RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Банзай , шымафый

02.03.2012 Банзай , шымафый

ҡарттар, төкөрөктәрен сәсеп, күҙҙәрен шарҙай итеп, яғалаша башланы.
− И-и, бабайҙар, бабайҙар... − Шундуҡ араларына килеп инде Төхфәтулланың гармунсы малайы Ғәзим. − Тихо, тихо! Үткән эш − татлы төш. Үткәнде теләһә нимәгә ауҙарып була. Хвастун һеҙ! Хвастун! Бына беҙ ышанмайбыҙ! И все! Икегеҙ ҙә алдаҡсы! Һеҙ бит хатта анауы ятҡан бүрәнә өйөмөнән дә урап килә алмаясаҡһығыҙ. Тип-тигеҙ ерҙә. Тауға үрмәләү тураһында һүҙ ҙә юҡ. Шулай бит, йәмәғәт?
Шундуҡ һиҙҙек тегенең тел төбөн. ҡара һин уны, нисек оҫта ғына шымартып ебәр­ҙе, сабакы малай! Клубта эшләп, сәпсим оҫтарып киткән бит, эй, был!
− Булмай, булмай!
− Бер ҡасан да булманы!
− ҡоро һүҙ! Булмағанды һөйләйҙәр!.. − Сәмләндереп ебәрәбеҙ ҡарттарҙы. − Булманы ундай ярыш!
− Как булмаһын? − Банзайҙың башы турайып, күҙҙәре осҡонланып китте. − Нисек булмаһын?! Булды!
− Булды, булды! − Шундай уҡ ҡиәфәттә Шымафый тегенең һүҙҙәренә мисәт сәпәне. − Мин бер ҡасан да алдашмайым!
Беҙ гөр килеп хахылдашып алдыҡ. Кем-кем, Шымафый үҙенә-үҙе шулай тип торһон әле. Анекдот был!
− Давай, кросс үткәреп ҡарайбыҙ. Кемдең кемлеген шундуҡ беләсәкбеҙ!
− Давай, давай! Әтеү хәҙер табын әҙер була. Ваҡыт булмаясаҡ аҙаҡ!
− Кем дә кем анауы бүрәнә өйөмөнән беренсе әйләнеп килә − еңеүсе! Шулаймы, йәмәғәт?
− Шулай, шулай! − Дәртләндереп ебәрә «йәмәғәт».
− Вот-вот, шунда ғына ышанабыҙ! Ә еңеүсегә − бер ярты! Приз! − Шау-гөр килеп ҡул сабабыҙ. Атмосфера ҡыҙа. ҡарттар бер-береһенә самалап күҙ ташлап алды. Сәмләнешеп киттеләр.
− Мин ошо Шымафыйҙы уҙа алмайыммы? Кем әйтте?!
− Кит әле, айғыр ишәк менән ярышҡа сығамы! − Таҡыяһын сисеп, кеҫәһенә тығып ҡуйҙы Шымафый. − Йәле, мырҙаҡайым, ағайың менән ярышып ҡара әле. Буйың етһә!
− Һинең һымаҡтарҙы күп күрҙек, мырҙам! Кем янында торғаныңды онотоп китмә!
ҡарттар тигеҙләште. Стартҡа әҙерләнде. Команда булыу менән тәғәйен йүнәлештә, таяҡтарҙы ҡамсылап, ташбаҡа тиҙлегендә, тултырылған ҡырағай өйрәктәр кеүек ауыша-ауыша, һыпыра һуғып «осоп» сығып киттеләр. Йыйылышып киткән көйәрмәндәр улар артынан ҡалманы. Бындай күренеш тик һабантуйҙа ғына була.
ҡысҡырышалар, дәрт-ҡеүәт, дарман бирәләр, әсенәләр, тешләнәләр, аҡыл өйрәтәләр, әрләп тә ебәрәләр...
− Бан-зай! Шы-ма-фый!
− Шы-ма-фый! Бан-зай! Бирешмә!
− Ал бирмә!
Бирешмәй ҡарттар. Өс аяҡлап сабышалар. Йәйелгән күләүектәр ҙә, батҡаҡ та юҡ улар алдында хәҙер. Ғарифулланың малайы, батмусын әҙерләп, Маһинур әбейҙәр­ҙең ҡапҡа тәңгәлендә ҡаршы алды тегеләр­ҙе. Тәүге этапты тигеҙ яулаусы спортсылар, бышлыға-бышлыға, тулы рюмкаларҙы тиҙ генә йомдорҙо ла ярымфиналға сыҡты. Таяҡтар мишәйтләй башланы, галуштар ауырайҙы, барған һайын юл тайғаҡлана, күҙҙәр алдында йорттар бейешергә тотондо. Әммә, ярыш − ярыш! Һәр кем ошо минутта үҙен тирә-яҡҡа билдәле чемпион итеп тоя. «Оҙаҡ, бик оҙаҡ ғорурланып, маҡтап телгә аласаҡтар әле уны! Юҡ, мәңгелеккә тороп ҡаласаҡ даны!». Ярты ауыл ҡубарылып сыҡты был мөғжизәне ҡарарға. Йорт тәҙрәләрендә баштар пәйҙә булды, ҡойма арттарында таҡыя, яулыҡтар үҫеп сыҡты... Сыр-сыу бала-саға килеп тулды.
− Бан-зай!..
− Шыма-фый!..
− Бирешмә!.. Олатай, бирешмә!..
− Ал бирмә!.. һынатма, олатай!..
Бүрәнәләр эргәһендә Ғарифулла малайы ярымфинал яулаусыларҙы тағы ла ҡаршы алды. Был этапта Шымафый беренсе булып үрелде рюмкаға. Банзайҙың асыуы ҡабарҙы. Йыға һуғыр­ҙай булды хатта. Хөрәсән! Буш ҡыуыҡ! Серәкәй! Ләпәкәй!.. Эстән генә шулай асыуын баҫып ҡуйҙы. Көйәрмәндәр ҙә ҡыҙышты. Йырылған ауыҙҙар йомолдо, дуҫ-туған, күршелекте онотоп, «арҡыры-буй» һүҙҙәр менән сәкәләшә башланы.
Китте өсөнсө этап. Мөһим этап! Кемдәр ярыштарҙа ҡатнашҡан, улар был этаптың нимә икәнен яҡшы белә. Ауыл урамы гөрләй. Татлыбай ваҡытлыса онотолдо, икенсе планға күсте. ҡарттар бышлыға, сайҡала башланы. Артта ҡалыусы Банзай Шымафыйҙың салғыйына йәбешә, тегеһе сәбәләнә, әрләшә... Тыныслана алмай тегеһе, еңелсә этеп ебәрә. Шымафый юлдан ситкә сығып китә. Галушы ысҡынып китә аяғынан. Бығаса йоҡлап ятҡан асыуы ҡапыл ҡойон булып туҙына башлай һәм, ул конкурентын ҡыуып еткәс, матур ғына итеп елкәһенә «манып» алды. Әлдә таяҡтар бар. Бына-бына йығылдым тигән мәлендә ҡотҡарып ҡалды ҡыу таяғы. Көйәрмәндәр ҙә хут бирмәй, себендәй һырып алған. Давай ҙа давай!
Маһинур әбейҙең ҡапҡа тәңгәлендә тағы ла пәйҙә булды Ғарифулланың малайы. Туҡталманы спортсылар. Күрмәнеләр ҙә хатта. Уның ҡайғыһымы ни?!
− ҡа-ас...
− ҡас юлда-ан!..
Һуңғы этап. Хәл иткес этап. Бөтә шау-шыуҙың юғары кимәлдә ҡайнай башлаған минуттары... Хәлдәр бөткән, аяҡтар тыңлашмай, ҡарттар буксовать итә башланы... Шымафый яңылыш Банзайҙың таяғын эләктереп алды, тегеһе йығылып китте. Уңайлы мәлдән файҙаланып, хәл алып, Шымафый атакаға күтәрелде һәм, ҡамасаулап, артыҡ йөк булып эйәреп килгән икенсе галушын сисеп ташлап, бер аҙ эйелеңкерәп, йомолдо финишҡа табан. Банзай ҙа юғалып ҡалманы. Әлдә таяғы бар. Тегенең ҡамыт аяҡтары араһына тыҡты ҡуйҙы хикмәтле ҡыу таяғын. Йәлфор-йолфор итеп ҡалды Шымафыйың. Шәп булды! Яңы тыуған быҙауҙай, таяҡтарҙы файҙаланып, тәпәйләргә маташтылар. Бер нисә генә аҙым ҡалды финишҡа. Бына-бына ғына ҡалды...
− Бан-зай! Шыма-фый!
− Шыма-фый! Бан-зай!
− Давай, олатай!..
− Давай! Давай!..
− Әстәғи-им... − Сыйылдап ебәрҙе тегенең алдында Банзайҙың Алмабикәһе. − Нишләп аунап ятаһығыҙ бысраҡта, мир көлдөрөп?!
Ни өсөндөр әбейенең шәүләһе, боҙоҡ телевизорҙағы кеүек, әле өҫкә менеп китә, әле уң яҡҡа, әле һул яҡҡа күсә.
− Йә-ә, Хоҙай шомлоғо-о, ултырмай икән аҡыл кешегә ҡартайһа ла! Тор, сусҡа! Мәсхәрәләмә беҙҙе!
− ҡа-ас, ҡас юлдан, әбей, йәшәү өсөн үлемесле көрәш бара бында!
Бер-береһенә сат йәбешкән ике уҙаман, ныҡыша торғас, ниһайәт, тороп баҫты һәм кемуҙарҙан, аяҡты аяҡҡа шыуыштырып, һуңғы нөктәгә ынтылды. Ныҡ йәбешкән ҡулдар, ысҡындырмай бер-береһен. Кемдәр нимә ҡысҡыра − ишетмәй улар. Тондо ҡолаҡтар. Көйәрмәндәрҙең ауыҙы асыла, тауыштары ишетелмәй. Бер аҙым, ике аҙым, өс... Ғарифулла малайы, батмусын тотоп, бейеп тора алда... Һуңғы аҙым, тағы ла бер аҙым... Бер-береһенә хут бирмәй ҡарттар. Ысҡына алмай Банзай дошманының ҡулынан. Сат йәбешкән теге. Хөрәсән! Серәкәй! Ләпәкәй!.. Шымафый ҙа тартҡылашып ҡарай, арынырлыҡ түгел һис кенә лә тегенең тимер тырнаҡтарынан... Бер генә сара ҡала: аяҡ осон ғына булһа ла һыҙыҡҡа беренсе булып тейҙереп өлгөрөү! Тиҙерәк! Йәһәтерәк! Шулай тип уйланы ул. Ғәрлегенән шартлар хәлдә Банзай. Һәр кем аяғын һыҙыҡҡа һуҙҙы... һәм улар, ҡосаҡлашып, финиш һыҙығына йығылып китте. Бөттө! Бөттө оло ғазап! Булманы еңеү!..
− Молодцы! Молодцы!
− Приз! Приз, йәмәғәт! Приз − пополам!
− Молодцы! Молодцы!
Ғүмер буйы ҡарттар бер-береһе менән ошолай сәмләнешеп, саң-туҙан борҡотоп уҙышып, донъя ҡыуып йәшәне. Бына һөҙөмтәһе: бер кем дә бер-береһен уҙып китә алмаған, бөтә булған арманһыҙ тырышлыҡтары тик бер яртыға ғына торош булған булып сыҡты. Уныһы ла − яртылаш... Өҫ-баштары ҡарағыһыҙ булып, батҡаҡлы урам уртаһында, финиш һыҙығында тубыҡланып ултырыусы «аҡһаҡалдар» үҙҙәренең тормош һөҙөмтәһен бына хәҙер генә аңлап етте!.. Күҙ ситтәрендә гәлсәр йәш бөрсөктәре дерелдәште...
− Молодцы!
− Табын әҙер!
− Халыҡ, әйҙәгеҙ табынға!
− Молодцы!..
Мәж килә халыҡ урамда. Гөр килә. Тыныслана алмай халыҡ. Мин, ошо ғибрәтле күренешкә ҡарап, ирекһеҙҙән уйланып ҡатып ҡалдым. Бер ҡараштан − күңелле, дәртле генә сара булды был. Ауылыбыҙ ҙа, башҡа ауылдар шикелле, быҫҡып, заман ауырлығына зарланып ятмай әлегә. Киләсәктә лә бына ошолай шау-гөр килеп торор тип ихлас инанғы килә. Байрам-тантаналар ҙа килә торор, уҙа торор, ҡабатланып торор. Тормош үҙ ағышы менән уҙа торор. Тик... Ошо заманса ығы-зығы, уйын-көлкө менән шаярышып, үҙ-ара ярышып-уҙышып бер үтә мөһим нәмәне аша атлап киләбеҙ түгелме һуң? Ауылдарыбыҙҙа хәҙер, элекке замандарҙағы кеүек, аҡыл тоторлоҡ, киләсәк быуынға рухи маяҡ, өлгө булырлыҡ ихтирамлы, хөрмәтле аҡһаҡалдарыбыҙ бөтөнләй юҡ кимәлендә түгелме? Һәр ауылда үҙҙәренең Банзайҙары, Шымафыйҙары етерлек. Хатта артығыраҡтыр ҙа. Уларға эйәреп килеүсе, хәҙер ил ағалары булып киткән беҙҙең быуын ошо хаҡта ниндәй уй кисерә? Әлеге ошо күренеште ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтеп торған бала-саға нимә уйлай беҙҙең хаҡта? Ә улар быуыны ниндәй буласаҡ?
Татлыбайҙың мәжлесе мине сикһеҙ шатландырҙы ла, ҡотола алмаҫлыҡ борсолоуға ла һалды.
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
(Аҙағы)
Сәлмән ЯҡУПОВ.
Мәләүез районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)