RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ысын мөхәббәт хаҡына хатта тауҙар аҡтарыла

14.02.2012 Ысын мөхәббәт хаҡына хатта тауҙар аҡтарыла

Хәйерсе бер егет йәшәгән. Бер заман ул батша һарайына иҙән йыуыусы булып урынлашҡан. Унда батша ҡыҙы менән таныша һәм улар бер-береһенә ғашиҡ була, өйләнешергә теләйҙәр. Был хаҡта белгәс, хакимдың йәне көйә, ҡыҙының ниндәйҙер ярлы, үҙҙәренән бик түбән кешегә ғашиҡ булыуына ныҡ ҡайғыра. Һәм батша был бик ҡатмарлы хәлдән нисек тә сығыу юлын эҙләй, мәкерле пландар ҡора башлай.
Бер көндө ул егетте саҡырып ала ла:
– Һинең ҡыҙыма өйләнергә теләүең хаҡында беләм, – ти. – Мин ҡаршы түгел, хатта ризалыҡ бирергә лә әҙермен. Тик һин уға өйләнер алдынан бер нәмә эшләргә тейеш­һең.
Егет ҡәнәғәтлек менән башын һелкә, ни өсөн тигәндә, ул ҡыҙҙы шул тиклем ярата, уның өсөн теләһә ниндәй аҙымға ла барырға риза була. Батша дауам итә:
– Анауы, иң бейек тауҙың теге яғында йылға ағып ята. Әгәр ошо тауҙы тишеп, беҙҙең ҡалаға һыу каналын асһаң, мотлаҡ ҡыҙыма өйләнергә рөхсәт итәсәкмен.
Батша үҙе был эштең хатта бөтә батшалыҡтың көсө менән еңеп сыға алмаҫлыҡ булыуын яҡшы белгәнгә күрә күңеле тыныс. Был бурыс хәйерсе егеттең бер ҡасан да ҡулынан килмәйәсәк, тип уйлай.
Әммә егет батшаны бик иғтибарлы һәм хөрмәт менән тыңлап бөтә лә, алтын һарайҙан сыға. Ул бик бәхетле, ни өсөн тигәндә, был эште атҡарып сыҡҡас, һөйгәненә өйләнәсәк.
… ҡулына балта алып, эшкә тотона.
Иҫ киткес теләгенә ҡушылып, уға тәбиғәттең меңәрләгән балтаһы ярҙамлаша. Бер нисә айҙан ул бейек тауҙы тишеп, ҡалаға һыу каналын аса.
Мөхәббәттәре ысын булғанға күрә егет менән ҡыҙ өйләнешә. Ә батша быға ҡаршы килә алмай. Сөнки, был бер ваҡытта ла эшләнә торған эш түгел тип уйлап, бөтә халыҡ алдында, ҡыҙымды бирәсәкмен, тип вәғәҙәләгән була.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)