RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!»

10.02.2012 «Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!»

Рәми ҒАРИПОВ

Таң ҡыйыла, көмөш Сулпан ҡалҡа.
Таң көҙгөһө, тиҙәр, Сулпанды.
Һылыу һөйөклөһөн уятҡандай,
Уяталыр наҙлап ул таңды.

Юҡһа, зәңгәр күктәр алһыуланып,
Матур булмаҫ ине шул саҡлы.
Был сафлыҡ тик сабый
күҙендәлер,
Тәүге һөйөүҙәлер был сафлыҡ...

Миңә рәхәт тә һәм моңһоу ҙа −
Бер серле йыр мине иҫертә.
Күрмәһәм дә уның йырлаусыһын,
Ул уйымдан сыҡмай кис-иртән.

Бәлки, шулдыр минең
Таңсулпаным?
Йырын йырлап, тыуа өмөтөм.
Күкрәгемдә кескәй ҡояш яна −
Ул яҡтырта, ахыры, ер өҫтөн?!
1954.

* * *
Шиғырым, һин әрем тәме әйткән
Көйөп бешкән арыш икмәге.
Мамыҡтай аҡ,
Йомшаҡ ҡалас һымаҡ,
Юҡ шәрбәтең һинең.
Юҡ мәгең!..
Үҙем кеүек, көл-күмергә буяп,
Аунатҡан бит ауыл мейесе...
Ниңә һуң мин яҙам әле һине,
Кем өсөн һуң?
Әйтсе, ни өсөн?
Белмәйем дә ҡайсаҡ,
Ләкин яҙам.
Яҙам һине, үҙең яҙылғас.
Ауырлы мин көн-төн һинең
менән:
Еңелерәк миңә һин тыуғас...
1960.
* * *
Ниндәй яҡын миңә
йәшәй белмәгәндәр:
Яраҡлаша, алдай,
көйшәй белмәгәндәр.
Хыялдарға, йырға,
уйға сумғандар.
Бер ҡарындан тыумаһаҡ та,
Яҡын миңә улар, туғандар.
Йыр йырларға көйҙәре бар,
Тик йоҡларға өйҙәре юҡ.
Баштары бар, йөрәге бар,
Аштары юҡ, терәге юҡ.
Дандары юҡ, ҡандары бар,
Табынмайҙар юҡ-барға,
юлдарға.
Тик барыбер һуңғы һүҙҙе
улар әйтәсәк,
Улар ҡулында тик
киләсәк!
1962.

* * *
Иң бөйөк һүҙ әйтелмәгән,
Иң бөйөк көн әле ул алда.
Килер ул көн, килер ул ҙур
байрам,
Туй яһарбыҙ шаулап урамда.

Ул туйға мин, бәлки, барып
етмәм,
Ярһыу атым янып йығылыр.
Тик минһеҙ ҙә тулы булыр ул туй,
Мин белмәгән дуҫтар йыйылыр.

Һөйләшһәләр әгәр туған телдә,
Телгә алыр улар мине лә.
Сөнки мин киләсәк менән бергә
Һаҡлап саптым, телем, һине лә.
1962.

* * *
Ниндәй шыҡһыҙ, һалҡын һары таң
был,
Яланғас ел генә күгендә...
Бәлки, һуңғы ҡабат
килгәнһеңдер,
Йән өшөткөс бушлыҡ күңелдә.

Гүйә, донъя − моңһоҙ бер
һыбыҙғы.
Буш һыбыҙғы − елдәр өрөргә.
Ниҙер үлде, ниҙер һүнде унда,
Кире ҡайтмаҫ өсөн ғүмергә.

Күңелдә тик ауыр юшҡын ғына,
Әрем әсеһе тик ирендә…
Ниндәй фәҡир, ниндәй ярлы кеше,
Йыр юғалһа күңел түрендә!..
1962.
* * *
...Но для женщины прошлого нет...
Бунин.

ҡыҙ хәтере ҡыҫҡа, онотмай тик
Тәүге мөхәббәтен үҙенең, −
Йә нәфрәте итеп һаҡлай уны,
Йә ғүмергә һөйә өҙөлөп.

Ә ҡалғаны − зәңгәр тулҡын
һаны −
Йылдар упҡынында йотола.
Тәүге хистәр, тәүге кистәр генә
Ай серендә һаҡлап тотола.

Үткәне юҡ ҡатын-ҡыҙҙың бөгөн,
Үпкәне юҡ, кисә үпһә лә...
Тик йырҙарға күскән тойғоларға
Упҡындар юҡ, йылдар үтһә лә!
1962.

* * *
Юҡ, намыҫты данға
алыштырмам,
Юҡ, алданмам арзан даныма.
Мин янырмын ғәҙеллекте яҡлап,
ҡәләмемде манып ҡаныма,
Һәр нәмәне халҡым зиһене
менән,
Халҡым күҙе менән күрермен.
Кәрәк булһа, илем, телем өсөн
Ғәзиз ғүмеремде бирермен!
Бәлки, керләнеп тә бөтөрмөн
мин,
Янған өсөн яла яғылыр.
Ялған һыйыныр ер булмаһа ла,
Яласылар әле табылыр...
Тик теҙләнмәм улар алдында
мин!
Маҡсатымдың иң, иң алыҫын
Яҡын күрер күҙем. Һәм күҙемдә
Балҡып яныр ғорур намыҫым!
1963.

* * *
− Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!
− Кем тупһамда? Кемде күрәм
мин?
− Танымайһыңмы әллә? Мин
ҡайттым бит!..
Ас тиҙерәк! Был мин − Рәми.
− Ниңә улай һуңлап ҡайттың,
егет?
− Булды юлда төрлө кәртәләр...
− Танырмы һуң ул-ҡыҙҙарым
һине?
− Бәлки, танырҙар, тип әйттеләр.
− ҡайҙан һиндә шундай ҙур
ышаныс?
− Һөйөүемдә һине, хаҡлыҡта.
Өмөт, мөхәббәт һәм ышаныс бит
Юғалмай ул, һүнмәй ваҡлыҡта...
1964.

Бәхет − һәр саҡ һуңлап килер
ҡунаҡ.
Килеп инә табын таралғас!..
Тик көтәһең, көтөп арығас та,
Бәхет өсөн генә яралғас.

«Көтә белгәндәргә һуң түгел» дә,
Йәшлек кенә көтөп тормай шул.
Юҡ шул уның туҡтар туҡталҡаһы,
Йә үткәнгә юлын бормай шул.

ҡала миңә бары йылдар буйы
Йырҙар менән күңел йыуатыу.
Бар ғүмерем минең − һине эҙләү,
Бар ғүмерем − һине юғалтыу...
1966.
* * *
Яҙ елдәре тәнде иркәләһә.
Яҙ гөлдәре йәнде иркәләй.
ҡояш нуры, ҡоштар йыры менән
Үлеп тереләһең ошо иртәлә!..
Был донъяны ташлап китеү уйы
Башыңа ла хатта һыймаҫлыҡ.
Әй йәшәге килә, мең йәшәге −
Мең йәшәп тә йәшәп туймаҫлыҡ!
ҡанаттарын еңел генә елпеп,
Иләҫләнеп йөрөй күбәләк.
Әйтерһең дә, нур ҡылдарын
сиртеп,
Талғын ғына бейей сүгәләп.
Күҙ ҡамаша шишмә көмөшөнә
Мең күҙе бар, гүйә, шишмәнең.
Мөлдөр-мөлдөр килгән ҡарашына
Иләҫләнмәй, күңел нишләһен?
Был мөхәббәт ҡарай бәғереңә,
Бәғереңдә − яуап ҡарашы.
Һин бер бөтөн. Ошо донъяң
менән
Һәм мәңгелек һеңә ярашып!..
1962.

Февраль. Буран

...Ышанмағыҙ февраль
буранына.
Бер яуыз уй юҡтыр уйында...
Күпме генә шашып дуламаһын,
Яҙ һылыуы уның ҡуйынында.

Был донъяла булыр
барыһы ла,
Һинең менән бары мин булмам.
Бына ниндәй үкенестәр
бар бит −
ҡалай үлмәк кәрәк,
күҙ алмам...
Түҙалмам мин ләкин,
түҙалмам...
19 февраль, 1977 йыл (шағирҙың иң һуңғы шиғыры).










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)