20.12.2011 САФЛАНДЫРҘЫ “АҠ ҠАР БАЛҠЫШЫ”
Уҙған шишәмбелә Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрының ҙур залында “Аҡ ҡар балҡышы” тип исемләнгән әҙәби кисә үтте. Уны урындағы яҙыусылар ойошмаһы ойошторҙо.
Әйткәндәй, Стәрлетамаҡ яҙыусылар берлеге ошондай сараларҙы йыш үткәрә.
− Бигерәк тә ойошмаға билдәле драматург, үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан етәксе Хәмит Ирғәлин килгәс, эштәр йәнләнде, − ти Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Нәсимә Собханғолова. – Ул үҙе лә тыныс ултыра алмай, беҙҙе лә тыныслыҡта ҡалдырмай. Әле күптән түгел генә танылған шағирыбыҙ, хәҙер мәрхүм Рауил ағай Ниғмәтуллиндың хәтер кисәһен үткәргәйнек, Бөгөн килеп “Аҡ ҡар балҡышы” шиғыр яратыусыларҙы йыйҙы.
Шиғриәт кисәһендә исемдәре киң йәмәғәтселеккә яҡшы таныш Эльмира Сәсәниә, Рима Ғәлимова, Тимер Ниәтшин, Мөҙәрис Багаев, Земфира Муллағәлиева, Вера Витеко, Рәсим Рәхмәтуллиндар менән бергә Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының “Ашҡаҙар” әҙәби түңәрәге ағзалары ла сығыш яһаны.
− Беҙҙең түңәрәктә тиҫтәләгән йәштәр ижад илендә үҙҙәренең көсөн һынап ҡарай. Бик күптәр улар, әле шуларҙың бер нисәһен генә уҡыусылар алдына сығарҙыҡ. Ошондай сараларҙа, танылған ҡәләм оҫталары менән бер майҙанда сығыш яһау − улар өсөн оло бәхет, ижадтарында этәргес, − ти Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһының әҙәби консультанты, шағирә Рита Фәтҡуллина.
Танылған шағир, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире урынбаҫары Рәмил Йәнбәктең сығышы байрамдың сағыу бер биҙәгенә әйләнде. Тамашасылар шулай уҡ Мәләүез ҡалаһының Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт китапханаһы мөдире Рәзилә ҡотлогилдина етәкләгән “Илһам шишмәләре” әҙәби түңәрәге ағзаларының шиғырҙарын да алҡыштарға күмде.
Кисәне музыкаль яҡтан “Арман” башҡорт балалар фольклор ансамбле, ҡала рус хорының “Родные напевы” вокаль ансамбле, сыуаш халыҡ фольклор төркөмө, “Дәрүиш” бейеү коллективының дәртле йыр-бейеүҙәре биҙәне.
Тимер ҒӘЛИЕВ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
Автор фотоһы.