22.11.2011 ТӨРӨКТӘР ШАҒИРҘАРҒА АЛЛАҒА ҠАРАҒАН КЕҮЕК ҠАРАЙ
… Беҙ бала саҡта олатайҙарҙың: «Донъяла ожмах иле бар, тиҙәр. Унда ағастар аллы-гөллө сәскәләр менән ҡапланған, төрлө-төрлө ҡоштар мөғжизәле тауыштар сығарып һайрар, алтын балыҡлы диңгеҙҙәр алтын ҡомло ярҙарын әленән-әле ялап таҙартып торор. Унда халыҡ телен бысратмаҫ, гел аҡтан кейенер…» – тип һөйләгәнен ишеткән бар ине. һинд киноһын ҡарап, моғайын, ошо ишеткәндәр һиндостандалыр, тип уйлай торғайным. Ә хәҙер инде, донъялар үҙгәреп, ил сиктәре асылғас, бындай ожмах иленең Төркиәлә икәнлегенә инандым.
Былтыр миңә ошо ожмах илен үҙ күҙҙәрем менән күрергә, күреү генә түгел, уның юғары мәҙәниәтле кешеләре менән аралашырға, һөйләшергә мөмкинлек тыуҙы. Дөрөҫөрәге, мине Самсун ҡалаһында уҙғарылған II Бөтә донъя төрки телле халыҡтарҙың шиғриәт байрамында ҡатнашырға саҡырҙылар.
Самсун… Төркиәнең ҡара диңгеҙ буйындағы иң мөғжизәле порттарының береһе, тиһәм, яңылышмайымдыр. Был ҡала илдең яҙмышын үҙгәртеүҙә ҙур роль уйнаған, тип тә әйтәләр. Сөнки 1919 йылдың 19 майында фәҡәт ошо ҡалала Төрөк Республикаһына нигеҙ һалыусы Мостафа Кемаль үҙенең көрәштәштәре менән Самсунға пароход менән килеп төшә һәм халыҡҡа мөрәжәғәт итә, аҙаҡ сит ил интервенттарына ҡаршы милли алышта еңеп сыға.
Бик матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Самсун ҡалаһы: бер яҡтан ул ҡара диңгеҙ көҙгөһөнә ҡарай, икенсе яҡтан ҙур ҡыҙылырмак һәм Йәшелырмак йылғалары уны биләй.
Был тарафтарҙа кешеләр палеолит дәүерендә үк йәшәгән. Йәшел урмандары, шифалы минераль һыулы инештәре, дүрт йөҙ егерме төрлө ҡош төйәге булған ошо ожмах илендә шиғриәт һөйөүсе, спорт менән шөғөлләнеүсе, үҙ мәҙәниәтен һыу һымаҡ белеүсе халыҡ йәшәй.
Интернеттан алынған мәғлүмәттәр буйынса, 1899 йылда Самсун ҡалаһына 373 башҡорт-татар ғаиләһе күсеп киткән. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар унда нисек йәшәй, имен-амандармы, үҙ тамырҙарын беләләрме – быны асыҡларға мөмкинлек булманы.
Татарстандан һәм башҡа илдәрҙән килгән делегаттар ошо сарала ҡатнашып, бер аҙнаға яҡын йәшәһәләр (уларға командировканы Мәҙәниәт министрлыҡтары түләгән), мин ни бары өс көнлөк бик тығыҙ программаға эләктем. Ләкин, шул өс көн дә хәтеремә тылсымлы төш булып уйылып ҡалды. Төрөксә бик үк аңлап етмәгәс, ҡаҙағстандан, Татарстандан килгән шағирҙарға һәм миңә Феодора Калак исемле бик һылыу ҡыҙҙы тәржемәсе итеп беркеттеләр. Ошо өс кенә көн эсендә лә ул миңә Самсун ҡалаһы тураһында күп нәмә хаҡында тасуирлап һөйләргә һәм ундағы бик күп мөғжизәле урынды күрһәтергә өлгөрҙө. Мине тағы ла шул аптыратты: «Башҡортостанда бик матур биҙәүес әйберҙәре эшләйҙәр икән. Йәшмәнән яһалған алҡалар, муйынсаҡтар, беләҙектәр күргәнем бар», – тине ул. Мин ғорурланып киттем. Тимәк, беҙҙең аҫылташтарҙың даны Төркиәгә лә барып еткән. Тик, үкенескә күрә, әле унда беҙҙең биҙәүес әйберҙәр һатыуҙа юҡ.
Был ҡала шулай уҡ ҡасандыр унда легендар батша Митридад йәшәүе менән һәм амазонкалар төйәге булараҡ та билдәле. Бында хатта амазонкалар фестивале лә үткәрелә икән. Амазонканың скульптураһы ла ҡуйылған. Самсун ҡалаһында һәйкәлдәр бик күп, бигерәк тә Ататөрк Мостафа Кемалға арналғандары. Бер ерҙә лә китапҡа һәйкәл күргәнем юҡ ине, бында бик лайыҡлы рәүештә китапҡа ла һәйкәл ҡуйылған.
ҡала мэры Юсуф Зыя Йылмаз – бик ихтирамлы, итәғәтле кеше. Ул беҙҙе үҙенең эш бүлмәһендә ҡаршы алды һәм иң тәүҙә сәй, тәм-том тәҡдим итте. Әйтергә кәрәк, ҡайҙа ғына барһаң да, иң тәүҙә сәй йәки һыу менән һыйлайҙар. Беҙ ҙә: «Һыйлағанда һыу булһа ла эс», – тибеҙ бит. Хөрмәтле Юсуф Зыя Йылмаз үҙенең бик юғары мәҙәниәтле кеше икәнен иҫбатланы. Аралашыу барышында уның төрөк әҙәбиәтен генә түгел, башҡа төрки телле халыҡтарҙың да әҙәбиәтен, мәҙәниәтен белеүе, ғөмүмән, шиғриәт һөйөүе асыҡланды. Беҙҙең республикабыҙға ниндәй генә илдәрҙән шағирҙар, яҙыусылар килгәне юҡ, беҙҙең ҡала башлыҡтары берәй ҡасан үҙ бүлмәләрендә уларҙы ҡабул иткәне, сәй, ҡымыҙ тәҡдим иткәне бармы икән? Губернатор Хөсәйен Аҡсой ҙа шағирҙарҙы ихлас ҡабул итте, байрам сараларында шиғриәт кисәләре тамамланғансы үҙе тамашалар залында ултырҙы, ә инде сара аҙағында һәр беребеҙҙе сәхнә түренә саҡырып, матур сувенирҙар тапшырҙы. Шуны ла әйтергә кәрәк, шағирҙар ҡайһы тарафтан килгән, сәхнәлә шул илдең флагы элеүле торҙо. Башҡортостан символына ҡарап, мин ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙем.
Университеттың әҙәбиәт факультетында студенттар менән осрашыу үтте. һәр кем үҙ телендә лә, төрөксә лә шиғырҙарын уҡыны. Шулай уҡ телде һаҡлап ҡалыу мәсьәләләре, әсә теленең камиллығы, инглиз һүҙҙәре менән телде боҙмау хаҡында бик әһәмиәтле һөйләшеү булды. Тағы ла бер нәмәгә иғтибар иттем: Төркиәлә юғары уҡыу йорттарының барыһы ла ҡаланан ситтә урынлашҡан. Шунда уҡ үҙ поликлиникалары, китапханалары, ятаҡтары. ҡаҙағстандан килгән ике талибә менән һөйләшкәндә уларҙың барыһының да шәхси ятаҡтарҙа йәшәүен асыҡланым. Унда бик ныҡ тәртип һәм таҙалыҡ урынлаштырылған, тимәк, ата-әсәләр балаларын һис ниндәй ҡурҡыуһыҙ Самсун ҡалаһына уҡырға ебәрә ала.
Опера һәм балет театрында Явуз Бюлент Бакилер исемле төрөк шағиры менән осрашыу булды. Ул өс сәғәттән артығыраҡ барһа ла, һис кем урынынан ҡуҙғалманы. Кисен Ататөрк мәҙәниәт үҙәгендә шиғриәт кисәһе уҙғарылды. Мине иң таң ҡалдырғаны – студенттарҙың, тамашасыларҙың шиғриәткә ҡарата хөрмәте, хатта мөхәббәте. Сөнки, байрам бик оҙаҡ барыуға ҡарамаҫтан, бер кем дә ҡуҙғалып, инеп-сығып йөрөмәне, сара бөтөү менән барыһын бәреп-йығып кейем алырға ташланманы. Шағир сәхнәнән төшөп, урамға уҡ сыҡҡанса тамашасылар үҙ урындарында ҡалып, алҡышлап торҙо.
Күптән түгел, сентябрь аҙаҡтарында Төркиәнең Элазыг ҡалаһында ТӨРКСОЙ булышлығында ун туғыҙынсы халыҡ-ара Хазар шиғриәте байрамы үтте. Был сараны «Олоҫтар араһы Хазар шиғриәт аҡшамдары» тиҙәр.
Хазар халыҡ-ара шиғриәт байрамына Евразия Яҙыусылар союзының рәйесе Якуп Делиомероглу етәкселек итте.
Ун туғыҙынсы Халыҡ-ара шиғриәт байрамы Хазар Элазыг ҡалаһының губернаторы, Төркиәнең Мәҙәниәт һәм туризм министрлығы, Ататөрк исемендәге Тел һәм тарих буйынса юғары комитет ярҙамы менән ТӨРКСОЙ тарафынан ойошторола. Халыҡ-ара төрки телле шиғриәт байрамы төрки әҙәбиәт донъяһында киң билдәле сара. Тәүге шиғриәт кисәһе үҙенең иҫ китмәле матурлығы, тәбиғәтенең гүзәллеге менән дан алған Хазар күле эргәһендә 1992 йылдың бишенсе декабрендә уҙғарылған. Беренсе йылдан башлап һәр бер байрамды – ошо кисәләрҙе ниндәй ҙә булһа данлыҡлы төрки телле халыҡтарҙың арҙаҡлы әҙәбиәтсеһе һәм шағирына бағышларға тип хәл ителгән. Мәҫәлән, ун бишенсе хазар шиғриәте байрамы Сыңғыҙ Айтматовҡа бағышланған булған. Был сарала бөйөк яҙыусы үҙе ҡатнашҡан. Элазыг ҡалаһында яҙыусы иҫән саҡта уҡ уның исемендәге парк асылған. Ошо күркәм байрамда ҡатнашҡан шағирҙарҙың береһе былай тип һөйләне: «Урам буйлап тантаналы йөрөгәндә һәр балкондан сәскәләр шәлкеме ташлайҙар, маҡтап ҡысҡыралар: «Сыңғыҙ Айтматовҡа дан! Дан! Дан!» – тип. Шул тиклем гүзәл байрам булды. Бөйөк яҙыусы үҙе: «Мине бер ерҙә лә, бер илдә лә ул тиклем ҙурлағандары юҡ ине, мең-мең рәхмәт Төркиәнең гүзәл Элазыг ҡалаһына һәм уның халҡына!» – тип күҙ йәштәрен һөртөп баш эйҙе».
Бөйөк Мехмет Эрсой Акифтың вафат булыуының 75 йыллығына арналған быйылғы байрамда ла төрлө төрки телле илдәрҙән шағирҙар һәм шағирәләр килгәйне. Мәҫәлән, ҡаҙаҡ ҡыҙы Мәржән Ершуова, Әзербайжан ҡыҙы Рабиға Зейлалова, ҡырғыҙстандың халыҡ шағиры, профессор, филология фәндәре докторы Омар Солтанов, йәш шағирә Рохат Жуманозорова, Косовонан Зейнал Бексас, Үзбәкстан егете Бабахан Шәрипов, шулай уҡ Македония, Молдавия, Сыуашстандан һәм Төркиәнең үҙенән бик күп яҙыусы, шағир бар ине.
Беҙҙе төрлө-төрлө урындарға шиғыр байрамдарына йөрөттөләр, студенттар, уҡыусылар менән осрашыу бәхете тейҙе. Мәҫәлән, Евразия Яҙыусылар союзы рәйесе Якуп Делиомероглу бей әфәнде, Рабиға Зейлалова, Шабан Абаҡ, мин һәм тағы ла бер нисә төрөк шағиры Кебан мәктәбенә барҙыҡ. Төрөк уҡыусылары менән осрашыуҙы көтөп алдым. ҡыҙыҡһынып, сәхнәнән ҡарап ултырам: беҙҙең уҡыусылар һымаҡ уҡ шаяндар, теремектәр, ләкин уларҙа шиғриәткә, әҙәбиәткә ҡарата ихтирам бик ҙур. Шағирҙар сығыш яһағанда бер генә тауыш та ишетелмәй. Дәррәү ҡул сабалар. Үҙемдең шиғырҙарымды башҡортса уҡыным. Уны Якуп Делиомероглу бей әфәнде төрөк теленә тәржемә итеп торҙо. Аҙаҡ уҡыусылар менән бергә фотоға ла төштөк.
Элазыг ҡалаһының ҙур майҙанында шиғриәткә, әҙәбиәткә бағышланған тантаналы йөрөш булды. Милли оркестр уйнай, милли кейемдә алда йәш егеттәр бара, бар халыҡ сәскәләр ташлай, олоһо ла, кесеһе лә әҙәбиәтте, яҙыусыларҙы ихтирам йөҙөнән ошо төркөмгә ҡушыла. Әҙәбиәткә, шиғриәткә ихтирам, һөйөү менән һуғарылған тантаналы ошо йөрөштә мин дә атлайым, биттәрем буйлап субырлап йәш аға, күңелдең ниндәйҙер нескә ҡылдары зымбыр-зымбыр килә. Бына, исмаһам, сара! Иҫ китмәле йөрөштәрҙән һуң, кескәй сабыйҙарҙан алып һаҡалтай олатайҙарға тиклем, хатта ҡала губернаторы үҙе лә иң ҙур әҙәбиәт белгесе булып сығыш яһай икән, нисек йәштәрҙә телгә ҡарата ихтирам булмаһын да, нисек улар әҙәбиәтте яратмаһын?!
Элазыг ҡалаһының тәүге ҡатын-ҡыҙ депутаттарының береһе Сармин Балык үҙенең сығышында былай тине: «Беҙ үҙебеҙҙең мәҙәниәтебеҙҙе, шиғриәтебеҙҙе күрһәтеп, мосафир шағирҙарҙың да мәҙәниәте, ижады менән танышабыҙ…»
Якуп Делиомероглу бей әфәнденең бөтә төрки телдәрҙә лә һөйләшә белеүе, иҫ китмәле тәрән мәғәнәле сығыштары, үҙ-үҙен ябай тотоуы, һәр беребеҙ менән ихлас аралашыуы беҙҙе таң ҡалдырҙы.
Уҙғарылған шиғриәт кисәләренән алынған уй-хистәрҙе һанап бөтөрөрлөк түгел, үҙеңә бының шаһиты булырға кәрәк.
Мине тағы ла бер нәмә шатландырҙы, рухландырҙы. 2010 йылғы шиғриәт байрамында шағир Хисмәт Юлдашев булған икән. Ошо сарала ҡатнашҡан төрөк шағирҙары: «Башҡорттар – бик сыныҡҡан, түҙем халыҡ. Һеҙҙең шағирығыҙ Хисмәт Юлдашев үткән йыл, һауа температураһы 22 градус йылынан үтмәһә лә, бер үҙе күлдә һыу инде!» – тип, үҙҙәренең һоҡланыуҙарын белдерҙе. Шулай ул беҙҙең егеттәр!
Егеттәр тигәндән, ошо бөтә уҙғарылған сараларҙа Башҡортостан шағирҙары ҡатнаша алыуы өсөн ойоштороусыларға бик ҙур рәхмәт еткергем килә. Уларҙың беренсеһе, әлбиттә, беҙҙең яҡташыбыҙ, Төркиәлә бик күп башҡорт китаптарының төрөк теленә тәржемә ителеүенә барлыҡ көсөн, һәләтен һалған, үҙе лә шиғри күңелле ғалим Әхәт Ғөбәй улы Сәлиховтыр.
Шундай эштәр атҡара алыусы ғалим, яҙыусы, ғаилә башлығы – улар иҫ китмәле аҡыллы, тыйнаҡ ҡатыны Сәриә менән ике бала үҫтерә. Әхәт Сәлихов – ысынлап та, беҙҙең башҡорт әҙәбиәтен төрки телле халыҡтар араһында киң пропагандалаусы. Уны бөтә донъя әҙәбиәте кимәленә күтәреүсе тиһәм, һис тә яңылышмайымдыр. Башҡортостан яҙыусыларының Төркиәлә уҙғарылған сараларҙа ҡатнашыуы ла ошоға ярҙам итәлер тип уйлайым. Төркиәлә Төрксой тарафынан ойошторолған шиғриәт байрамдарында Рауил Бикбаев, Риф Тойғон, Йомабикә Ильясова, Ғәйнислам Ибраһимов, Мәрйәм Бураҡаева, Зөһрә Бураҡаева, Лилиә ҡәйепова, Фәнил Күзбәков, Гөлназ ҡотоева һ.б. булды.
Әхмәтзәки Вәлиди Туған: «Бөтә донъяны төрки телле халыҡтарҙың мәҙәниәте менән таныштырыу – беҙҙең иң юғары бурысыбыҙ», – тип әйткән. Ошо бурыс бик юғары кимәлдә Төркиәлә үтәләлер, моғайын. Ә беҙҙең яҙыусыларыбыҙҙың төрки телле халыҡтарҙың шиғриәт байрамдарында ҡатнашыуы шулай уҡ башҡорт шиғриәте менән башҡа халыҡтарҙы таныштырырға, һис шикһеҙ, ярҙам итә.
Иғтибарығыҙға билдәле төрөк шағиры Хәсән Калемджиҙың бер шиғырын башҡортса тәржемәлә бирәм.
Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.