RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

20.08.2011 Һунарсы

Был тирәлә минең ауылдаш ише атаҡлы һунарсы бармы икән? Кит, юҡтыр ул. Булһа, моғайын, ҡасан да бер ҡолаҡҡа салынмай ҡалмаҫ ине. Ә бына уның тураһында белмәгән кеше юҡ, тиһәм дә, һис ҡупыртыу булмаҫ. Хәҙер күптәр уның әсәһе ҡушҡан исемен онотоп та бара шикелле: барыһы ла үҙен, ҙурлап, хөрмәтләп, «Һунарсы» ти ҙә ҡуя. «Һунарсы» тигәс тә, елкәһенә мылтыҡ аҫып, бау-бау патронташ тағып, тау артынан тау артылып йөрөй тиһегеҙме әллә? Юҡ! ҡайҙан? Мылтыҡты ҡулына тотоп ҡарағаны ла юҡтыр әле. Ә шулай ҙа, ҡәһәрең, сәпкә ҡалай төҙ тоҫҡай.
Йылдың теләһә ниндәй миҙгелендә лә ул яратҡан «шөғөл»өнә сыҡмай ҡалмай. Бөтә донъяһын күмеп китерҙәй булып аҡман-тоҡман ҡоторамы, биҙрәләп ямғыр ҡоямы – һәр ваҡыт үҙ урынында. Һине күреп ҡалыу менән сәпкә эләктереп тә ала. Ике күҙен мөлдөрәтеп, йәлләткес итеп ҡарай ҙа «тәте»гә баҫа.
– ҡа-ҡа-на, егерме һум ғына биреп тор әле...
– ҡу-ҡу-ҡу-стым, яртыға шул сама ғына етмәй...
– Туғаным, туғаным, үлтермә-үлтермә инде...
Бар, үҙенә: «Юҡ», – тип, баш тартып ҡара! «ҡустым, эшләп йөрөйһөң түгелме ни, нисек инде юҡ, аҡсаһы булмаған кеше магазинға йөрөйҙөр шул», – тип оялтыр үҙеңде!
Был юлы ла ул «һунар» урынында, магазин алдында, тап булды. Мине, әллә ҡасандан күрмәгән яҡын туғанын осратҡандай, ҡосаҡлап уҡ алды. Ауыҙынан борҡолған әллә ниндәй «хуш» еҫтәрҙән күңелем болғанып, уҡшып, саҡ тәгәрәп китмәнем. ҡыуанысы шул тиклем ҙур булғандыр инде: салышайып бөткән ауыҙы менән йылмайғандай итте, унан һарғайып, сереп бөткән икеме-өсмө теше күҙгә салынды. Күрәһең, өҙлөкһөҙ «һунар» тип сабыулап, үҙен ҡарарға ваҡыты ла ҡалмай торғандыр.
– Оһо-һо-һо, ҡустыбай ҡайт­ҡан да. Арыуҙармы әле? Нишләп йөрөш?
Мин дә:
– Үҙегеҙ ни хәлдәрҙә һуң? – тип һорағанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.
«Һунарсы», шуны ғына көткәндәй, «һорама ла» тигәнде аңлатып ҡулын ғына һелтәне лә күҙенән атылып килеп сыҡҡан күҙ йәштәрен еңе менән һыпырып алды.
– Әсәй, бахыр, үлеп бара бит. Үҙен район духтырҙарына алып барырға ине лә, бер тин дә аҡса юҡ. Хәҙер бит аҡсаһыҙ бер аҙым да атлармын тимә.
Бисараны йәлләп, кеҫәмдән илле һумлыҡты сығарып ҡулына тотторҙом да ары китергә уйлағайным, еңемдән эләктереп:
– ҡусты, быға ғына нимә эшләй алам, йөҙ ит тә ҡуй, – тимәһенме! Йәнә лә кеҫәмә һонолдом...
Ә кисенме? Ә кисен уның урам буйлап йырлап йөрөгәнен күреп ҡалдым. Моғайын, бөгөнгө «һунар»ы ла бик уңышлы булып, шуны йыуып йөрөй торғандыр.

И. БАЙБУЛДИН.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)