RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яҙыусы бәхете – әҫәрҙәренең уңышында

21.02.2012 Яҙыусы бәхете – әҫәрҙәренең уңышында

Яҙыусы бәхете – әҫәрҙәренең уңышындаҒафури районында изге, саф күңелле, халыҡ ижадын яратҡан, йыр-моң һөйөүсе бик дәртле халыҡ йәшәй. Бәлки, шуғалыр ҙа был ерлектән бик күп күренекле шәхестәр сыҡҡан.
Шуларҙың береһе − Лира Миңләхмәт ҡыҙы Яҡшыбаева. Уның тыуған ауылы Сәйетбаба – бик боронғо ауыл, унда йәшәгән халыҡтың башҡорт ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауы, туғанлыҡ хистәрен өҙмәүе, халыҡ ижадын һөйөүе, йолаларын ихтирам итеүе бала саҡтан кескәй Лира күңелендә тыуған еренә һөйөү тәрбиәләй. Бәлки, шуның өсөн дә үҙенең киләсәген бары тик башҡорт теле уҡытыусыһы тип күргәндер.
Уның менән танышыуым байтаҡ йылдар элек, һикһәненсе йылдар башында Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбендә булды. Улым Фәнил, рус телендә белем алһа ла, бер саҡ ихлас күңелдән башҡорт әҙәбиәтенә ныҡлап иғтибар бирә башланы. Һәр бер һүҙендә үҙҙәренең башҡорт теле уҡытыусыһын яратып һөйләүе менән мине лә мәктәпкә ылыҡтырҙы.
Ниһайәт, Зәйнәб Биишева көндәренә арналған әҙәбиәт кисәһендә Лира Миңләхмәт ҡыҙы менән яҡындан танышыу бәхете тейҙе. Беренсе күреүҙән үк унда булған ылыҡтырғыс көстө һиҙемләмәйенсә булмай: һомғол буйы, биленән ашҡан оҙон толомо, йылмайған һайын нур бөркөп тороусы йөҙө, мөләйем ҡарашы, бер ишетеүҙән арбаусы бәрхәттәй яғымлы тауышы балаларҙы ғына түгел, һәр кемде әсир итерлек ине. Ә инде уҡыу­сыларға булған йылы мөнәсәбәте, уларҙа башҡорт теленә һәм әҙәбиәтенә һөйөү уятыу өсөн төрлө саралар ойоштороуы, ә иң мөһиме − балаларҙы ихлас яратыуы һәм уларҙың да һөйөүен яулау − уҡытыусы өсөн ҙур ҡаҙаныш. Тәү ҡарамаҡҡа ябай, һөйкөмлө ҡатындың Баймаҡ район комитетының икенсе секретары Вәхит Шәрифйән улы Яҡшыбаевтың ҡатыны икәнен дә белгәс, бер аҙ аптырап та ҡалдым. Мин белгән ҡайһы бер түрә ҡатындарының, үҙҙәрен әллә кемгә һанап, һауалы, тәкәббер ҡыланыуы миндә уларға ҡарата икенсе мөнәсәбәт уята ине. Сөнки ул ваҡытта биләгән вазифам − Баймаҡ ҡалаһының торлаҡ-коммуналь хужалығы етәксеһе булыуым бик күп кеше менән аралашыуға бәйле ине. Ә инде уҡытыусының өс бала әсәһе икәнен дә белгәс, уға ҡарата ихтирамым артты ғына. Ғаиләһендә йүнсел хужабикә, наҙлы ҡатын, балаларын өҙөлөп һөйөүсе әсә була белде. Үкенескә күрә, был тормоштоң ауыр һынауҙарына ла дусар булды, кесе улдарының фажиғәле үлеме уны бер шаңҡытһа, тормош иптәшенең был донъянан иртә китеүе күңелендә юя алмаҫлыҡ яралар ҡалдырҙы. Ләкин үҙендә ниндәйҙер көс табып, кешеләргә ҡайғыһын асып барманы, көслө ихтыярлы булды.
Кем уйлаһын, йылдар үтеү менән беҙҙең яҙмыштар ҡырҡа үҙгәреп, икебеҙ ҙә, тормош тәжрибәһе туплағас, ныҡлап әҙәбиәт донъяһына инеп, яҙышыу эшенә тотонорбоҙ тип. Ә инде мин Сибай ҡалаһына күсеп килгәс, төбәк яҙыусылар ойошмаһында осрашып, бер-беребеҙҙең ижадына төплө байҡау яһап, урынлы иҫкәрмәләр биреп, яҡын ижадташтар булып киттек.
Лира Миңләхмәт ҡыҙының ижади уңыштары күптәрҙе һоҡландырырлыҡ өлгө булып тора. Тәүге хикәйәләрен, шиғырҙарын балаларҙы тәрбиәләү маҡсатында яҙа башлаһа ла, үҙенең яҙыусы булып китерен күҙ уңында тотмағандыр. Уҡытыу эше, ғаилә мәшәҡәттәре унда булған яҙыу­сылыҡ талантын асыуға мөмкинлек тә бирмәгәндер. Ә инде хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙенең күңел түрендә йыйып йөрөгән уй-хистәре янартау һымаҡ атылып, уның бер- бер артлы яҙған әҫәрҙәрендә сағыла. Ә әҫәрҙәре лә ниндәйерәк һуң? Тәү ҡараш­ҡа баҫалҡы, сабыр, тыныс ҡына күренгән ҡатындың һәр ижад емеше тос һәм ҡыйыу фекерле, тормошсан һәм тәбиғи. Шуға күрә лә һәр әҫәрен уҡыусылар көтөп ала. “Йәшлек”, “Башҡортостан”, “Атайсал” гәзиттәре, “Шоңҡар”, “Ватандаш” журналдары яҙыусының әҫәрҙәрен юғары баһалап, үҙҙәренең лауреаты итеп күрһәтте.
Яҙыусы, уҡытыусы булараҡ, мәктәп тормошон тышҡы яҡтан ғына сағылдырмай, ә уның эске донъяһына үтеп, үҙенең фекерен әйтеп биреүҙән ҡурҡмай. Был йәһәттән уның “Бәхетең үҙең менән” повесы уҡыусылар араһында киң билдәлелек яуланы. Лира Яҡшыбаева был әҫәре менән, бер яҡтан, үҙен оҫта психолог, уҡытыу-тәрбиә концепцияһын яҡшы белгән педагог итеп күрһәтһә, икенсе яҡтан, художестволы алымдар ярҙамында уҡыу­сыларына әҙәп, тәртип, тәүфиҡ тигән күркәм сифаттар тураһында бәйән итеп, һәр баланың күңелендә киләсәккә өмөт уята. Был әҫәрҙә үҙенә ҡул һалыу сигенә еткән Фәриҙә Ишбаеваға бына нимә ти уҡытыу­сы: “Һин донъяға үҙ өлөшөң, үҙ яҙмышың менән яралғанһың. Һине Хоҙай үҙе яралт­ҡан. Кеше донъяға бәхет өсөн тыуа. Берәүҙең дә ҡояшын башҡа берәү ҡаплай ҙа, һүндерә лә алмай. Һинең ҡояшың үҙең менән. Бәхетең үҙ ҡулыңда. Аңла шуны, йәме?”. Был һүҙҙәрҙе мин бушҡа ғына тулыһынса яҙманым. Сөнки, нисек кенә булмаһын, һәр яҙыусы әҫәрҙәрендә үҙ фекерен, үҙенең хис-тойғоларын сағылдыра. Был йәһәттән Лира Яҡшыбаева аҡ ҡағыҙға күңел түренән урғылған кисерештәрен, ҡайһы бер донъя ҡанундары менән ризалашмауын иҫтә ҡалырлыҡ образдар аша бик оҫта һәм йыйнаҡ итеп әйтеү маһирлығына эйә. Уның “Һылыу ҡарағас”, “Исемем булһын Салауат” тигән китаптарында баҫылған повесть, хикәйәләре быға миҫал.
Был мәҡәләмдә яҙыусының әҫәрҙәренә баһа биреүҙе күҙ уңында тотмайым. Уның ижады тураһында билдәле ғалимдар, яҙыу­сылар, фән эшмәкәрҙәре бик күп яҙҙы. Бигерәк тә филология фәндәре кандидаты Ғәҙилә Бүләкованың “Әҙибәнең әйтер һүҙе” тигән китабы маҡтауға лайыҡ.
Тағы шуны әйткем килә, һәр яҙыусы әҙәбиәт донъяһында үҙ урынын яулай. Ә инде Лира Миңләхмәт ҡыҙына килгәндә, ул ҡыйыу рәүештә күренекле дин әһелдәренең тормошон сағылдырыуҙа әҙәбиәттә айырым урын алды. Уның ижадының йөҙөн билдәләүсе төп әҫәр – “Мөжәүер хәҙрәт” повесы. Был китап тиҙ арала халыҡ һөйөүен яулап өлгөрҙө. Уның уңышы − авторҙың дини теманы күтәреүе. Ә был тема тәрән белем, күңел сафлығы, рухи кимәл талап итә. Авторҙың бөйөк дин әһеленә арналған повесы уҡыусылар араһында бик күп бәхәс тыуҙырҙы. Дини әҫәрҙәренең дауамы булып “Хәти­рәләр”, “Табын әүлиәһе”, “Ғабдулла Сәйиди”, “Һынауҙарҙан туҡылған яҙмыш” әҫәрҙәре донъя күрҙе, “Инә бөркөт” тигән повестар һәм хикәйәләр йыйынтығы нәшриәттә сират көтә.
Билдәле яҙыусылар араһында ла был әҫәрҙәр бихисап бәхәс тыуҙырыуын дауам итә. Бәхәс ҡупҡан икән, тимәк, яҙыу­сының әйтер һүҙе бар. Әйтер һүҙе булғанға, ул ҡулынан ҡәләмен төшөрмәйенсә, береһенән-береһе аҫыл әҫәрҙәрен халыҡҡа бүләк итә. Быға миҫал итеп “Һылыуҡай”, “Бөтәбеҙгә бер ер шары” повестарын килтерергә була. Яҙыусының ҡәләменең көндән-көн шымарыуы, уҡыу­сылар араһында киң билдәлелек яулауы уның ғына түгел, башҡорт әҙәбиәтенең дә үҫешен күрһәтә түгелме?
Ә инде мәҡәләмде ослап, ҡәләмдәшемә, әхирәтемә: «Юбилейың ҡотло булһын, тормош иптәшең Фәхрәзитдин ағай менән бер бөтөн булып йәшәгеҙ, балаларың Илдар менән Гөлнара һиңә ныҡлы терәк булһын, ижадыңда тағы ла бейегерәк уңыштарға өлгәш. Һәр кешенең бәхете үҙ ҡулында, ә һинең бәхетең − әҫәрҙәреңдең уңышында», − тип әйтер инем.

Әминә ЯХИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)