RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Мин китермен, бер китермен…»

17.02.2012 «Мин китермен, бер китермен…»

Яҡташыбыҙ шағир ҡол Дәүләттең ижадына һәм эске донъяһына бер ҡараш
Шағир − бер тамсыһы икән үҙ
халҡының,
Тамсы һөйләр диңгеҙ хаҡында.
Шағир − шаңдағы ул заманының
Һәм көсө лә уның халҡында.

Р. Ғарипов.

Һикһәненсе йылдарҙың урталарында башҡорт әҙәбиәтенә Рәмил Дәүләтҡолов тигән үҙенсәлекле йәш шағир килеп инде. Уҡыусыларҙы ул өр-яңы һүҙ әйтә алыуы һәм ҡыйыулығы менән һоҡландырҙы. ҡайһылай ҙа тапҡыр итеп һәм ҡурҡмайынса үҙебеҙҙең фажиғәләр хаҡында ҡысҡырып әйтте бит автор. Ә ниндәй халыҡсанлыҡ!
ҡол Дәүләттең ижадында төп урынды «Килен» исемле шиғыры алып тора. Башҡортостанды бер ҙә билен яҙа алмайынса мыжыҡ ҡәйнәһенә хеҙмәт итеүсе килен менән сағыштырып, беҙҙең бөгөнгө көндәге ижтимағи, сәйәси проблемаларыбыҙҙы оҫта сағылдырҙы ул. Элек ауыҙ асып һүҙ әйтергә лә хаҡы булмаған килендең. Шып-шым ғына йөрөй торғас, шул килен − Башҡортостандың теле юғала яҙҙы:
Үҙ йортонда берәй ҡасан
Булырһың микән хужа?
Эстән генә һыҙа-һыҙа,
Бөтә ғүмерең уҙа,
– ти, әрнеп, автор.
Шиғыр кисәләрендә ҡол Дәүләткә һүҙ бирелеү менән тамашасылар йыш ҡына «Килен»де һөйләүен һорай. Сөнки шағир күтәргән мәсьәләләр бөгөн күптәрҙе борсой, күптәрҙең уйҙарына ауаздаш. Был шиғыр хатта шағирҙың визит карточкаһына әйләнеп китте. Ә бит, йәшерен-батырыны юҡ, ғүмер буйына ижад итеүсе ҡайһы берәүҙәрҙең ана шундай иҫтә ҡалырлыҡ, яттан һөйләп йөрөрлөк шиғырын да табып булмай.
ҡол Дәүләт − ҡыйыу фекерле шағир. Бына уның «Баш ҡала» исемле шиғырындағы түбәндәге юлдарға ғына иғтибар итәйек әле:
Беҙҙең башҡа бер абзыйҙың
Шылтыр атыуы етә...
Етмеш йылдан ашыу, беҙҙә бөтәһе лә ал да гөл, тип маҡтанып йәшәнек һәм шуға һуҡыр­ҙарса ышандыҡ. Бер мәл килеп күҙебеҙ асылды, талон тотторҙолар ҙа сиратҡа баҫтырҙылар. Шағир ҡол Дәүләт тә шундай оҙон сираттарҙың береһендә торғанда яҙғандыр, моғайын, был шиғырын:
ҡайҙа баҡма: сират, сират..
Был илдә шундай «тәртип».
Сират тормаҫ өсөн генә
Булырға ине ғәрип...
Эйе, нисә йыл беҙҙең аңыбыҙҙы томаланылар, күңелебеҙҙе ғәрипләндерҙеләр. Кү­ҙебеҙҙе бәйләнеләр. «Балсыҡ» исемле шиғырында автор үҙебеҙҙе бына нисек һүрәтләй:
Беҙ бит балсыҡ.
Үҙе йомшаҡ, үҙе бушаҡ, үҙе
асыҡ...
Булһын ғына берәй ҡалып,
унда һалып,
Яһап була беҙҙән балыҡ
Һәм дә халыҡ, йәки һарыҡ..
Шиғриәт − ул ихласлыҡ. Шағир ни тиклем ихлас булһа, уҡыусы уға шул тиклем нығыраҡ ышана һәм күңеленә яҡын ҡабул итә. ҡол Дәүләт шиғырҙарын уҡығанда уның бөтә тормошон күҙ алдына баҫтырырға мөмкин: барыһы ла бар бында − һағыштар ҙа, әрнеүҙәр ҙә, үкенес тә… Ә бит сер түгел, ҡайһы берәүҙәр бер төрлө тормош менән йәшәп, бөтөнләй икенсе тормош тураһында, әллә уйлап сығарып, әллә хыялдағыһын яҙа. Уҡыусы алдында сиселеп китеүҙән тыйылалар... Ундай шиғырҙарҙы уҡығанда әллә ҡайҙан яһалмалылыҡ күҙгә бәрелеп торған һымаҡ һәм һиндә шағирға ҡарата ышаныс кәмей. ҡол Дәүләт шиғырҙары һине автор менән бергә кисерергә, бергә уйланырға мәжбүр итә.
Бәләкәйҙән тормоштоң әсе­һен-сөсөһөн татып үҫкән шағир уҡыусы алдында күңелендәге әрнеүҙәрен бушатыуҙан ҡурҡмай. Был хаҡта яҙмай булдыра алмай икән, тимәк, улар шағир яҙмышының бер өлөшө.
ҡол Дәүләт ижадында юмористик һәм сатирик әҫәрҙәр ҙә бар. Уларҙың ҡайһылары шул тиклем әсе, тапҡыр һәм образлы, ҡайһылары үтә шаян һәм еңел ритм менән яҙылған. Мәҫәлән, «Магнитка тураһында таҡмаҡ» исемле шиғырындағы:
Өҫтөбөҙҙә кейем туҙһа,
Бөлөп китһә донъябыҙ,
Йомортҡалар йөкмәйбеҙ ҙә
Магниткаға таябыҙ, −
тигән юлдарҙы уҡыу менән, моғайын, шул заман кешеләре бала сағын иҫенә төшөрәлер.
Авторҙың «Быума» исемле поэмаһы Рауил Бикбаевтың «Система»һына ауаздаш. Автор ғүмер буйы үҙенә һауа етмәүҙән яфалана. «Был сирем һуң минең тик ҡайҙан?» − тип һорау ҡуя һәм үҙе үк яуап бирә:
Ыулы булған икән
һыу-һауабыҙ,
һәм ағыулы булған туғайҙар...
ҡол Дәүләт тыуған яҡтарында торғонлоҡ тигән туң замандың емеше булған бер әҙәмдең ер-һыуға күп ҡаза килтереүе хаҡында әрнеп яҙа. Баҡыр карьерынан эшкәртелгән руда ҡалдыҡтарын алып килеп ҡыҙыл йылғаһын быуған да, һыуҙарҙы ҡоротҡан да, тал-тирәкте ҡырҡҡан да әлеге шул колхоз «хужаһы» икән.
Ауырыу илдә йәшәүе ауыр. Нисәмә йыл матур лозунгылар ыу һымаҡ беҙҙең зиһендәрҙе ағыу­ланы, беҙ үҙебеҙҙең илдә ҡол һымаҡ йәшәнек. Һәр ерҙә оңҡот хужалар эште быуып ултырҙы, тормошобоҙ ағышын тау-тау ҡағыҙ быуалар быуҙы. Ил заман быуаһында тонсоҡто, ти шағир йөрәге, һыҙланып.
Был быуала күпме йәндәр
үлде,
Ағыуланған һымаҡ балыҡтар.
ҡыҫты беҙҙе яман ҡыҫалалай
Туң ҡарарҙар, ҡанун-
ҡалыптар...
Бына бер саҡ халыҡтың түҙеме бөттө, асыуы ташты, яҙғы ташҡын кеүек әрнеү-һағыштар ярһыны, хаҡлыҡ торғонлоҡтоң ыулы быуаһын йырҙы. Ә шулай ҙа илебеҙ әле һаман ҡалтырана, уны үткәндәрҙең йөгө баҫа, иҫке ҡалыптар ҡыҫа. Ул яһалмалылыҡ менән ялғандан арына алмай быуыла.
ҡол Дәүләт, үҙенең донъянан иртә китерен һиҙемләгәндәй, уҡыусыларының йөрәген ошо юлдар менән тетрәтте:
Мин китермен, бер китермен
Шуҡ елдәргә тағылып.
Эҙләһәң дә, табалмаҫһың,
Тик иларһың һағынып.
Йәшнәп йәшәр, ярһып ижад итер мәлендә, 39 йәшендә генә арабыҙҙан киткән яҡташыбыҙ Рәмил ҡол Дәүләт тураһында ҡайғылы хәбәр буранлы һәм ҡарлы ғинуар көнөндә килде: 13 ғинуар, 1998 йыл. Дуҫтарына, туғандарына, ижадын яратҡан бөтә уҡыусыларына ҡушылып, талантлы улының йәшләй генә фани донъяны ташлап китеүенә ҡайғырып, әйтерһең дә, тәбиғәт тә түгелеп иланы. Рәмилдең өҙөлөп һөйгән тыуған яғы, уның ҡырҙары, туғайҙары, далалары ҡайғынан өнһөҙ иңрәп ҡалды. Яҙылаһы әҫәрҙәре яҙылмайынса, әйтеләһе һүҙҙәре әйтелмәйенсә, туғандары − Рәмилһеҙ, улы Рәсүл − атайһыҙ, уҡыусылары ҡол Дәүләтһеҙ ҡалды...
Әҙәбиәт күгендә үҙ йондоҙон ҡабыҙып өлгөргән ҡол Дәүләт башҡорт әҙәбиәтендә яҡты эҙ ҡалдырҙы. Бары бер нисә генә китап сығарып өлгөрҙө: «Һигеҙенсе мөғжизә» (1991), «Егет һүҙе» йыйынтығында «ҡорама» китабы (1997), «ҡарауыл» пьесалар йыйынтығы (1996).
Тәбиғәте менән тура һүҙле, уйлағанын ярып әйтә торған, шаян, асыҡ күңелле шағирға был донъяла йәшәүе бик еңелдән булманы. Шулай ҙа Рәмил һәр саҡ ғорур һәм сая булып ҡалды. Әммә бала сағынан ҡаты ауырыу­ға дусар булған шағирҙың күңел төшөнкөлөгөнә лә бирелгән саҡтары күп булды.
Ә үҙемдең күптән инде
ҡайырылған ҡанатҡайым.
Ғүмер буйы арымайса
Бер үк һүҙҙе ҡабатлайым:
«Яҙҙан − көҙгә,
Көҙҙән − яҙға,
Түҙәйексе, йәнем, аҙға...»
Миңә ҡол Дәүләттең «Һигеҙенсе мөғжизә» китабындағы шиғырҙары бигерәк оҡшай. Уларҙағы һыҙланыуҙар − бик күптәр өсөн уртаҡ әрнеүҙәрҙең, уртаҡ ынтылыш-маҡсаттарҙың, уртаҡ ҡыйралыу-төҙәлеүҙәрҙең сағылышы.
Китаптың башынан аҙағына тиклем Башҡортостандың, башҡорт милләтенең ғорур һәм ғазаплы һыны төрлө образдарҙа асыла бара. Шиғырҙарҙа тыуған ергә, халыҡҡа оло ихтирам бар, ләкин бер генә образ-деталдә лә уларҙы идеаллаштырыу, һуҡыр табыныу юҡ. Ә бит бындай идеаллаштырыуҙар күп булды. Рәмил Дәүләтҡолов − ҡыйын булһа ла, аяуһыҙ булһа ла, ысынын әйтеп һөйләшә торған, күнегелгән ҡалыптарҙы вата торған шағир. Шуға ҡайһы саҡта уның тәү ҡарашта сәйер күренгән ҡылығына ҡарап, аптырап та ҡуяһың.
Уҫал ҡәйнәһенә ғүмер буйы бил бөгөп хеҙмәт итеүсе килен хәлендәге Башҡортостан, план ҡыуған түрәләргә хаҡы ике тин дә тормаған башҡорт еркәйҙәре, күҙе соҡоп алынған батыр һымаҡ булып ҡалған Баҡыр үҙәк, олатай­ҙары ошо тупраҡта быуаттар буйы ғүмер һөргәндәргә урын табылмаған баш ҡала Өфө, ҡомға терәлгән кәмә кеүек, майҙан ситендә буп-буш тороп ҡалған таш трибуна...
Балта һелтәп килеүсе атай, һигеҙ баланың моңон йөрәгенә һыйҙырып үҫкән һағышлы йырсы апай, урамда машинанан тапал­ған көсөк, шешәһен ҡосаҡлап аунап ятҡан хужаһы янында нишләргә белмәгән бисара ат...
Теҙә башлағас, Рәмилдең шиғырҙарында күңелһеҙ күренештәр, яманһыу уйҙар, ауыр моңдар күбәйеп китмәйме? Былай ҙа бит тирә-яғыбыҙҙа аҙым һайын янъял, үсләшеү, кешеләрҙең бер-береһенә ҡанығыуы. Юҡ, бында мәсьәлә башҡаса. Шағирҙың тынғыһыҙ уй-кисерештәре, күңелһеҙ күҙәтеүҙәре − барлыҡ тарихыбыҙға ҡара яғырға тырышыу түгел, халыҡ ҡайғыһында тантана итеүсе ҡәһҡәһә көлөүе түгел, ошо ергә, ошо тормошҡа тамырҙары береккән кешенең һыҙланыу­ҙары. Быларҙың барыһын йөрәгенән үткәреүсе Кеше һыуҙы болғатып, болғансыҡта алтын балыҡ тотҡан, илде талап илгә һатҡан, етемдәрҙең, ҡарт-ҡороноң күҙ йәшен ынйы-мәрйен итеп кеҫәһенә тултырған, миллионлаған кешене илатып, тиҙерәк байып ҡалырға ашыҡҡан «эшҡыуар» ҙа түгел, милләттәрҙе бер-береһе менән бәрелештереп, халыҡтарҙы һуғыштырып, ҡыр­ғын-үләт ваҡытында ҡанлы туй яһап, олатайҙар ҡәбере өҫтөндә типтергән «демократ» та түгел. Ул кеше − һаман ғәҙелһеҙлектәрҙең ҡорбаны булып ҡалған ғазапланыусан шәхес, тормошонда бәхеткә ҡарағанда бәхет­һеҙлектәр менән йышыраҡ осрашыусы шәхес, бөгөнгө ер шарында хәйерсегә әйләнеп барған ҡол дәүләттең ҡол Дәүләт атлы уйсан, бойоҡ шағиры.
Моң тигәнең беҙҙә
хаттин ашҡан,
Тауыш ҡына бына самалы.
... ҡышҡы урамдарҙа илай
торғас,
ҡарлыҡтыҡ беҙ, тамаҡ
ҡалманы,
– тип яҙа Рәмил «Нәфисә апайыма» тигән шиғырында. Нимәһен йәшереп торорға: урыҫ туғаныбыҙ менән дуҫлыҡ халҡыбыҙҙы урыҫса һөйләшергә, мәйетте уның йолалары менән йыназалар­ға, туй-байрамдарҙы уға оҡшатып уҙғарырға өйрәтеү менән бергә, милләттең үҙәгенә үткән алама ғәҙәткә − эскелеккә лә өйрәтә. Ниндәйерәк аҫыл ирҙәрҙең башына етмәне лә, ниндәйерәк фажиғәләр һемертмәне «оло ағай» күрһәтеп биргән был ғәҙәт. «Таш», «Әкиәтем түгел әкәмәтем», «Дебильныйҙар таҡмағы», «Моңһоу күренеш» шиғы­ҙары, «Быума» поэмаһындағы мотивтар бер ҡол Дәүләт һыҙланыуҙары йә лирик герой күңелендәге драматизм булыуҙан киң: бында әлеге лә баяғы халыҡ яҙмышы трагедияһы, ҡайһы бер бүтән шиғырҙарҙағы дөйөм төшөнсәләрҙең конкрет һәм шул уҡ ваҡытта ғәжәп дөйөмләштерелгән сағылышы. Шул рәүешле, ҡол Дәүләттең иҫерек ғаилә башлығы болаларынан йәнселгән бала сағы һәм ошо мәхшәр­ҙәр эҙемтәһе «бүләк» булып ғүмерен иҙер сәләмәтһеҙлеге, ошо арҡала кисерелгән мәхрүмлектәр хаҡындағы лирик шиғыр­ҙарындағы моң-зар бер автор­ҙың ғына шәхси трагедияһы булыуҙан үтеп, милләт ҡайғыһы дәүмәлендәге образ дәрәжәһенә олғаша.
Мин ҡол Дәүләт ижадын «тетрәндерерлек әрнеүле» шиғриәт тип атар инем. Ул − берсә аяҙ, берсә болотло, берсә ҡырыҫ, берсә наҙлы, ҡарлы-ямғырлы, болотло-йәшенле шиғриәт. Шағир үҙен бер ҙә йәшермәй, бөткәнсе, бар хәленсә үҙе булып ҡала белде. Шағирҙың әрнеүе, тетрәнеүе башҡаларҙы ла әрнетә, тетрәндерә икән, шиғырҙары кеше күңелендә оҙаҡ һаҡланасаҡ.
ҡол Дәүләт үҙ тауышын тапҡан шағирҙарҙың береһе булып танылды, ул лирик шағир, философ шағир, уйлы шағир, хисле шағир, моңло шағир булып хәтер­ҙә ҡалды.
Шағирҙың ижады тураһында бик күп яҙырға булыр ине. Мин ҡол Дәүләт ижадына һоҡланыуымды аңлатып та бөтә алмайым. Уның уңыштары ла, яңылыштары ла, абыныуҙары ла үҙенеке генә. Киләсәктә уның ижады тулыраҡ өйрәнелеренә һәм мәктәп программаһына индереләсәгенә иманым камил.
Мәктәбебеҙҙең элекке уҡыу­сыһы ҡол Дәүләттең исемен мәңгеләштереү йәһәтенән күп эш башҡарыла. Мәҫәлән, 2000 йылдан бирле эшҡыуар Әлмира Ибраһимова беҙҙең мәктәптә башҡорт теле, әҙәбиәте, мәҙәниәте өлкәһендәге уңыштары өсөн сирек һайын бер уҡыусыға ҡол Дәүләт исемендәге аҡсалата премия биреп килә. ҡол Дәүләт иҫтәлегенә мәктәп алдында таҡтаташ ҡуйылды, хәҙер һәр бер уҡыусы шағирҙы белә һәм уның менән ғорурлана.
Гүзәл моңдо тәүҙә һин
ишеттең,
Матурлыҡты тәүҙә һин күрҙең,
Тәүҙә һин татының
ҡайғыларын,
Шатлыҡтарын ошо ғүмерҙең.
Өмөтөң өҙөлдөмө,
Оло ҡайғың,
Ваҡ мәшәҡәт бөтмәҫ
тойолоп, −
ҡаурыйҙарың кеүек был
донъяға
Шиғырҙарың ҡалды ҡойолоп...
Әлфиә ӘХМӘТҡУЖИНА,
Сиҙәм мәктәбе уҡыусыһы.

Әбйәлил районы.

Р. S. Материалды әҙерләгәндә Рауил Бикбаев, Тамара Ғәниева, Зөһрә ҡотлогилдина, Әхмәр Үтәбай һәм башҡаларҙың шағир хаҡындағы мәҡәләләре файҙаланылды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)