RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

18.09.2010 Үәт, ҡыҙыҡ!

Бейек тауҙар артындағы бер ауылда 150 йәшлек ҡарсыҡ 130 йәшлек ҡартҡа:
– Бөтәһенең дә балалары бала һымаҡ, ә мин һиңә инде нисәмә йыл, алманы йыуып аша, тим, ҡолағыңа ла эл­мәйһең, – ти.

* * *
Ир һуң ғына өйөнә ҡайта. ҡатыны уны йылмайып ҡаршы ала:
– Һаумы, минең суперменым. ҡайҙа булдың, минең суперменым? Бар, тиҙерәк йыуын, йылы аш аша, суперменҡайым, тиҙерәк ял итергә ят, суперменым минең, – ти. Ире түҙмәй:
– Ниңә әле һин мине ғүмерҙә әйтмәгән супермен һүҙе менән атай башланың? – тип һорай.
– Сөнки, – тигән ҡатыны, – супермендар ғына салбар өҫтөнән трусик кейә.

* * *
Көҙгөгә ҡарап, ҡатын-ҡыҙ үҙен арттан – ир-ат, ә алдан әхирәттәре күҙлегенән баһалай.

* * *
– Бына, – ти Ғәли дуҫтарына, – мин өс тапҡыр өйләндем. Һәм яңы ғына ҡатын-ҡыҙға иң мөһиме нимә кәрәк икәненә төшөндөм.
– Нимә? – ти бер тауыштан дуҫтары.
– Яҡшы ир.

* * *
– Әле генә Вәли инеп сыҡты. Һине шешлеккә саҡырҙы.
– Вәли? Мине???
– Эйе, һине. Әгәр ике көндән бурысын индермәһә, мин унан шешлек эшләйем, – тине.

* * *
Профессор – студент егеткә:
– Әгәр һеҙгә зачет ҡуйһам, ахыр сиктә, диплом алаһығыҙ һәм инженер булып эшләй башлаясаҡһығыҙ. Әгәр ҡуймаһам, армияға китеп, минең именлегемде һаҡлаясаҡһығыҙ. Тегеләй ҙә, былай ҙа ғаиләм бюджетына бер тинлек тә файҙа инмәйәсәк инде.

* * *
Грузин зоопаркҡа килә. ҡаршыһында горилла, уға яҡыныраҡ бара. Хайуан да уға яҡынлаша. Грузин һулға бер аҙым яһай, горилла ла шулай эшләй. Ир уң яҡҡа килә, горилла ла уңға күсә. Шунан грузин бышылдап ҡына:
– Гоги, был һинме ни? – ти.

* * *
Егет – ҡыҙға:
– Һиңә бер сынаяҡ сәйгә инергә мөмкинме?
– Мин бер ваҡытта ла ир-егетте беренсе осрашыуҙан уҡ өйөмә саҡырмайым, – ти ҡыҙ.
– Ярай улайһа, – ти егет, – был беҙҙең һуңғы осрашыуыбыҙ булһын.

* * *
Әрмән радиоһына һорау:
– Бөйөк философтарҙың ҡайһыһы, бер үк йылғаға ике тапҡыр инеп булмай, тигән?
Радионың яуабы:
– Чапаев!










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)