ түгел ине улар өсөн.
– Ул тиклем тырышып уҡымаһаң да булыр ине. ҡыҙыл диплом алам тип, ҡарайып ҡаттың, – тип көлдөләр генә.
Сығарылыш кисәһендә ул үҙенең ауырлы икәнен аңлап ҡалды. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ сериалдарҙа күрһәткәндәренсә, ҡапыл уҡшып, ауыҙын тотоп, урынынан ҡубып тороп йүгермәне, мотлаҡ бөтә ауырлыларҙың хәле шулай була икән, тип уйлап йөрөһә лә. Өҫтәл тулы ризыҡ, емеш-еләк араһынан тик гранатты ғына күрҙе һәм шуның ҡыҙыл бөртөктәрен ашаны ла ашаны. Ус тултырып сүпләп ала ла ауыҙына тултыра. Әхирәттәренең, беҙгә лә ҡалдыр, исмаһам, тигәненә, һеҙгә башҡаһы ла етә, тине лә йыпырҙы ғына. Ә бит быға тиклем иң яратмағаны гранат була торғайны. Иртәгеһенә кискеһен тағы бер нәмәгә аптыраны. Телефонын Вәзимә һәр саҡ билдәле бер ерҙә – уң яҡ кеҫәһендә генә йөрөтә, сөнки сумкаһындағы ҡырылмаһа ҡырҡ ваҡ-төйәк араһында эҙләнеп торорға яратмай. Бер кило гранат алып, супермаркеттан сыҡты ла ҡайтып еткәнсе лә сабыр итмәй берәүһенең тышын әрсергә тотондо һәм кеҫәһендә зыңғырлаған телефонын алмайыраҡ тотҡарланды. Шул саҡ кендек тәңгәленән саҡ ҡына уңдараҡ эстән нимәлер һаҡ ҡына төрткәндәй булды. Үҙе лә аңламаҫтан Вәзимә шул еренә усын терәне һәм, тағы ла ҡабатланмаҫмы икән, тигән шикелле бер аҙ көтөп торҙо. Йөрәк аҫтында йөрөткән сабыйына йән кергәнлеген шулай белеп ҡалды ул.
Үҙенең бәләкәй генә тыуған ҡалаһына ҡайт­ҡас, иң тәүҙә әсәһенең йыйылып киткән эштәрен йырып барып сыҡты. Йыуып-йышты, ағартты, буяны, һыланы, һеперҙе, утаны. Өй гөлт итеп балҡыны, ихата, баҡса ялт итеп ҡалды. Әсәһе һуңғы арала бушамай шул, ауырыу ирен тәрбиәләй бит.
Вәзимә ике аҙна ғына ял итте лә дауахананың бала табыу бүлегенә эшкә урынлашты. Медосмотрҙы тиҙ генә, бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ үтте, тик ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында ҡабул итеүсе табип Рауза Хәмзә ҡыҙы ғына иғтибар менән ҡараны Вәзимәне, анализдарын ентекле тикшерҙе. Уға тағы бер ҡарап ҡуйҙы ла, эшкә яраҡлы тигәнде аңлатып, ҡултамғаһын ҡуйҙы.
– Анализдарың һәйбәт, эшләй алған тиклем йөрөрһөң. Беҙгә белгестәр кәрәк. Дүшәмбенән эш башларһың, бергә эшләрбеҙ.
Эшкә урынлашыуы тураһында ҡайтып әйткәс, әсәһе ҡыуанып китте, йүгереп йөрөп сәй әҙерләне, теле телгә йоҡмай хәбәрен һөйләне.
– Алмаҫтар, тип уйлағайным, даланың бар икән. Хәҙер һинең һымаҡ хәлдә булғандарҙы эшкә алып бармайҙар, ти түгелме? Хәйер, ҡыҙыл дипломлы кешене лә алмаһалар инде… Ярай, хәйерле булһын. Атайың да ҡыуанып китер. Өндәшмәй йөрөһә лә, уйламай тиһеңме һин уны? Ярай, әйҙә иҫән-һау эшлә, уҡыуыңдың мәнфәғәтен күр. Тик бына аҙаҡтан нишләрбеҙ икән, балаҡайым, ул бит йәшерә торған нәмә түгел…
Ни тиһен Вәзимә – өндәшмәне.
Уның үҙ әсәһе үлгәнгә егерме йыл. Йәмилә апай уға – үгәй. Үгәй әсә тип әйтерлек тә түгел. Атаһының һәм Вәзимәнең бәхетенә күрә, изге кешегә юлыҡты улар. Бер ауыҙ ауыр һүҙ әйтмәне ҡыҙға, бәләкәй генә сағынан һәйбәт итеп үҫтереште, уҡып сығырға ярҙам итте, ҡапыл ауырый башлаған Ғәлим ағайҙы ла хәҙер һис һуҡранмай тәрбиәләй. Вәзимә диплом алып ҡайтып төшкәс, бер ҡарауҙан аңланы Йәмилә ҡыҙының хәлен.
– Уй, Аллам, балаҡайым, ҡалайтабыҙ инде? Атайың белеп ҡалһа, аҫып ҡуя инде икебеҙҙе лә! Ауырыйым, саҡ йөрөйөм, тимәҫ… Ни эшләп был хәлгә тарының, балаҡайым?.. Баймабашланып, аҙып-туҙып йөрөгән берәү булһаң, ни асыу. Кем ул? Исеме кем? Әйт, үҙем барып һөйләшәйем. Килеп әйттерһендәр, матур итеп туй үткәрербеҙ, бай итеп оҙатырмын… Әйт, балаҡайым… – тип аҙарынды.
– Бер кем дә түгел, әсәй. Әйттермәҫ тә, туй ҙа булмаҫ. Исемен дә оноттом. Минең өсөн үлде ул.
Йәмилә апай тағы аптыранды, тик әлегә иренә бер нәмә лә белдермәй торорға булды. Ярай, тормош бер көндән тормай, Алла ярҙам бирер әле бәндәһенә.
Һәйбәт кенә эшләп алып китте Вәзимә. Рауза Хәмзә ҡыҙы менән уға рәхәт ине, эшләгәндә лә еңелгә тура килде. Ипле генә итеп өйрәтә, төшөндөрөп бирә. Йәштәр өйрәнеп ҡалһын, киләсәктә эште улар дауам итәсәк бит, тигәнде аңлаған аҡыллы кеше ине ул.
Бүлектә Өфөгә барырға йомош килеп сыҡҡас, Рауза Хәмзә ҡыҙы Вәзимәгә йөкмәтте был эште.
– Уның бер ҡыйынлығы ла юҡ, бындағыны тапшыраһың да, ундағыһын алып ҡайтаһың. Бер ыңғайҙа, юл төшкәндә, буласаҡ балаңдың атаһын күр, үҙеңде күрһәт. Тыумаҫ борон етемлекте тоймаһын бәпесең, ул бит бөтәһен дә белеп йәшәп ята унда.
Күңеле лә, аяғы ла тартмаһа ла, Рауза апаһының өгөтөнә риза булып барып баҫҡайны Вәзимә 76-сы фатирҙың ишек төбөнә. Тыуасаҡ балаһының атаһын күрҙе, үҙен күрһәтә алманы.
– Йә, күрҙеңме, һөйләштегеҙме, нимә тине? – тип ҡыҙыҡһынды Рауза Хәмзә ҡыҙы, Вәзимә Өфөнән урап ҡайтҡас.
– Рауза апай, уның балаһы бар, уның ҡатыны ла ауырлы… Ул һис тә ваҡытлыса фатирҙа йәшәгән бисара студент түгел, ә ҡала ҡыҙына өйләнгән ир. Күрҙем. Һөйләшмәнек.
Сығарылыш кисәһендә бейеүгә саҡырғайны балаһының атаһы Вәзимәне, шундағы һөйләшеүҙәре һуңғыһы булған икән. Дипломлы белгес булыуы менән ҡотланы, тыуған ҡалаһына ҡайтып эшләп, данлыҡлы табип булып китеүен теләне. Алдағы тормошонда уңыштар юраған булды. Вәзимә тураһында гәзиттәрҙән уҡып, телевизорҙан ҡарап, уның өсөн ҡыуанып, Вәзимә Ғәлимовна менән мин бергә уҡыным, тип ғорурланып йөрөрмөн әле, тигән булды. Үҙенең табип булып эшләй алмаясағына зарланып алды. Фатирында булған ике осрашыу тураһында иҫкә лә алманы, Вәзимә иһә үҙ серен ете ҡат бик аҫтына йәшергәйне инде. Вәзимәләрҙең төркөмөнә һуңғы курс­­та килеп ҡушылып уҡып алып киткәйне был егет. Бер кем менән дә артыҡ аралашмай, шым ғына йөрөнө. Нимәһе менән арбағандыр ҡыҙҙы, 8 Март көнө бер барҙы егеттең фатирына, 31 мартта, бөгөн тыуған көнөм, тип саҡырғанында ла етәккә өйрәнгән етем быҙау кеүек егеттең артынан тағы эйәрҙе. Һөйөү, яратышыу тураһында әйтеп тороу ҙа артыҡ икәнде икеһе лә аңланы, әлбиттә.
Таңға ҡарай саҡ йоҡлап китте Вәзимә. Ярай әле сменаһы төштән һуң ине.
Башҡаса ул кеше тураһында Рауза апай ҙа һүҙ ҡуҙғатманы. Киреһенсә, һинең серҙәреңде белеп бөттөм, хәҙер минең турала тыңла, тигән кеүек әҙ-әҙләп кенә үҙ тормошон һөйләй башланы. Ире ике йыл элек вафат булып ҡалған, берҙән-бер улы, Варис, биш йыл инде Ямалда эшләй икән.
– Беҙ бик яратышып өйләнештек Сәғит ағайың менән. Тик балабыҙ ғына берәү булды. Быға мин үҙем генә ғәйепле. Үҫмер сағымда бер кинола күреп ҡалғайным – егет һөйгәнен һәр ваҡыт велосипедының алдына ултыртып алып йөрөй, ҡыҙҙың бөҙрә сәстәре егеттең битен иркәләй, ебәк күлдәгенең итәге елдә елберләй… Минең дә шулай йөрөгөм килә торғайны. Өйләнешкәс, ағайыңа һөйләнем шул сәйер хыялымды. Баҡсағамы, ҡырғамы – беҙ ҙә йөрөнөк шулай кеше аптыратып, машинабыҙ булһа ла. Һуңғы тапҡыр, инде декретта саҡта, баҡсаға барып йөрөп ҡайтайыҡ, велосипедта катай һалдырыуҙар хәҙер онотолоп торор ул, тип иркәләнеп, еңмешләнеп, үҙ һүҙемде һүҙ итеп бәйләндем Сәғитемә. Велосипедта сығып киттек ағайың менән. Саф һауала рәхәтләнеп ял иттек, сәскәләр йыйҙым. Кискә ҡарай ғына ҡайтырға сыҡтыҡ. Йомшаҡ түшәк бәйләнгән рамаға уңайлап ултырып алдым, һөйгәнемә һыйындым да күҙҙәремде йомдом. Шул тиклем кис матур, шул тиклем мин бәхетле.
Вәзимә менән Рауза апайҙың ошолай серләшеүҙәре эштә килеп тыуған мәшәҡәттәр арҡаһында бүленеп тора. Бушыраҡ ваҡыттар­ҙа һүҙ тағы бәйләнә, хәтер йомғағы ары тәгәрәй.
– Бер ҡулын рулдән алып, минең сәсемдән һыйпап, яурынымдан һөйөп килә ине ағайың. Велосипед нимәгәлер эләкте лә беҙ ҡоланыҡ. Күҙ асып йомған арала булды был хәл. Мин әллә ҡайҙа барып төштөм. Бер ерем дә ауыртманы, тик эсемдә нимәлер әйләнеп киткәндәй булды. ҡайтып ингәс, ҡәйнәм эсемде һыйпап, тотҡолап ҡараны ла, мине аптыратып, ошолай тине:
– Бәпәйең әйләнеп ятҡан, килен. Аяҡ өҫтө торған да ҡуйған. Тәкмәс атҡан, фүлигән малай. Аяҡтары аҫта, башы мына – күкрәгеңә терәлгән. Инде ипле генә алып йөрө, Сәғитемде вариҫһыҙ итеп ҡуйма.
Операция менән алдылар, үҙем таба алмаҫ инем, әлбиттә. Тик шунан һуң бала таба алманым. Һин дә һаҡ бул, ипле йөрө.
Рауза апай, буласаҡ әсәләр, тыуасаҡ балалар тураһында үҙ тәжрибәһенән сығып, байтаҡ нәмәләр өйрәтте Вәзимәгә.
– ҡорһаҡтағы ир бала сибегерәк була, төшә һалып барыусан. ҡыҙҙар, киреһенсә, ныҡ улар, бер йәбешеп ятып алһа, ысҡындырырмын, тимә. Киләсәктә кәрәге тейер, иҫеңә һалып бар. Һиңә бында эшләргә лә эшләргә. Күреп торам, урының ошо. Һинең дә улың булыр, уң яҡта тибәләнә, тиһең бит.
– Варис тип исем ҡуштыҡ. Яңғыҙ булһа ла аҡыллы, тәртипле булды, Аллаға шөкөр. Шуныһы ҡыҙыҡ бит әле – биләүен сисһәң, аяҡтарын велосипедта йөрөгән кеүек итеп тарбанлата торғайны. Бала саҡтан велосипед яратты, әллә нисәүҙе алып туҙҙырҙы инде.
ҡыш башында Вәзимәнең атаһының хәле насарая башланы. Өй эсендә генә йөрөй, яйлап йомош-юлына үҙе сыға ине әле, хәҙер бөтөнләй аяҡтан яҙҙы. Ултыра ала ине, хәҙер оҙағыраҡ ята. Дауалап булмай торған сиргә юлыҡты шул Ғәлим ағай. Йәмилә апай ҡыҙын ҡурсалап ҡына торҙо:
– Теймә, күтәрмә, уколын ғына һалып торһаң була.
Вәзимә декрет ялына сыҡҡандан бирле улар Ғәлим ағайҙы әсәһе менән икәүләп тәрбиәләй.
Тик һуңғы арала атаһы Вәзимәгә төбәлеп оҙаҡ-оҙаҡ итеп ҡарай башланы. Ә бер төндә ниңәлер үтә тынысһыҙланды. Йәмилә апай бөтөнләй уның эргәһенән китә алманы. Вәзимә лә, тороп, атаһының эргәһенә килеп ултырҙы, маңлайына ҡулын ҡуйҙы, пульсын ҡапшаны. Ғәлим ағай ҡыҙына нисектер йәлләп ҡарап ятты ла һис көтмәгәндә ап-асыҡ итеп һораны:
– Кейәү ҡайҙа?
Иренең баш осонда торған Йәмилә апай, аптыраулы күҙҙәрен ҙур асып, ултыр­ғысҡа сүкте, ҡысҡырып ебәрмәҫ өсөн ике ҡулы менән ауыҙын баҫты.
– Ул Себерҙә эшләй, атай, ике көндән ҡайтып етергә тейеш. Минең өсөн борсолма, атай, бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ.
Ғәлим ағайҙың ҡараштары яҡтырып китте, сикәһе буйлап күҙ йәштәре тәгәрәне.
– Улай булғас, күреп өлгөрәм икән. Көтөрмөн инде…
Ул йоҡлап китте, әсәле-ҡыҙлы аш бүлмәһенә сыҡтылар.
– ҡайҙан алдың ул Себерҙәге кейәүҙе, балаҡайым?.. – тип хәлһеҙ шыбырланы әсәһе. Вәзимә илап ебәрҙе.
– Белмәйем, әсәкәйем… ҡайҙан иҫемә төштө лә нисек телемә ҡунды. Кисә генә Рауза апай, өс көндән Варис ҡайта, тип ҡыуанып һөйләп торғайны. Аңламай ҙа ҡалдым, әйттем дә һалдырҙым шул… Нимә генә эшләрбеҙ икән?
– Ярай, етер, тым, ҡыҙым, бер йүне булыр әле. Атайың тыныс күңел менән китһен инде. Бар, инеп ят, ял кәрәк бит һиңә.
Вәзимә үҙ бүлмәһенә инеп ятты, тик йоҡлап китә алманы. Бәпесе лә шымып ҡалды. ҡыҙ һынап бөткән – әгәр ул шат кәйефле булһа, күңелле йөрөһә, бәпесе лә шаярған кеүек, тибәләнә, тулай. Ә инде ауырыҡһынһа, бойоҡһа, ул да тын ғына ята. Вәзимә шыбырлап ҡына сабыйына өндәште:
– Һин борсолма, бәпәйем, йоҡла. Һеҙ бит йоҡлағанда шәберәк үҫәһегеҙ. Мин һине шул тиклем яратам. Тормош бер көндән тормай, алда бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ, ышан миңә.
Иртә менән Вәзимә Рауза апаһының өйөнә китте. ҡурҡып та, уңайһыҙланып та төндәге хәлде һөйләп бирҙе.
– Рауза апай, Варис улығыҙ ҡайтһа, зинһар, һөйләшеп ҡарағыҙ, аңлатып әйтегеҙ инде – атайымдың эргәһенә минең менән бармаҫмы икән… Атайымдың ғүмер сәғәттәре һанаулы. Исмаһам, тыныс күңел менән китер ине. Ғәфү итегеҙ инде, апай, үҙем дә аңғармай ҡалдым, һеҙҙән ишеткән хәбәрҙе әйттем дә ебәрҙем…
Шул ваҡыт улар янына бит-ҡулын һөртә-һөртә мыҡты кәүҙәле һылыу егет килеп баҫты.
– Һаумы, Вәзимә һылыу! Мин өс көндө көтөп торманым инде, бөгөн төндә ҡайтып төштөм. Мин бөтәһен дә ишеттем. Әсәй, һин дә йыйын, бергәләп барайыҡ ағайҙың эргәһенә.
Вәзимә ни тип әйтергә лә, үҙен нисек тоторға ла белмәй, аптырап ҡалды. Уның ҡарауы, Рауза апай үҙен тыныс тотто.
– Варис, һин Өфөнән үк эшкә киткән­һең, аҡса эшләп ҡайтыр өсөн. Вәзимә уҡыуын бөтөп, диплом алғансы Өфөлә ҡалған. Бәпәй тыуыр мәл етеп килгәс, һин эштән сығып ҡайтҡанһың, сөнки һине мин ҡайтарып алғанмын. Аңланығыҙмы?
Варистың өр-яңы машинаһы менән тиҙ үк барып еттеләр. Ишек янына килеп туҡтағас, Рауза апай улын иҫкәртеп ҡуйҙы:
– «Һаумыһығыҙ» тип әйтеп ҡуйма, хәл өҫтөндәге кеше менән «Хәлегеҙ нисек?» тип иҫәнләшәләр. Әйҙәгеҙ, инәйек.
Вәзимә арбалған кеүек уларҙың артынан эйәрҙе.
Йәмилә апай ҙа эштең ниҙә икәнлеген шунда уҡ төшөнөп алды. ҡыҙы иртә менән, Рауза апайға барып киләм әле, тип киткәне бирле ни уйларға белмәй, йәнен усына алып көтөп ултыра ине.
– Рәхмәт һеҙгә. Алла риза булһын.
Күмәкләп ауырыу эргәһенә инделәр. Алдан әҙерләп килгән һүҙҙәрҙең кәрәге теймәне. Ғәлим ағай үҙе башлап өндәште:
– Ошомо кейәү?
– Эйе, кейәүегеҙ мин булам, исемем Варис. Вәзимә хәбәр иткәс, алдараҡ ҡайттым. Беҙҙең өсөн борсолмағыҙ, бөтәһе лә яҡшы буласаҡ. Үҙегеҙҙең хәлегеҙ нисек, ағай?
– Хәлем ни… Йәнем тыныс хәҙер, шуныһы мөһим. Мирас, тип ҡушыр­һығыҙ…
Ул Варис менән Вәзимәнең ҡулдарын ҡушарлап тотоп һөйҙө лә йылмайып күҙҙәрен йомдо.
Вәзимәнең атаһын ерләгәндә лә йүгереп йөрөп ярҙам итте Варис, төрлө йомоштарға Йәмилә апайҙы үҙенең машинаһы менән алып йөрөнө. Варисҡа рәхмәттәр яуҙырҙы Йәмилә апай. Вәзимә иһә ҡыйыулығы етеп бер нисек тә һөйләшә алманы егет менән, Варис та өндәшмәне. Хәйер, нимә тураһында һөйләшһен инде яҙмыш юлдары осраштырған осраҡлы юлдаштар. Рауза апаһы иһә Вәзимәне онотманы, ураған һайын шылтыратып, хәлен һорашты, йыш ҡына килеп тә йөрөнө.
– Бәпәй тыуыр мәлен алдан белдерә, шуны аңла. Кинола ғына ул: «Ой, ой-ой-ой, началось, ой, я, кажется, рожаю», – тигән булалар ул. Кажется, рожаю, тип кенә булмай ул, балаҡай, берәй тәүлек алдан ауырыта башлай. Оялма, миңә һөйләп тор хәлеңде.
Яңы йыл төнөн бергә ҡаршыларға тип саҡырҙы уларҙы Рауза апай һәм Варисты машинаһы менән ебәрҙе. Тик Варисҡа Вәзимәне тура бала табыу йортона алып барырға тура килде.
Өр-яңы йылдың өр-яңы таңы менән бергә ир бала тыуҙы ҡалала. Әсәһе көн һайын килеп йөрөнө ҡыҙы янына. Йөҙө айҙай балҡый, ауыҙы бөтөнләй ябылмай, көлә, шатлана, хәбәр өҫтөнә хәбәрҙе ҡоя ғына.
Рауза апай дауаханала үҙе ҡарашты бәпесте. Варис тураһында Вәзимә бер нәмә лә һораша алманы. Варис уның күҙ алдынан китмәне, егеттең аҡыллы ҡарашы, тыныс тауышы күңелдә ышаныс ҡабыҙҙы, йәшәүгә өмөт уятты. Бәпәйен имеҙгәндә эргәһендә Варис ҡарап тора кеүек була ине хатта. Бының булыуы мөмкин түгел икәнен аҡылы менән аңлай, тик күңелендәге хыялын тыя алмай.
Иртәгә Вәзимә бала табыу йортонан сығырға тейеш. Үҙенең дә, малайының да хәлдәре яҡшы, анализдары һәйбәт. Йәмилә апай был көндө еткерә алмай бер булды.
Үҙенең эш ваҡыты тамамланғас, Рауза Хәмзә ҡыҙы Вәзимә янына килде һәм карауатҡа ултырҙы.
– Вәзимә, мин һинең менән һөйләшеп алайым тигәйнем. Варис тураһында.
Ул Ямалға кире китте.
Вәзимә Рауза апайға борсоулы ҡараш ташланы, йөрәге ҡыҫылды.
– Эштән сығып, бөтөнләйгә ҡайтам, тип китте. Бынау бер оҙон байрамдары арҡаһында оҙаҡланы. Ул һинең өсөн ҡайта, Вәзимә. Кире ҡаҡма, зинһар, баламды.
Рауза апай күҙ йәштәрен һөрттө.
– Варисыбыҙ кәләш алды ул, тик ЗАГС-та булманылар ни өсөндөр. Хәҙерге йәштәр үҙҙәре беләлер әле, тип үҙ ихтыярҙарына ҡуйҙыҡ. Килен ауырлы ине инде. Бер аҙ йәшәгәс, киленебеҙ, мин һине яратмайым, бер ҡасан да яратманым да, бала һинеке түгел, баламдың үҙ атаһы ҡайта, беҙҙе килеп ала, ти башлаған. Килеп алды уныһы. Беҙ ултырҙыҡ та ҡалдыҡ. Варис шунан һуң ҡырға эшкә китте. Ике йыл элек атаһы вафат булды йөрәк сиренән. ҡайт, мин яңғыҙ бит, тиһәм дә, һин шәп бит, әсәй, бирешмә, ҡайтмайым әле, тип тик йөрөнө. Теге ваҡыт, һине күргәс, тәү ҡараштан оҡшаттым Вәзимәне, әсәй, быға тиклем берәүҙе лә яратмағанмын икән, тине. Оҙаҡ-оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырыр булып киттек, пландар ҡорҙоҡ. Бирҙе Хоҙай, тип мин ҡыуандым ғына. Шылтыратып, һорашып тора. Минең малай ни хәлдә, кәләш шәбәйәме, тип ебәргән була, балаҡайым. Ул һеҙ тип ҡайта Вәзимә. Ашыҡтырмайбыҙ, уйла.
Вәзимә тәрән итеп тын алды, ҡыҫылған йөрәге яҙылды, ул бәхетле йылмайып Рауза апаһына ҡараны.
Киске ҡала тротуары буйлап бәләкәй велосипедта ир бала елдерә, атай кеше улын ҡурсалап, уның ҡулын руль менән ҡуша тотҡан. Саҡ ҡына арттараҡ изге йөгөн ҡәҙерләп кенә атлап йәш әсә килә. Әсә йөҙөндә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ изге йылмайыу балҡый.

Таңһылыу ШӘРӘФЕТДИНОВА.
Баймаҡ районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)