RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

15.10.2011 Ҡар йылыһы

Ҡар йылыһы
Август урталарының бер көнөндә иртә менән күк йөҙө болотлап, ваҡ ямғыр күҙҙәре төшкөләп торҙо. Шуғалырмы, бисә-сәсә, ҡыҙ-ҡырҡынды келәт янындағы ырҙынға саҡырып, сәғәт һигеҙҙә бөтөн ауылға шаңғырар ҡеүәтле төрән тауышы ишетелмәне. Ваҡ ямғыр, торған һайын көсәйә барып, күнәктән ҡойғандайға әйләнде. Өйҙәгеләрҙең бөтәһен дә ҡапыл һиҫкәндереп, сәғәт ундар тирәһенә етеп килгәндә генә төрән тауышы яңғыраны. Уның артынса, иҫке генә велосипедына атланып, Фәрит исемле егет урамдар буйлап: «Бесәнгә! Бесәнгә!» − тип һөрән һалып үтте. Ул бесәнгә төшөр мәлде йыл һайын иҫкәртә шулай.
Быға тиклем ямғыр тамсылары шыптырлауынан башҡа тын-тауыш ишетелмәгән ҙур ауылда мәхшәр ҡуптымы ни! Оянан осоп сыҡҡан ҡорт күсен хәтерләтеп, ҡулдарына салғы тоторҙай йәйәүлеләр, самокат-матайҙар, атлы арбалар хәрәкәткә килде. Тирә-йүн мотор тауыштарына күмелде.
Был ташҡынға Гөлбәҙәр ҙә ҡушылырға мәжбүр булды. Береһенән-береһе бәләкәйерәк биш балаһын иң ололары – ун йәшлек Сәкинәһе ҡарамағына ҡалдырып, алдан уҡ әҙерләп ҡуйыл­ған алтынсы үлсәмле бәләкәй салғыһын алып, урам­ға сыҡты. Кешелә кеше ҡайғыһы юҡ. Һәр кем үҙе генә белгән урынға башҡаларҙан алдараҡ барып етергә тырышып, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, төрлө яҡтарға уҡталған. Ел-ямғырҙан һаҡланырҙай плащ-маҙар бик һирәктәрҙә генә бар. Эҫе йә йонсоу көндәрҙә баш осона күтәрер сатыр-фәлән тураһында әйтергә лә түгел, ауылда берәүҙә лә булғаны юҡ.
Ян-яҡҡа бысраҡ сәсрәтеп, бер матай йән-фарман үтеп китте. Бер-ике кеше ҡул күтәреп ҡараны. Матай хужаһы уларҙы күрмәне лә шикелле. Урам артынан комбайн китеп бара. Йәйәүлеләргә туҡтаманы. «МТЗ», «ДТ» хужалары ла берәүгә лә кабинаһын асманы. Эргәнән генә йылҡылдап торған яҡшы атта ут күрше генә булған бригадир Ғәйепйән саптырып үтеп китте. Гөлбәҙәр уға, һүҙ әрәм итеп, өндәшеп тә торманы. Кемделер ултыртып алһа, барып төшкән сабынлыҡҡа өлөш булып инәсәк бит. Бригадир ҡушмаһына йүгерә-атлай сығып килгән бер туған ағаһы Мөхәмәтйәнгә сәләм дә бирмәй, йән-фарман елдерҙе.
«Атың-ниең ҡаҙалып киткере», − тип ләғнәтләп тороп ҡалды ҡапҡа янында сырхау ғына еңгәһе.
Ауылдың, мәхшәр кеүек ҡубып, бер төптән ҡуҙғыуы оҙаҡҡа һуҙылманы – биш-алты минуттан урамдар һил булып ҡалды. Урам осона еткәндә йәйәүлеләрҙән Гөлбәҙәр яңғыҙы ғына ине инде. Ә ямғыр, күнәктән һипкәндәй, шашынып ҡойҙо ла ҡойҙо. Шундай ғәрәсәт эсендә ул яңғыҙы ғына барҙы ла барҙы. ҡайҙа етеп туҡтар ҙа ниндәй генә эш ҡыйратып ҡайтыр бынауындай көндә? Билдәле генә урыны ла юҡ. Иртөбәге иртә менән, иген тейәп, алтмыш саҡрым алыҫлыҡтағы элеваторға киткән. Күшегеүҙән ҡорошоп, аяҡ һуҙып ҡуймаһа ярай ҙа. ҡайтҡанына тиклем балалары нисек көн итер? Икмәк ашарлыҡ булғандары бирешмәҫ тә. Сәңгелдәктәге сабыйы, Гөлназы, бауырҙы быуа. Шундай аптырашлы уйҙар солғанышында алға табан алтаны ла атланы Гөлбәҙәр.
Аңҡы-тиңке булып бара торғас, колхоздың өс саҡрым ярым алыҫлыҡта ятҡан йәшелсә баҡсаһына килеп еткәнен абайлап алды. Шашынған ямғыр ҙа һүрелде. Туҡтап, ҡуныстарындағы һыуҙы түкте. Итек табандарына көс еткеһеҙ булып уҡмашып йәбешкән балсыҡ ҡатыш тупраҡты ҡырып төшөрҙө лә сәғәтенә күҙ һалды: төш етеп килә... «Ай киткән, йыл киткән – сабата буйы ер үткән» тигән әкиәт лаҡабын иҫенә төшөрөп, көлөп ҡуйҙы ла тирә-йүнгә иғтибар менән күҙ һалды. Баҡса ситтәрен уратып үҫкән ат һыртын күмерлек ҡарағура нисектер сенажға сабылмай ҡалған. Уларҙың әйләнә-тирәһендә етен үлән дә яҡшы һаҡлан­ған. Түтәлдәрҙе һуғарыр шишмә буйында ла сөм-йәшел үләнлек... «Ошонан да ҡулайлы урын булмаҫ минең өсөн», − тигән уйҙан ҡатын артабан китмәҫ булды. ҡуйы ҡыуаҡлыҡ эсенә инеп, һыу һалындыһы кеүек ауырайған кейемен, баштан-аяҡ сисеп, бер тамсыһын да ҡалдырмай, һығып кейҙе лә, салғыһын янып алып, ҡолас йәйеп сабырға тотондо. Салғы үткер ине. Бер һыуһындай эшләгәс, туҡтап, артына әйләнеп ҡараны – бакуйҙар түтәлдәр төҫлө, йәм-йәшел булып ҡабарып, теҙелешеп ята. Ул эш араһында ямғыр ҙа туҡтап, өҫтөндәге кейеме лә һурыға башлағайны инде. ҡарауылсы ҡарт ҡыуышына барып, бер-ике сынаяҡ үлән сәйе эсеп алғас, күңеле күтәрелеп киткәндәй булды.
– Рәхмәт, олатай. Ауыл ҡапыл ҡуҙғығас, әҙерләнгән сәйҙе лә алырға онотоп сығып кителгән шул, – тине Гөлбәҙәр.
– ҡәҙер төнө асылғандай, шундай бер мәл булып ала шул беҙҙең ауылда. Башҡа урындар­ҙа ундай хәл ишетелмәй былай. Беҙҙең хужаның ғына «шутка»һы шикелле ул ғәләмәт. Үҙебеҙҙә лә барҙыр инде. Колхоз бесәне тамамланһа, кеше үҙенә әҙерләргә тотоноп китә лә, общий эшкә зыян килә, − тип тороп ҡалды Хәйрулла ҡарт. – Һыуһының етһә, тартынма, тағы ла килерһең, ҡыҙым.
Кискә табан Гөлбәҙәр машина тауышы ишетелгән яҡҡа ҡараһа, Иртөбәге яҡынлашып килә ине.
– Ошонда ғына йөрөйһөңмө ни? – тип йылмайып килеп сыҡты ир кабинаһынан.
– Билдәле генә урын да булмағас, йәйәүләп ҡайҙа ғына барып етәһең инде. Миңә лә эш етерлек булды, – тип, байтаҡ ҡына сабып ташлан­ған бакуйҙарға күрһәтте ҡатын.
– Ярай, ярай. Бөтәһенән дә уҙҙырғанһыңдыр әле, – тип ҡәнәғәтләнеү белдерҙе Иртөбәк. – Бына ризыҡ килтерҙем. Тамаҡ ялғап алайыҡ әле икәүләп.
– Эш артабан үҙеңә генә ҡала. Ашанып тороп булмаҫ инде. Бәләкәсебеҙ янына ҡайта һалырға кәрәк. Уға иғтибар иттеңме?
– Апалары яҡшы ҡараған. Йоҡлай ине...
Ире бесәндән эңер ҡуйырыуға ғына ҡайтып инеүгә ҡатыны, балаларҙы йоҡлатып, өй мәшәҡәттәрен бөтөрөп кенә тора ине. Киске тамаҡты төнләтеп кенә ашап алғас, бер аҙ тынып ҡалғандан һуң, Гөлбәҙәр:
– Уф-ф-ф! Аллаға шөкөр. Был көн дә тамамланды. Иртәнсәк сәғәт нисәлә торғайныҡ әле? – тип иренә һыйыныбыраҡ килеп ултырҙы.
– Сәғәт дүрттә.
– Әле нисә?
– Ун ике. Беренсе ярты инде.
– Егерме сәғәт буйына аяҡ өҫтөндәбеҙ. Ал да юҡ, ял да юҡ. Батша заманында кешене ун алтышар сәғәт эшләткәндәр, тигән булалар.
– Әҙәм балаһын тамаҡ шулай йөрөтә, тиҙәр түгелме һуң? «Тамаҡ яман бейетә» тигәнде лә ишеткәнең барҙыр.
– Йә, батырға ла ял кәрәк, тигәндәй, йоҡларға ла ваҡыттыр.
– Болоттар тағы ла ҡабара башланы. Бирһен Хоҙай. Иртәгә лә ҡойоп яуһын. Кеше үҙенә бесән эшләп ҡалыр, исмаһам.
Иртөбәк менән Гөлбәҙәр икенсе көндө лә бесәндән көтөү килеүгә генә һыуланып ҡайтып инделәр. Һуң ғына тамаҡ ялғап алғас, әңгәмә кисәге һүҙ тирәләй башланып китте.
– Тамаҡ тигән булып, былай көн итергә ярамай, – тине Гөлбәҙәр, һауыт-һабаны йыуғанда. – Үҙеңә үҙең ҡол инде. Тотҡондағы ҡолдар беҙгә ҡарағанда күберәк ял иткән. Ә беҙ кешегә тейешле һигеҙ сәғәтлек йоҡоноң яртыһын ғына йоҡлайбыҙ.
– Был бит йәй миҙгелендә генә. Ә ҡышҡыһын кем иҫәпләгән?
– Һинең машинаң менән ул йоҡо беҙ бахыр­ҙарға ҡышын да тәтемәй шул. Иртәнге етегә нарядҡа барып өлгөрөү өсөн һин факел менән картер ҡыҙҙырырға сығып китәһең, мин, ҡаҙан тултырып, һыу эҫетергә тотонам. Күҙ асҡыһыҙ бурандарҙа әллә ни тиклем юл көрәү... Һанап бөтөрөрлөкмө ни… Иртәнге йоҡоноң иң татлы сағында.
– Һыу буйы итеп һуҙмай ғына еткер тел төбөңдө.
– Ана, ҡаланыҡылар әҙәмсә йәшәй. Эштән ҡайтҡас, ире балконда тәмәке көйрәтә, бисәһе аш-һыу тирәһендә. Балалар баҡсала көн буйы бағыулы. Колхозға ҡарағанда тормош совхозда ла еңелерәк, ти. Ваҡытында сабылған бесәнде кәртә янына уҡ килтереп ауҙаралар икән. Ә бында дауыллы-ямғырлы ике-өс көн эсендә ҡышҡа етерлек әҙерләп ҡара! Утын мәшәҡәте генә лә күпме. Уны әҙерлә, килтер, тураҡла-ярғыла. Көнөнә ике тапҡыр мейес яҡ, көлөн сығар. Икмәк һал. Үҙеңә, малыңа алыҫтан, йылғанан көйәнтәләп һыу ташы. Төп эшеңдән тыш, колхозға сенаж, япраҡ аҙыҡ әҙерлә. Уларға, исмаһам, бер матур көн бирелһәсе. Уларҙы үтәмәһәң, ҡойма ямғыр аҫтында ла үҙеңә бесән әҙерләргә рөхсәт юҡ. Йыл буйы эшләп тә тултыра алмаған минимумды ҡырҡыу! Уф-ф-ф!
– Етте. Аңлашыла. Тел төбөң тәртәне ҡала яғына ҡайыра. Бынау урындыҡ тулып ятҡан балалар менән ҡайҙа барып терәлерһең дә, улар­ҙы нисек туйындырып-кейендермәк кәрәк. Паспорт яғы ла өлкән бер тышау бит әле ауыл кешеһенә.
– ҡалала йәшәһәк, улар урындыҡ тулып та ятмаҫ, бер-икәүҙән артмаҫ ине, – тине ҡатын, ирен ситтәренә яғымлы ғына йылмайыу ғәләмәте сығарып. – Паспорт тураһындағы һүҙең дөрөҫ: фермаларҙа бәрәс йә быҙау тыуыу менән муйындарына паспорты ла элеп ҡуйыла. Беҙҙе ул яҡтан мал ҡәҙәре лә күрмәйҙәр.
– Ярай, Алла бойороп, көн йонсоу булһа, иртәгә лә бесәнгә бит. Керпектәр ҙә ауырайған, – тип, Иртөбәк бисәһенең бөтмәҫ-төкәнмәҫ зар «монолог»ын йомғаҡларға булды.
Гөлбәҙәр башын яҫтыҡҡа терәү менән үк мышылдап, татлы йоҡоға сумды. Керпектәре ауырайған булһа ла, Иртөбәкте йоҡо алманы. Бисәнең зары йоҡоһон осороп, быға тиклем йәшәлгән ғүмер йомғағы ептәре буйлап, шәжәрә ағасы тамырҙары төпкөлөнә алып инеп китте...
Йәмлелеге менән йәннәт баҡсаһының иң гүзәл мөйөшөнә тиң ошо кескәй генә Иртөбәк йылғаһын һыулаған Иртөбәк ауылы кешеләренең яртыһы тиерлек Иртөбәковтар араһы.
Халыҡ уларҙы Иртөбәктәр тип кенә йөрөтә. Нәҫелдең туғыҙ быуыны билдәле. Шәжәрә ебенең тамырҙары быуаттар төпкөлөнә барып тоташа.
Үҫәргәндәр ерендәге Илек һыуы тамағындағы нығытмаға нигеҙ ҡороуға бәйле бола баҫтырылғас, йәлләттәр язаһынан ҡасып ҡотолор­ға насип булған Иртөбәк уҙаман арҡаҙаштары менән ҡыпсаҡ ырыуы еренең оло юлдарҙан һилерәк ятҡан ошо тирәһенә килеп боҫҡан да, ауыл барлыҡҡа килгән. Ауылдың исеме лә Иртөбәк олаталарынан тороп ҡалған икән. Халыҡ яратып һыулаған йылға ла шул исем менән атала башлаған. Һуңыраҡ үткәрелгән рәүиздәрҙә Иртөбәк уҙамандан таралған ара кешеләре Иртөбәков фамилияһы менән теркәлгән. Халыҡты ирекһеҙләп күмәк хужалыҡҡа индереү йылдарында атаһы ҡотломөхәмәт­ҡолой ғаиләһен әҙәмсә ҡарай алырлыҡ хәлле генә кеше рәтенә ингән. Замана еленә ҡаршы бармаҫҡа була, ул да бар мөлкәте менән колхоз­ға яҙылған. Бер нисә көн колхоз ағзаһы булып ҡарағас, күңеле ятмай, унан кире сығып, «единоличник» мөһөрө баҫылған кеше булып көн итә башлаған. Ундайҙарҙың хужалығы ла, яҙмышы ла ҡыл өҫтөндә генә булған йылдарҙың береһендә атай еңел арбаһында райондан ҡайтып килгәнендә бер йәйәүле коммунға осраған. Ул, сәләм биреп, ҡул күтәргән. Коммундарҙы өнәп бөтмәгән ир, атын туҡтатмай, уның янынан юрттырып үтеп киткән. Бер-ике көндән баш балаһы ла тыуып өлгөрмәгән йәш «единоличник» ғаиләһен төндә килеп алып та киткәндәр. Малай Иркутск яғындағы Себер һыуығында тыуған. Тыуған яҡтарын күрергә зар-интизар булған атай-әсәй улдарына Иртөбәк тип исем ҡушҡан. Ир затынан булған сабыйҙың яҙмышы ата-олатайҙың ғәзиз төйәге менән бәйле булыр тип тә юрағандар­ҙыр. Сабыйға ике йәш кенә булған сағында атаһы алтмыш метр тәрәнлектә вольфрам соҡоған шахтала һәләк була. Әсә менән бала, мең михнәт сигеп, ауылға ҡайтып йығыла. Һуғыш йылдарында алынған башланғыс белем ғүмерлек юлдашына әүерелә.
Өс йыл ярымға тартылған әрме хеҙмәте осоронда үҙ телендә һөйләшеп алырлыҡ, исмаһам, бер мосолман һалдаты булһасы. Шундай шарттарҙа йәмле Иртөбәк буйындағы һалам йә һалабаш ҡыйыҡлы өйҙәре булған тыуған ауылы, йәннәт мөйөшө булып төштәренә инеп, хәтеренән сыҡмай. Зарлы күңелен йыуатыу өсөн аулағыраҡ урындарҙа үҙ телендә «һөйләшеү» үткәреп ала.
Иртөбәгем – йәнтөйәгем,
Бик һағынған илгенәм.
Ер йөҙөндә һиндәйҙәр юҡ –
Һин бит минең бер генәм.
Тик зар булған илгенәм, –
тигән шиғыр шәлкемен әтмәләп алып, эстән генә доға урынына ҡабатлап йөрөр булып китте. Үҙенә күрә бер йыуаныс ине ул. Ирендәрен ҡыбырлатып, шул «доға»ны ҡат-ҡат ҡабатлап, ҡуйылған урында һаҡта торғанда ҡапыл көслө лә, моңло ла итеп башҡортса яңғыраған йыр тауышы ишетелә:
...ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй
Ир-егеткәй менән ат башы...
Кинәт ишетелгән йырҙан тетрәнеп, тирә-йүнде байҡай һаҡсы. Үҙенән башҡа башҡорт заты булмаған был йәһәннәм төбәгендә ҡайҙан ишетелә шул тиклем дә һағышлы ла, моңло ла йыр? Радио-фәлән дә юҡ та баһа. Бушлат еңенең осо менән йәш юлаҡтарын һөртөп торғанда «Каждый кубометр камня – удар по американскому империализму!» тип яҙылған таҡта янындағы таш әрҙәнәләре араһынан, ап-аҡ тештәрен йылтыратып көлөп, Вася күтәрелә лә: «Шул тиклем дә һағындырамы ни тыуған яҡтар?» – ти. «Вася – һин башҡ...» «Шым бул әлегә. Һаҡта торғанда һөйләшергә ярамай. Һуңынан», – ти. Васяның, Урал аръяғынан булып, башҡортсаны һыу шикелле белеүе һуңынан ғына билдәле була...
Шундай уйҙар солғанышында йоҡоға тала Иртөбәк. Лысма һыуҙа сабылған бакуйҙарҙы киптереү үҙе бер мең бәләле мәшәҡәткә әйләнә. Ямғырҙар үтә лә оҙаҡҡа һуҙылһа, бөтә эшең, түккән көсөңдөң әрәмгә сығып ҡуйыуы ла бар. Өйөлгән бесәнде алып ҡайтып, лапаҫҡа һалыу шулай уҡ теңкәне ҡоротор эштәрҙең береһе.
Әҙерләнгән бесәнде килтерергә, Иртөбәк эштән эңерләтеп ҡайтып, тамаҡ ялғап алғас, төн уртаһы еткәс кенә йүнәләләр. Машинаға йөк тейәү көн яҡтыһында ла бөтә ирҙәрҙең дә ҡулынан килерҙәй шөғөл түгел. Ә Гөлбәҙәргә күк йөҙөндә йондоҙҙар ҙа емелдәмәгән дөм ҡараңғыла йөктө матур итеп тейәргә кәрәк. Ире кабинаның ишектәрен шар асып ҡуя ла:
– Шуларға тоҫмаллап, ике яҡҡа ла тигеҙ итеп һал. Уртаһын нығыта барырға ла онотма, – ти ҙә ҙур-ҙур күтәремдәрҙе ырғыта ла башлай.
ҡатындың уларға көсө лә етмәй, йә алып өлгөрә алмай, йөктөң боҙолған саҡтары ла булғылай. Ундай осраҡтарҙа, төн һиллеген йыртып, ыҙғыш сыҡҡылап та алғылай.
– Бик шәп булғас, кеше ялла, йә үҙең генә тейә. Ә мин төшәм дә йәйәүләп һыпыртам, – тип янай ҡатын йән асыуы менән. – ҡалалағы әхирәттәр әллә ҡасандан татлы төштәр күреп йоҡлайҙыр. Ә мин, бахыр...
Иртөбәктең тиҫтерҙәре, әрме хеҙмәтенән һуң ауыл тормошоноң ауырлығынан биҙрәп, мөмкин булғанда ҡалала төпләнеп ҡалыу яғын ҡарай торғайны. Һигеҙ йылға яҡын тыуған яҡтарын бер күрергә зар-интизар булып, ете-ят ерҙә йөрөгән егет, хеҙмәткә алынған ҡасабала эшкә урынлашырға мөмкинлек булһа ла, туп-тура Иртөбәккә ҡайтып төштө.
Алама сабата табанына йәшереп кенә һыҙырылған үлгән бәрәс тиреһен йәбештереп алып, ҡараңғынан-ҡараңғыға тиклем ҡарлы-боҙло шыйыҡ тиҙәк кисеп, ауыр сиргә тарыған әсәһе Әсҡиә әрме хеҙмәтенең тәүге йылында уҡ вафат булып ҡуйғайны. Меңәр саҡрым алыҫлыҡта ятҡан тундранан уны ерләргә лә ҡайта алмағайны ул.
Заманында хәллеләр иҫәбендә булған атай йортоноң мүкләнеп бөткән ҡыйыҡ таҡталарына тиклем көрт аҫтында ҡалған аласыҡ ҡына ҡаршыланы егетте. Туған ырыуҙарының иң яҡындары ҡапыл-ҡара үҙҙәрендә йәшәргә саҡырып торһа ла, «үҙ өйөң – үҙ көйөң»дән сығып, ҡайтып төшкәндең икенсе көнөндә үк аласыҡты һипләргә тотондо: ҡыйшайып бөткән ишек-тәҙрәләрен ипкә килтерҙе, усаҡ-мейесенә яғып ҡараны. Бәхеткә күрәлер, уларына артыҡ ҙур зыян килмәгәйне. Ике тиҫтә йыл буйына һүтелеп бөтә яҙған кәртә-ҡура ҡалдыҡтары ҡапыл да утынға ярап торҙо.
Яҙға табан егет колхозда төрлө эштәрҙә йөрөнө. ҡайҙа ғына ҡушылмаһын, бөтә эштәр­ҙе лә намыҫ менән еренә еткереп атҡарҙы. Сәмсел егеттең дөйөм эшкә намыҫлы ҡарашы рәйес Петр Амплеевичтың иғтибарынан ситтә ҡалманы. Мал көтөүгә сығып, яҙғы эштәр тамамланыу менән хужа Иртөбәкте колхоз иҫәбенә өс айлыҡ шоферҙар курсына уҡырға ебәр­ҙе. Стажер практикаһын да бик яҡшыға үткән йәш шоферға ниңәлер «Друндолет» тип исемләнгән «полуторка» машинаһы тәҡдим ителде.
– Ремонтлап ҡара. Эшләп китһә, һуңынан күҙ күрер, – тине ҡыҫҡа ғына итеп рәйес.
Иртөбәк өс-дүрт көндә машинаны «якор»ҙан ҡуҙғатты. Әрме хеҙмәтенә тиклем аҡсалы эшкә өйрәнеп алған егет, аҡса колхозда төшөнә лә инмәһә лә, һис тә генә бошонманы. Соҡорло-саҡырлы «Иртөбәк» яландары буйлап елдереү әйтеп аңлата алмаҫлыҡ күңел зауығы ине уға.
«Друндолет»та ике йыл эшләгәндән һуң, ышаныс ҡаҙанып өлгөргән егетте өр-яңы «Газ»икка ултыртты рәйес. Ризаһыҙлыҡ белдергән өлкәнерәк шоферҙарҙың ауыҙын бер-ике һүҙ менән генә йомдорҙо: «Уның кеүек эшләргә кәрәк».
Иртөбәк яңы машинаға ултырып алған йылды иген ишелеп уңды. Ураҡ башланғас, колхозға ярҙамға килергә тейешле ҡала ҡыҙҙарын станциянан барып алыу уға ҡушылды. Тәғәйен урынға килеп еткәндә вокзал алдындағы майҙансыҡта ҡаласараҡ кейенгән ун бишләгән ҡыҙ баҫып тора ине. Егет улар янына килеп туҡтаны ла:
– Һаумыһығыҙ, ҡыҙҙар. Һеҙ Иртөбәккәме? – тип һораны, асыҡ тәҙрәнән башын сығарып.
– Эйе, һеҙ шул колхозданмы әллә?
– Тап өҫтөнә баҫтығыҙ, – тип әйтеүе булды, салбар кейгән, башына зәңгәр косынка бәйләгән, түңәрәк кенә ап-аҡ йөҙөнөң уң битендә сейә ҙурлығындағы миңе булған һылыу ғына ҡыҙ кабина ишегенең тотҡаһына килеп тә йәбеште. «Ошо Гөлбәҙәр һәр ваҡыт өлгөр инде», – тип ризаһыҙлыҡ белдереп, кузов яғына ыңғайланы ҡыҙҙарҙың һары сәслеһе.
ҡыҙ инеп ултырғас та кабина эсенә нәзәкәтле генә хушбуй еҫе бөркөлдө. Ул, егет күңелен наҙлы ғына ҡытыҡлап, кәйефен күтәреп ебәргәндәй итте.
Аҡъюл ИСМӘҒИЛЕВ.
Күмертау ҡалаһы.
(Дауамы бар).










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)