RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ейәнсуралар шағирҙы ололаны

03.02.2012 Ейәнсуралар шағирҙы ололаны

Ейәнсуралар шағирҙы ололаны
Сөләймән Абдуллин, Мәғфирә Ғәлиева, Хәсән Назар – ошо өс исемде әйтеү менән ниндәй район иҫкә төшә, тиһегеҙме? Әлбиттә, Ейәнсура! Һәр райондың йөҙөн билдәләүсе шәхестәре булған кеүек, үрҙә телгә алынған исемдәр­ҙе ниңәлер айырып ҡарау мөмкин дә түгел. Әллә һуғыш осоро балалары булғанғамы, әллә Өфөлә йәшәп тә, үҙ тыуған яғының патриоты булған­ғамы, әллә исемдәре күптән халыҡ өсөн үҙ булһа ла, республика хөкүмәте яғынан лайыҡлы исем бик һуңлап ҡына бирелгәнгәме? Хәйер, Сөләймән Абдуллинға Башҡортостандың халыҡ йырсыһы исемен уның ҡәбер ташын эшләткән кеше өҫтәп тә ҡуйған. Мәғфирә Ғәлиева буйынса хата былтыр төҙәтелде – ниһайәт, БР Президенты Рөстәм Хәмитов уға маҡтаулы исем биреү хаҡында указға ҡул ҡуйҙы.
Ә үткән аҙнала Иҫәнғол ауылында Хәсән Назарҙың 70 йәше тулыуға арналған тантанала билдәле яҡташ­ҡа халыҡ шағиры исеме биреү мәсьә­ләһе лә күтәрелде.
Дә-ә, ейәнсуралар данлыҡлы яҡташтарының ҡәҙерен белә шул. Ни тиһәң дә, республикабыҙҙың абруйлы Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары икәү генә бит – береһе мәрхүм Дәүләт Мәһәҙиев булһа, икенсеһе – быйылғы ғинуар юбиляры Хәсән Назар.
Еренә еткереп, Күгәрсен менән Ейәнсура райондары сигендә икмәк-тоҙ, йыр-моң менән ҡаршы алды район етәкселеге Өфөнән килгән делегацияны. Милли кейемдәге йәш һыбайлы егеттәрҙе йәлләп, Хәсән ағай, бынау һыуыҡта өшөтөп йөрөтмәһәләр ҙә ярай ине, тип көйөндө. Ә шулай ҙа уның йөҙөндә сағылған ғорурлыҡ тойғоһон һиҙмәйенсә мөмкин түгел ине – һынатманы яҡташтары, йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне юлдаштары алдында.
Йома көн Иҫәнғолда бик күп осрашыуҙар үткәрелде. Үҙәк ра­йон китапханаһы директоры Нәзирә Кәримоваға, китапханасы Нурыя ҡуныс­баеваға ҙур рәхмәт инде, улар, районда башҡорт мәҙәниәтен, әҙәбиәтен тотоп тороусы төп көс булараҡ, ҡунаҡтар­ҙың һәр минуты емешле үтһен өсөн бар көсөн һалған. Район китапханасылары, Ейәнсура баш­ҡорт гимназияһында үткән осрашыуҙарҙа һүҙ бөгөнгө әҙәбиәт, матбуғат таратыу торошо, халҡыбыҙҙың бөгөнгө көнитмеше хаҡында барҙы.
Ейәнсуралар шағирҙы ололаны
Шуныһы ҡыуаныслы, 2012 йылда “Башҡортостан”, “Йәшлек” гәзиттәрененең тиражы артҡан. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың күп төбәктәрендәге хәл бында ла күҙәтелә – эш юҡлыҡтан ир-егеттәр ситкә бәхет эҙләп сығып китергә мәжбүр. Район гәзитендә баҫылған мәҡәләнән күренеүенсә, Хәсән Назарҙың тыуған ауылы Таулыҡай эргәһендәге Яңыбай ауыл хакимиәтенән генә лә 300-гә яҡын ир вахта ысулы менән эшләй. Бына ҡайҙа ул беҙҙең киләсәгебеҙ, бына ҡайҙа ул башҡорттоң ауыл хужалығын, иҡтисадын, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен күтәрергә тейешле көс! Ә бына ҡужанаҡ ауылынан ҡатын-ҡыҙҙар вахтаға күрше Ырымбур өлкәһенең ҡороюл ауылына йөрөй икән. Һыйыр һауырға... Бына ошондай күңелгә борсоу һалған һорауҙар ҙа күтәрелде осрашыуҙарҙа.
Ә кискелеккә халыҡ район мәҙәниәт йортона эркелде.
Ауылдарҙан уҡытыусылар, өлкән класс уҡыусылары ла килеп еткәйне – тамаша залында алма төшөрлөк тә урын ҡалманы – һәр кем шиғриәтебеҙ шоңҡарын күреп ҡалырға ашҡынды. Кисәлә әйтелгән юбилей теләктәре, бүләктәр хаҡында артыҡ ҡуйыртмай, район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Басир Хәбибуллиндың шағирға йүгән бүләк итеүен генә әйтеү ҙә етәлер, моғайын. Йүгәне булғас, арғымағы ла булыр әле, тип өмөтләнде Хәсән ағай.
Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рәшит Иҙрисов иһә халыҡ шағиры исеменең тиҙерәк рәсмиләшеүен теләне. Ауыҙыңа бал да май, Рәшит ағай, моғайын, Башҡортостандың киләһе халыҡ шағиры исеме Хәсән Назарға бирелер, тип өмөтләнәйек.
Ейәнсуралар бар яҡтан да талантлы шул. Ана бит, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Айҙар Мөхәмәтйәнов ҡулы аҫтындағы артистар хатта ҡайһы бер филармониялар көнләшерлек концерт әҙерләгән. Ул бейеүселәре, ул йырсылары, ул ҡурайсылары. ҡыҫҡаһы, шағир Хәсән Назар тыуған яғынан тағы ла әллә күпмегә етерлек дәрт, көс, илһам алып, Өфөгә ҡайтты. Киләсәктә тыуған яғына булған оло рәхмәте уның ижадында ла сағылыр, тип ышанайыҡ.

Хөсәйен Бәк.
Илшат НАЗАРОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)