RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » "Таҡмаҡ" бәйгеһе дауам итә!

04.09.2010 "Таҡмаҡ" бәйгеһе дауам итә!

"Таҡмаҡ" бәйгеһе дауам итә!Тә-әк, отпускылар тамам. Эйе, эшкә тотонорға ваҡыт. Ялыбыҙ бигерәк оҙон булып китте. Йәйҙең дә булды хәтәре, ҡояш төндә лә йоҡламаны, эҫеһе һүрелмәне, күргәне – күрҙе, күбеһе аңламаны-күрмәне, хатта Башҡортостанда алмаштырҙылар түрәне... Шул ваҡытта таҡмаҡ ҡайғыһы ла, тамаҡ ҡайғыһымы? Йөрәкте тотоп, һыу эсеп йәшәлде был өс ай. Бер аҙ һүрелгәс, яңы түрәгә лә күнегелгәс, бер сама сылатҡас тамаҡты, дауам итәйек «Таҡмаҡ»ты.
Эште үткән «ҡоролтай» темаһына шәп таҡмаҡ ижад итеүселәрҙең исем-шәрифтәрен атауҙан башлайыҡ. Был юлы ун биш кеше таслы булды: Фәнүзә Биктимерова, Ләлә Ғүмәрова (Әбйәлил), Йәғәфәр Йәнәлин (Баймаҡ), Гөлсирә Шафиҡова (Мәсетле), Рәхимә Юламанова (Йылайыр), Әсмә Әбсәлиҡова (Күгәрсен), Зәлифә Фәйзуллина (Архангел), Люциә Байназарова (Стәрлебаш), Таһир Латипов (Өфө), Нәтижә Вахитова (Хәйбулла), Гөлшат Рәхмәтуллина (Күгәрсен), С. Билалова (Бөрйән), Илһам Латипов (ҡыйғы), Нәжми Хилажев (Учалы), Харис Теләмов (Ейәнсура).
Таслы таҡмаҡсылар араһында ҡайһы бер авторҙарҙың таҡмаҡтары баҫылып өлгөрмәүе лә мөмкин, сөнки килгән бар хаттар ҙа иғтибарға алынып, баҫыуға әҙерләнде, йомғаҡ шунан сығып яһала. Беләһегеҙ инде, тас көтөп ултырмағыҙ, әле генә бирмәйбеҙ әле бындай затлы бүләкте. Һәр яңы тема һайын ун йә егерме әүҙем таҡмаҡсыға шулай тас бирелеп барыла. Йыл аҙағында иң күп тасҡа эйә булыусы «иң-иң»дәр араһында иң төп бүләк – эсе тулы ҡымыҙ булған кәритәләр уйнатыласаҡ һәм еңеүселәргә алып барып тапшырыласаҡ. Башҡа иҫтәлекле бүләктәр ҙә вәғәҙәләй мөхәррир. «Йәшлек»тең 20 йәшлек юбилейы байрамында оло майҙан да тоторға тура килмәгәйе әле үҙегеҙгә.
Шулай итеп, алдағы ике айға, йәғни октябрҙең урталарына тиклем тема – «Башҡортостан һәм перепись, йәғни халыҡ иҫәбен алыу».
Таҡмаҡтарығыҙҙың тәүге юлдары былай башланырға тейеш:
1. «Минең илем Башҡортостан...»
2. «Һай, перепись, перепись...»
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: әйтелгән таҡмаҡтарығыҙҙа ошо юлдар йә шул юлдар­ҙың мәғәнәһе мотлаҡ булһын ине. Бер ҙә булмаһа, ошо юлдарҙан башланып, берәй фәһемле һәм ҡыҙыҡлы тарих, боросло хәл-ваҡиға һөйләнергә лә мөмкин.

Уңыштар теләп, Мөнир ҡУНАФИН.

Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Донъям тотҡаһы бит ул.
Тормош йөктәрен тартабыҙ,
Етәкләшеп ҡулға-ҡул.

Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Булмаһа ла эшебеҙ.
Илап түгел, бер йән булып,
Йәшәй белгән кеше беҙ.

Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Иңдәрендә – пар ҡанат.
Һүрелмәһен өмөт-ҡояш –
Рәхмәт уға мең ҡабат.

Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Тирәгем япраҡтары.
Эй, ғүмерҙең алтындан да
ҡәҙерлерәк саҡтары.
Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Айға ҡарап һағынам.
Күргән һайын таң алдынан
Өр-яңынан ҡабынам.

Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Күңеле киң, йөҙө асыҡ.
Шул йәрҙе лә һанға һуҡмай,
ҡайҙа китерһең ҡасып?

Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Һандуғас булып һайрай.
Уға булған мөхәббәтем
Самауыр кеүек ҡайнай.

Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Гармундарҙа уйнайым.
Сәғәттәрҙә – 60 минут,
Минут һайын уйлайым.
Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Эсемде бошорағыҙ.
Үткән рәхәт көндәремде
Иҫемә төшөрәгеҙ.

Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Кейер итеге лә юҡ.
ҡыҙҙар һөйә лейтенантты,
Миңә конюхы ла юҡ.

Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Һөйәркәһе Наҡыя.
Кейеменә ҡыҙыҡты шул,
Кейем туҙа ла ҡуя.

Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Алһыу күлдәген кейә.
Беҙ ташлаған әбейҙәрҙе
Йәп-йәш егеттәр һөйә.

Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Һөйә, һөйөлә белә.
Эсеп алһа, оҡшап ҡала
Һиндостан дөйәһенә.

Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Исемдәре – Әптерәй.
Үбешергә үрелгәйнем,
Еүеш танауын терәй.

Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Исемдәре – Ишбулды.
Уны уйлап ята торғас,
Төнгө сәғәт биш булды.
Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Маңлай сәсе бөҙ(ө)рә.
Эштән ҡайтмай оҙаҡлаһа,
Көтөп үҙәк өҙөлә.

Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
ҡайтып килә кибеттән.
ҡыйыш-мыйыш атлап килә,
Тамаҡ төбөн ебеткән.

Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Олоғайҙы бабайым.
Бабайымды ҡартайтма, тип
Хоҙайымдан һорайым.

Нәжиә ВАХИТОВА.
Хәйбулла районы,
Юлбарыҫ ауылы.


Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Түгелеп илап бара.
Хәсбиямал, китмә, йәме,
Боҙолоп ҡуйыр ара.

Һул күршеләге һөйгәнем,
Нисә күрмә – иҫерек.
Уйҙарында тик араҡы,
Берәй ярты, бер сирек.

Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Сыҡмаһын ел-бураны.
Шешәләшен таба алмай,
Ауылды биш ураны.

* * *
Хәсбиямал, ҡайҙа киттең?
Эшкә түгел, бөгөн ял.
Көртмәлегә барғандағы
ҡыҙыҡтарҙы һөйләп ал.

Хәсбиямал эйәрткән дә
Сәрбиямал киленде,
Көртмәлегә алып китте,
Йоторлоҡ, тип, телеңде.

ҡара урман уртаһында
Бик тә уңған көртмәле.
– Сәрбиямал килендәшем,
Һин йыраҡҡа китмәле.

Әллә ҡайҙа йөрөгәнсе,
Килсе, килсе бирерәк.
Был тирәнең көртмәлеһе
Сейәнән дә эрерәк.
Хәсбиямал саҡырғайны,
Сәрбиямал йүгерҙе.
Тик бында ла, тегендә лә
Бер үк төрлө ҙурлыҡтағы
Көртмәлеләрҙе күрҙе.

Тағы килде, тағы юҡ,
Аптыраны, асыуланды,
Хәсбиямал алдай, тип.
Сейәнән дә эрерәк
Көртмәлеләр булмай, тип.

Бер аҙ уйлап ҡарап торҙо
Хәсби емеш тиргәнде.
– Нисек һуң мин күрмәйем
Хәсбиямал күргәнде?
Уйлай-уйлай саҡ төшөндө
Көртмәленең серенә:
Хәсбиямал еңгә кеүек,
Лупа күҙлек кейгәндә
Емештәр ҙур күренә.

Ике килен-килендәш
Көн дә бында килгәндәр.
Көртмәле эре була тип,
ҡалын күҙлек кейгәндәр.


Айһылыу ХӘСӘНОВА.
Әбйәлил районы,
Рыҫҡужа ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)