20.08.2011 «Балаларҙы ҡарармын тигәйнем»
Берәү, мине һайлаһағыҙ, шуны эшләрмен, быны хәл итермен, тип йөрөп-йөрөп тә депутатлыҡҡа үтә алмағас, бик ныҡ ҡайғыра. Дуҫы осратып, хәл-әхүәлен һорашҡас:
– ҡуй, һорама ла инде, насар, – ти.
– Нисек инде насар? Эшләгән эшең һәйбәт, һаулығыңа ла зарланырлыҡ түгел шикелле.
– Депутатлыҡҡа үтә алманым бит, – ти ул, иларға етешеп. – Депутат булып китһәм, балаларҙы ҡарармын тип уйлағайным, килеп сыҡманы, үтә алманым, – тип хәсрәтен һөйләй.
И. ХАЖИЕВ.