14.02.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!
− Бына һеҙ, милицияла бөтәһе лә яҡшы, тиһегеҙ. Улай булғас, ниңә унда кешеләрҙе 15 тәүлек кенә тоталар?
− Яҡшы нәмә күп булмай ул.
* * *
− Туташ, телефонығыҙҙы бирегеҙ әле.
− Бер күреүҙә ғашиҡ булдыңмы ни?
− Ғашиҡ булманым, был – талау.
* * *
− Мин ҡатыныма «Аҡсаны янда ҡалдырыу серҙәре» тигән китап бүләк иттем.
− Файҙаһы тейҙеме һуң?
− Теймәйме һуң, тартыуын ташланы.
* * *
– Эшеңдәге компьютерыңда «Синыфташтар» блокировать ителмәгәнме?
– Белмәйем.
– Был яуап өсөн эш хаҡыңды ике тапҡырға арттырырға кәрәк.
* * *
– Әҡлимә, бүләгемде һаман һаҡлайһыңмы ни?
– Эйе.
– Минең менән бәйле бөтә нәмәләрҙе лә ташлап бөткәнһеңдер, тип уйлағайным.
– Йомшаҡ айыу балаһы һинең иҫәр булғаныңа ғәйепле түгел.
* * *
– Был спектаклде ҡараным. Икенсе тәнәфестән һуң ҡайтып китһәгеҙ, яҡшы буласаҡ.
– Ә ниңә икенсенән?
– Сөнки беренсеһенән һуң кейемдәрҙе ала торған урында сират бик оҙон була.
* * *
Ире компьютерҙа әллә ниндәй хайуандарҙы атып уйнап ултыра. ҡатыны иғтибарҙы үҙенә йәлеп итер өсөн:
– ҡәҙерлем, мин барҙа ниңә инде һиңә шундай килбәтһеҙ хайуандар? – ти.
* * *
Ире – ҡатынына:
– Етте һиңә, көнләшеп, ҡолаҡ итемде ашауың.
– Кем һиңә, көнләшәм, ти. Минең бит фантазиям һәм фекерләүем бик бай, – тигән ҡатыны.