22.11.2011 Фәрештә һәм Иблис
Бер ваҡыт фәрештә менән иблис осраша һәм кешеләрҙә нимә күберәк – изгелекме, яҡшылыҡмы, әллә насарлыҡ менән уҫаллыҡмы – булыуы хаҡында һүҙ ҡуҙғата.
– Кешеләр ярата белә, – ти фәрештә.
– Улайһа, ни өсөн улар башҡа көслө йән эйәләрен күрә алмай? – тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерә иблис.
– Улар яҡындарына, туғандарына ярҙам итә, – ти фәрештә.
– Тик ҡолағандарға таш бәреп, уларҙы юҡҡа сығара, – тип ныҡыша иблис.
– ҡәҙерле кешеләре өсөн улар үҙҙәрен ҡорбан итә, – тип асыулана башлай фәрештә.
– Улайһа, ер йөҙөндә ни өсөн бәхетлеләргә ҡарағанда бәхетһеҙҙәр күберәк? – тип мыҫҡыллы көлә иблис.
– Кешеләр ныҡыш, – тип тештәрен ҡыҫа фәрештә.
– Һин миңә шуны аңлат, улар шул ныҡышмалылыҡтарын нисек файҙалана? – тип һаман йылмая мөгөҙлө.
– Улар Юғары көскә ышана, – тип яуаплай ҡанатлы.
– Улай булғас, ни өсөн шундай теләк менән йәндәрен шайтанға тапшыралар? – тип ҡысҡырып көлә иблис.
– Был бәхәс мәғәнәһеҙ. Әммә кешеләрҙә өмөт бар һәм ул бөтә нәмәне лә ҡаплай, – ти йылмая фәрештә.
Был һүҙҙәргә ҡаршы иблис бер нәмә лә әйтә алмай. Сөнки ул өмөтһөҙлөккә бирелгәндәрҙең йәндәре артынан китергә ашыға ине.
Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.