RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рәмил ҠОЛ ДӘҮЛӘТ «Үкенмәҫмен, Йүкәләрҙең бер япрағы булып, Йырлай-йырлай төшһәм мин ергә»

17.02.2012 Рәмил ҠОЛ ДӘҮЛӘТ «Үкенмәҫмен, Йүкәләрҙең бер япрағы булып, Йырлай-йырлай төшһәм мин ергә»

Туҡай урамында тыуған шиғыр
Рәмил ҠОЛ ДӘҮЛӘТ «Үкенмәҫмен, Йүкәләрҙең бер япрағы булып, Йырлай-йырлай төшһәм мин ергә»
Өфө йүкәләре
Беҙҙең хаҡта ла әле
Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр.
Н. Нәжми.

Туҡай урамында илаһи мәл –
Алтын миҙгел итә тантана.
Йырлап торған Нәжми йүкәһенән
Япраҡ түгел, гүйә, моң тама.
Өй(ө)рөлөп-өй(ө)рөлөп япраҡ
бейей,
Тирә-яғым тынмаҫ йыр ҙа моң.
Был урамға, баҙнатлығым етеп,
ҡайҙан, ҡасан килеп индем һуң?!
Кем мин бында?
Үҙ-үҙҙәрен алдап йөрөгәндәр
Минән башҡа бында аҙҙыр шул.
Хыялдарым юлдан яҙғанда ла,
Аҙаштыра күрмә, яҙмышым.
Бында бер нәмә лә артыҡ түгел,
Барыһы ла бында бер бөтөн.
Аң етмәҫлек бөйөклөккә бәрелеп,
Селпәрәмә килә өмөтөм.
Алтын миҙгел…
Урам…
Йырсы йүкә…
Ә мин кем һуң, бер сүп түгелме?!
Көҙгө елдәр хөкөмөнә ҡалып,
Өҙгөләнгән япраҡ шикелле.
Баҫып торам…
Япраҡ тинем дә ул,
Шулай була ҡалһа, ҡана һуң…
Торған һайын шик-шөбһәле уйҙар
Нығыраҡ сапсый намыҫ яраһын.
Үкенмәҫ тә инем (тағы хыял!)
Был урамда үткән ғүмергә.
Йүкәләрҙең бер япрағы булып,
Йырлай-йырлай төшһәм мин ергә.

ҡыҙыл ғына буйы
ҡыҙыл балан

Р-гә.
Үтә матурға алданып,
Урта матурҙан ҡалма…
Халыҡ йыры.

ҡыҙыл ғына буйы ҡыҙыл балан,
ҡыҙыҡтырмаҫ, тимә, күңелде.
Тиреп кенә алған муйылдарым
ҡулдарымдан төшөп түгелде…
ҡыҙып-ҡыҙып сапҡан ҡола ҡашҡа
Тапап ҡына үтте муйылды…
ҡыҙарып та торған, ай, баландар
Татлыраҡ та һымаҡ тойолдо.
Ауыҙғынам беште баландарҙан.
Йөрәккенәм янды һутынан.
Алданыуҙар алдан йөрөй икән,
Айнығыуҙар килә һуңынан...
Йәшел генә саҡтар үткән инде,
Аҡһаҡал да әле түгелмен…
ҡыҙыл ғына буйы баландары
ҡыҙыҡтырмаҫ ҡабат күңелде.

Ишек тотҡаһы

Тыуған йортом бөгөн әллә нисек
Һағышлыраҡ кеүек күренә.
Ниҙер һиҙенгәндәй, ҡыйыр-ҡыймаҫ
Ишек тотҡаһына үреләм…

Ни ғәләмәт? Бала саҡтан таныш
Тимер тотҡаһы юҡ ишектең.
Өй эсенән бары атайымдың
Ауыр көрһөнгәнен ишеттем.

Бер кем ҡаршы алмай, йөрәккенәм
Күкрәгемде ярып сығырҙай.

… Әсәй больницала, шомландырып,
Алдарымда ишек шығырлай.

Һәр нәмәнең үҙ тотҡаһы була,
Ишек – ишекме ни тотҡаһыҙ!
Тотоп торған кешеһе булмағас,
Донъябыҙ ҙа ҡалай толҡаһыҙ.

Килен

Башҡортостаным, илем,
Яҙалмай бер ҙә билен.
Гүйә, мыжыҡ ҡәйнәһенә
Хеҙмәт итеүсе килен.

Баш күтәрмәй хеҙмәт итеү –
Киленгә яҙған яҙмыш.
Инәйемдең үткәненән
Ул яҙмыш миңә таныш.

Беләм, әүәл был йоланың
ҡануны булған ҡаты:
Ауыҙ асып һүҙ әйтергә
Булмаған уның хаҡы.

Ауыҙ асып һүҙ әйталмай
Аҙмы йәшәнең, илем.
Шып-шым ғына йөрөй торғас,
Юғала яҙҙы телең.

Үҙ йортоңда берәй ҡасан
Булырһың микән хужа?
Эстән генә һыҙа-һыҙа
Бөтә ғүмерең уҙа.
Үткәнеңде байҡаным да,
Башҡортостаным, илем,
Һинең дә бит булмышың
Бер килен кеүек тинем.

Һигеҙенсе мөғжизә

Был донъяның мөғжизәһе бөтмәҫ
Матурлыҡты тоя белгәнгә.
Кемдең ҡулы тәү ҡағылды икән
Таҡыя башлы ябай үләнгә?!

Яһалмалыҡ баҫа был тормошто,
Ялған матурлыҡтан йән биҙгән.
Был заманда шундай ябайлыҡтың
Һаҡланыуы үҙе мөғжизә…

Юҡтан бер нәмә лә бар булмай бит,
Баштан ғына тыумай мөғжизә.
Мөғжизәләр тыуа – бай күңелле,
Алтын ҡуллы халыҡ бар ерҙә.

Алтын ҡуллы, үткәнендә
ҡалдырмаған, имеш, бер ни ҙә…
Бар донъяны таң ҡалдырып ҡурай
Күпме быуат инде ил гиҙә!

Кәрәк түгел затлы дәү һарайҙар,
ҡурай ғына бары уйнаһын.
Ул уйнаһа, онотола кеүек
Ете мөғжизәһе донъяның.

Ғүмеремдең бар асылы һиндә,
ҡыҙыҡтырмаҫ бүтән бер ни ҙә.
Күңелемде матурлыҡҡа әйҙәп,
Йәшә әйҙә, йәшә,
Һигеҙенсе мөғжизә!
* * *

Сал дала ла армыт-армыт тауҙар –
Төйәк кенә ере башҡорттоң.
Төн йоҡомдо бүлеп уяттың да
Йөрәгемде ниңә ярһыттың?

Ашҡынһам да, аҙаҡ йөрөй алмам
(Үкенермен үҙем һуңынан).
Форсат тейгән саҡта үтәйемсе
Атайҙарҙың данлы юлынан…

Эйәрләп тә алып Аҡбуҙатты,
Күк тауҙарға ҡарай юл алам.
Аҙашҡандыр, тиеп уйламағыҙ,
Офоҡтарға китеп юғалһам.

Мин аҙашмам хәтәр дауылда ла –
Был ерҙәрҙә бабам йөрөгән.
ҡыйыулығы тоғро юлдаш булһа,
Юл маяғы булған – Етегән.

Уйһыу ғына ерҙең ҡом-таштарын
Уя баҫып елә Аҡбуҙат.
Ярһыу хистәремде тыя алмай,
Дәртләнеп тә китеп йыр һуҙам:

«Ай, тау ғына яҡшы, тау яҡшы,
Тау яғалап үткән юл яҡшы.
Алтын менән көмөш сыҡҡан ерҙән
Тыуып ҡына үҫкән ил яҡшы…»

… Сал дала ла армыт-армыт
тауҙар –
Төйәк кенә ере башҡорттоң,
Төн йоҡомдо бүлеп уяттың да
Йөрәгемде тағы ярһыттың.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)