31.01.2012 Үәт, ҡыҙыҡ
Ир-егеттәргә: әгәр ҙә ҡәйнәгеҙ менән бик яҡшы мөғәмәләлә булһағыҙ, уның менән иҡтисад, спорт, балыҡҡа, һунарға йөрөү хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләшәһегеҙ икән, ҡатынығыҙ менән бер аҙ асыуланышҡан ваҡытта ҡәйнәгеҙ гел һеҙҙең яҡлы, эштән һуңлап ҡайтҡан ваҡытта ла һеҙҙе яҡлашһа, иғтибарлыраҡ итеп ҡарағыҙ әле, бәлки, ул һеҙҙең ҡайнығыҙҙыр.
* * *
Уң ҡул ҡысыһа – танышыуға, ә һулы – аҡсаға, тиҙәр. Ә күп осраҡта ҡулығыҙҙы йыуырға кәрәк булғанға.
* * *
– Алло, полиция!
– Эйе, нимә булды?
– Минең өсөн ике ҡыҙ һуғыша.
– Шунан?
– Йәмһеҙерәге еңә, буғай.
* * *
– Һеҙгә нисә йәш?
– Ун һигеҙ.
– Һуң ике йыл элек тә шулай тигәйнегеҙ бит?
– Эйе, мин кисә – бер, иртәгә икенсе төрлө һөйләй торған кешеләрҙән түгел.
* * *
Ауылда бер ҡарсыҡтың бөтә тауыҡтары ла үлеп бөтә.
– Берәй эпидемиялыр, – тип уйлай ҡарсыҡ. Ә ейәне:
– һиңә флэшмоб ойошторғандар, – ти.
* * *
«Бөгөн ашығып ҡына иҫке джинсымды кейеп, биҙәнмәйенсә генә магазинға сыҡҡайным. Беләһегеҙме, мин кемде осраттым? Бөтәһен дә!»