04.10.2011 Мөхәббәт хаҡына
Бер ваҡыт бай егет менән ярлы ҡыҙ бер-береһенә ғашиҡ була һәм мөхәббәттә аңлаша.
– Мин һине яратам, – ти егет.
– Мин дә, – ти ҡыҙ.
– Тик беҙ бер ваҡытта ла өйләнешә алмаясаҡбыҙ, – ти егет.
– Беләм, – ти ҡыҙ. – Һине ғүмеремдән дә нығыраҡ яратам. Беҙ ир менән ҡатын булабыҙмы, юҡмы, был мөһим түгел, тик мин – һинеке, һин минеке буласаҡбыҙ.
– Юҡ, – ти егет, – улай булдыра алмаясаҡмын. Бының өсөн беҙ иң тәүҙә ата-әсәйҙәребеҙҙең фатихаһын алып, мәсеттә никахлашырға тейешбеҙ. Шул саҡта ғына бергә була аласаҡбыҙ.
– Бының бер ваҡытта ла булмаясағын беләһең бит. Улар бер ҡасан да быға ризалыҡ бирмәйәсәк. Ә мин һинән башҡа йәшәй алмаясаҡмын, үлемде һайлаясаҡмын, – ти ҡыҙ.
– Улай булғас, беҙгә тик үлергә генә ҡала, – ти егет. Һәм улар ҙур ҡая башына менеп, аҫҡа ҡарай.
– Мин ныҡ ҡурҡам, һин мине һуңғы тапҡыр ҡосаҡлап үп тә, ҡаянан этеп ебәр. Сөнки үҙем быны эшләй алмаясаҡмын, – ти ҡыҙ.
Егет ҡыҙҙы ҡыҫып ҡосаҡлап үбә лә аҫҡа этә. ҡыҙ таштарға бәрелеп, шунда уҡ йән бирә. Ә егет ҡыҙҙың кәүҙәһенә юғарынан ҡарап тора ла, башы әйләнеп китеп, үҙен насар тоя, аҙаҡ үлгеһе лә килмәй башлай. Һәм ул оҙаҡ уйлап тормай, ҡайтырға сыға. Күп тә үтмәй, икенсе ҡыҙға өйләнеп, тағы ла оҙаҡ йылдар йәшәп, ҡартайып үлә.
Һәм бына теге ҡыҙ менән егет Алла алдында һорау тота.
– Кем беренсе? – ти Аллаһы Тәғәлә.
– ҡатын-ҡыҙҙар беренсе, – ти егет.
Алла ҡыҙҙы хөкөм итә башлай:
– Һин шундай гонаһ ҡылып, уны үҙеңдеке, ә үҙеңде уныҡы итергә теләнеңме?
– Эйе, – ти ҡыҙ, – тик быны мөхәббәтебеҙ хаҡына эшләргә теләнем.
– Ата-әсәйеңдең ризаһыҙлығына ла иғтибар итмәйенсәме? – тип дауам итте Тәңре.
– Эйе, тик мин мөхәб...
– Шундай гонаһлы юлға барып, үҙеңде уның өсөн үлтерергә уйлап, ул да һинең өсөн үҙен үлтерер, тип ышандыңмы? – ти Аллаһ.
ҡыҙыҡай бышылдап ҡына:
– Эйе, тик беҙ...
Тәңре:
– Һин уға үҙеңде үлтерергә ҡушҡанһың, ни өсөн тигәндә үҙең быны эшләй алмағанһың һәм үлемеңдә егетте ғәйепле иткәнһең... ҡыҙ:
– Эйе, әммә…
Аллаһы Тәғәлә хөкөм сығара:
– Һин Тамуҡҡа юл аласаҡһың!
ҡыҙҙы һөйрәп алып сығып китәләр. Сират егеткә етә.
– Тимәк, һин ата-әсәйеңдең фатихаһын һәм мәсет ҡағиҙәләрен боҙманың? – ти Аллаһ.
– Ата-әсә менән Аллаһ иң бөйөк, тинем, – ти егет.
– Никахһыҙ килеш уға тотонмайынса уны ла оло гонаһтан ҡотҡарҙыңмы? – ти Аллаһ.
– Эйе, – ти егет.
– Тик уны үлтерҙең бит.
– Уның үҙенең үлгеһе килде һәм минән һораны. Бөтә гонаһ уға. Уның ҡарауы, быны эшләгәнем өсөн күптән үкендем инде, – ти егет.
Аллаһ һуңғы һорауын бирә:
– Үҙеңдең үлгең килдеме?
– Мин ваҡытында уйлап өлгөрҙөм һәм үҙ-үҙемде үлтереүҙән йолоноп ҡалдым. Сөнки ер йөҙөндә иң ҙур гонаһ ул – үҙ-үҙеңә ҡул һалыу, – ти егет.
– Ожмахҡа рәхим ит, улым! – ти Тәңре.
Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.